Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Ноябрь 2025, 15:20

Яугир әсәләре саҡырылды

Бөгөн Таулыҡай ауыл китапханаһында «Батыр улдар үҫтергән әсәләр» тип исемләнгән кисә үтте. Сараға ошо ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләре һәм яҡындары  саҡырылды.

Бөгөн Таулыҡай ауыл китапханаһында «Батыр улдар үҫтергән әсәләр» тип исемләнгән кисә үтте. Сараға ошо ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләре һәм яҡындары  саҡырылды.
"Осрашыу ваҡытында хәжиә Рәсимә Сәғәҙәтова МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт теләп, һәләк булған яугирҙәр рухына бағышлап аяттар уҡыны, хәйерҙәр таратылды.
Сарала ҡатнашыусы әсәләрҙе ауыл биләмәһе идарасыһы Исхакова Гөлгинә Әбделхай ҡыҙы ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм моңло йырҙарын бүләк итте. Һәр әсәй үҙенең уй-фекере, кисерештәре менән уртаҡлашты, күңелдәре бушағансы һөйләшеп, йырлап - бейеп, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, бүләктәр алып ҡыуанды.
Һәр кем илебеҙ күге аяҙ булһын, һуғыш булмаһын, донъялар тынысланһын, бөгөн ата-бабалары кеүек ил һағына баҫҡан ир-егеттәр, ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә таралышты. Ошо кисәне ойоштороуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Уразбаев Кәйүм Рәжәп улына, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Сәйетов Юнир Мулләхмәт улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ",- тине ауыл китапханасыһы Зилә Күсәрбаева.
 
Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас