Таулыҡай ауылының "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам итеүен дауам итә. Улар йылы ойоҡбаштар бәйләне, һалма йәйеп бишбармаҡ ҡырҡты, сәк -сәк, бауырһаҡ бешерҙе.
"Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып , ир-егеттәребеҙ әсәләре , ғаиләләре янына имен -һау әйләнеп ҡайтһындар" тигән изге теләктәрен теләп әҙерләне улар ярҙамды.
"Посылкалар әҙерләүҙә ауылдаштарҙың да ярҙамы ҙур булды. Гөлбикә һәм Мирза Бүкәнбаевтарҙың, Гүзәл һәм Илнур Хажиндар биргән хәйер саҙаҡанан яугирҙәргә аҙыҡтар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләп һалдыҡ. Сауаптары насип итһен. Һәммәһенә лә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ",- тине китапханасы Зилә Күсәрбаева.
Гуманитар ярҙам район үҙәгендәге "Һаҡсы фәрештә" ирекмәндәр төркөмөнә тапшырылды.