Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
26 Ноябрь 2025, 11:50

Яугирҙәргә - Баймаҡ былауҙары

Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә Баймаҡ ирекмәндәре дәррәү ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта улар вакуммлы пакеттарҙа бешкән ризыҡтар ебәреүгә өҫтөнлөк бирә.

Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә Баймаҡ ирекмәндәре дәррәү ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта улар вакуммлы пакеттарҙа бешкән ризыҡтар ебәреүгә өҫтөнлөк бирә.

- Хәрби заданиенан шул ҡәҙәр асығып ҡайтып индек, – тине Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Байрам” позывнойлы яугир. – Ҡараһаҡ, Баймаҡтан гуманитар ярҙам килгән. Ҡумталарҙың тышында “былау” тип яҙылғанын күреп, иң беренсе шуны астыҡ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп уны аш итеп тамаҡ туйҙырҙыҡ. Белһәгеҙ ине шул саҡта беҙҙең кисерештәрҙе! Өҫ-баштары бысранған, асыҡҡан, арыған егеттәрҙе күңел йылыһы һалып бешергән ризыҡтарығыҙ менән ҡотҡарҙығыҙ. Изгелегеҙ өсөн бар яугирҙәр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.

Ошо көндәрҙә Семеновск ауылына Ишмөхәмәт ауылының Асия Үлйәбаева етәкләгән ирекмәндәр төркөмө оҫталыҡ дәресенә килде. Ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Гөлшат Сәлимова вакуумлы пакетта былау әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның өсөн Мәскәү ҡалаһындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе, яҡташыбыҙ Замир Йәминев дүрт һарыҡ тапшырған. Был көндө Семеновск һәм Ишмөхәмәт ауылдары ирекмәндәре һикһән ете вакуумлы пакетта былау, ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ун биш банка ит быҡтырып әҙерләне. Күңел йылыһы һалып әҙерләнгән ризыҡ ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Яугирҙәргә - Баймаҡ былауҙары
Яугирҙәргә - Баймаҡ былауҙары
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас