Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Ноябрь 2025, 09:43

Изгелек шулай эшләнә

Һаҡмар ауылының иң әүҙем Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Артем Ходаков, Рәдис Зәйнуллин яугирҙәргә атап, райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә ун бер мейес эшләп алып килеп апшырыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларға торба һатып алыу мөһимлеге лә килеп тыуғайны...

Һаҡмар ауылының иң әүҙем Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Артем Ходаков, Рәдис Зәйнуллин яугирҙәргә атап, райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә ун бер мейес эшләп алып килеп апшырыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларға торба һатып алыу мөһимлеге лә килеп тыуғайны. Шуны иҫәпкә алып, ирекмәндәр махсус аҡса туплай башлаған ине. Темәс ауылының иң уңған ир-уҙаманы, шәхси эшҡыуар Айҙар Сейсембин 15 торба эшләп алып килеп тапшырҙы. Сығымдарҙың барыһын да ул үҙе күтәрҙе. Изгелек бына шулай эшләнә. Афарин! Рәхмәт Айҙар Рымбек улы.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас