+21 °С
Болотло
Һаҡмар ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн улар Баймаҡ районының “Беҙ берг!” ирекмәндәр төркөмөнә ун бер блиндаж мейесе алып килеп тапшырҙы. Уларҙы эшләүҙә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Артем Ходаков, Рәдис Зәйнуллин күп көс һалған.
- Яугирҙәргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп алып, уларҙың көнкүрешен, хеҙмәтен бер аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү маҡсаты күҙ уңында тотолдо, - тине Гөлнара Сәғитова.
Һаҡмарҙар бынан тыш газ баллондары, ойоҡбаштар, дымлы салфеткалар ҙа алып килгән ине.