Яугирҙар һораған әйберҙәр араһында маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тороуына аптырарға түгел – улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
Беҙ, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Әбйәлилова Г. Ю., Дилмөхәмәтова Г. М., Үтәбаева З. Х.,ауыл хәкимиәте биләмәһе ҡыҙҙары Хәлитова Ә. С., Баязитова А. А., Дәүләтҡолова С. А. менән берлектә Баймаҡ ҡалаһының «Халыҡҡа психологик ярҙам» бүлексәһенә икенсе аҙна рәттән маскировка селтәрҙәре үрергә йыйылдыҡ. Беҙҙең маҡсат – махсус хәрби операция зонаһында ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү.
Барыбыҙҙың да теләгебеҙ бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар.
Г.Әбйәлилова,
мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре