Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Ноябрь 2025, 17:55

Яугир атаһы, хәлдәрең нисек?

Бөгөн, 24 ноябрь көнө, беҙ ағинәй-ирекмәндәр, хәзерге көндә, махсус хәрби операция ла йөрөгән, ауылдашыбыҙ Хәйруллин Салауаттың атаһы Усманов Айбулат Ғәббәс улына хәлен белеп, ярҙам итергә барҙыҡ.

Хәйерле кис, ауылдаштар! Бөгөн, 24 ноябрь көнө, беҙ ағинәй-ирекмәндәр, хәзерге көндә, махсус хәрби операция ла йөрөгән, ауылдашыбыҙ Хәйруллин Салауаттың атаһы Усманов Айбулат Ғәббәс улына хәлен белеп, ярҙам итергә барҙыҡ. Ярылған утындарын , эскә ташып бирҙек. Әлеге ваҡытта,улы махсус хәрби операция ла ҡатнашыусы булараҡ, атаһының өйөнә газ үткәрелә. Айбулат Ғәббәс улына , тиҙ арала газын тоташтырып, йылы өйҙә ултырыуын теләйбеҙ. Салауат тәүгеләрҙән булып үҙ теләге менән махсус хәрби операция ға юллана, бер нисә тапҡыр бик нык яралана. Шуға ҡармаҫтан, тағыла саҡыртып алалар. Махсус операцияла йөрөгән, егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен һау әйләнеп кайтһындар. Көнһылыу Азаматова, ағинәйҙәр рәйесе.

Яугир атаһы, хәлдәрең нисек?
Яугир атаһы, хәлдәрең нисек?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас