+21 °С
Болотло
Район мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән "Хазина» халыҡ клубы ағзалары (етәксеһе Исхакова Ильнара Радик ҡыҙы) МХО-ла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә бер-бер артлы әйберҙәр әҙерләп фронтҡа оҙата. Был юлы оҫтабикәләребеҙ флис материалынан тегелгән жилет һәс толстовкаларҙан ҡалған туҡымаларҙан йылы носкиҙар, юрған, яҫтыҡтар шулай уҡ шапкалар тегеп, "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына тапшырҙы. Яугир ғүмеренә янаған барлыҡ ҡурҡыныслыҡтар доға көсө менән юҡҡа сығыр, тигән ышаныста ҡалып, яугирҙарыбыҙ имен-һау ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.