+24 °С
Ямғыр
Уҡыусылар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Был тәңгәлдә интернат-мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтә. Ошо көндәрҙә 10-сы "а" класы уҡыусылары ата-әсәләр, уҡытыусылары һәм менән берлектә Баймаҡтағы "Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә бер ҡумта медикаменттар алып килеп тапшырҙы. Ата-әсәләр комитетының әүҙем ағзаһы, шул уҡ ваҡытта әүҙем ирекмән Эльвира Ғүмәрова уҡыусыларҙа патриотик рух ныҡлығы ҙур булыуын билдәләне.