Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Ноябрь 2025, 06:15

“Мин бармаһам, улдарыбыҙ һуғышҡа китәсәк”

-  Тормош иптәшем: “Мин бармаһам, улдарыбыҙ һуғышҡа китәсәк. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын ҡабатлап, нацистарҙың тамырын юҡ итергә бурыслыбыҙ. Шуның өсөн дә мин хәрби бурысымды үтәргә махсус хәрби операцияға, егеттәр янына юлланырға тейешмен”, - тине. Уның шундай ныҡлы ҡарарын белгәс кенә, ризалаштым, - тине Икенсе Этҡолдан Гөлйемеш Ишмырҙина. - Ләкин бер шарт ҡуйҙым: ул ваҡытта киленебеҙ бәпәй көтә ине, бәләкәсебеҙ донъяға килгәс кенә барырға. Ул ризалашты. Ейәнебеҙ тыуып, күп тә үтмәй, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юлланды. Әлегә хәбәре юҡ. Ҙур өмөт менән һағынып көтәбеҙ һәм уның ҡайтырына ышанабыҙ...

Район үҙәкләштерелгән китапханаһында уҙған “Һынмаҫ рухлы әсә йөрәге” кисәһе уҙҙы. Унда махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, шулай уҡ сафта булған яугирҙәрҙең әсәйҙәре, тормош иптәштәре: Сибай ҡалаһынан Лариса Хатмуллина, Баймаҡтан Зәкирә Әбүбәкирова, Зәкиә Сөләймәнова, Ләйсән Байтурина, Түбәнге Яйыҡбайҙан Рәшиҙә Йәнтүрина, Сәйғәфәрҙән Фәриҙә Юнысбаева, Иҫәндән Әлфиә Самарбаева, Ниғәмәттән Дилә Мырҙағәлина, Ишбирҙенән Ләйсән Дәүләткилдина, Икенсе Этҡолдан Гөлйемеш Ишмырҙина, Хәсәндән Гөлгенә Солтанғолова ҡатнашты. Улар улдарының һәм тормош иптәштәренең ҡаһарманлыҡтары, уларҙың фронт юлдары тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

-  Тормош иптәшем: “Мин бармаһам, улдарыбыҙ һуғышҡа китәсәк. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын ҡабатлап, нацистарҙың тамырын юҡ итергә бурыслыбыҙ. Шуның өсөн дә мин хәрби бурысымды үтәргә махсус хәрби операцияға, егеттәр янына юлланырға тейешмен”, - тине. Уның шундай ныҡлы ҡарарын белгәс кенә, ризалаштым, - тине Икенсе Этҡолдан Гөлйемеш Ишмырҙина. - Ләкин бер шарт ҡуйҙым: ул ваҡытта киленебеҙ бәпәй көтә ине, бәләкәсебеҙ донъяға килгәс кенә барырға. Ул ризалашты. Ейәнебеҙ тыуып, күп тә үтмәй, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юлланды. Әлегә хәбәре юҡ. Ҙур өмөт менән һағынып көтәбеҙ һәм уның ҡайтырына ышанабыҙ.  

Шулай уҡ кисәлә яҡташ яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, китапхана ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Иҙелбаева ҡатнашты.

- Бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бурыслыбыҙ. Тыуған илен һөйгән Герой улдар тәрбиәләгән әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ, - тине китапхана директоры Гөлназ Сабирова.    

Сара барышында әсәйҙәрҙең хис-тойғолары йырҙар, шиғырҙар аша ла яңғыраны.

“Мин бармаһам, улдарыбыҙ һуғышҡа китәсәк”
“Мин бармаһам, улдарыбыҙ һуғышҡа китәсәк”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас