+24 °С
Ямғыр
Беренсе Төркмән ауылында Әсәйҙәр көнө уңайынан «Изге доғала - әсә һөйөүе» тип исемләнгән сара үтте. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә бетеүҙәр текте.
Ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан һалдат саҡырыуҙы ҡабул итеп, ҡулына энә менән еп алып изге эшкә ҙур теләк менән ҡушылды. Ярҙам өсөн рәхмәттәр еткереп, ирекмәндәргә үҙенең кәңәштәрен дә әйтте.
Сараның икенсе өлөшө йәмле сәй табынында дауам итте. Илебеҙгә тыныслыҡ, яугирҙәргә именлек һәм һаулыҡ теләп аят, доғалар уҡылды.
Әсәйҙәрҙең йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен. Яу яланында йөрөгән ир-егеттәр, әсәйҙәрҙең доғаһы менән тыуған йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар.