Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Ноябрь 2025, 12:00

Афарин, буранбайҙар!

Буранбай ауылы халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам әҙерләүен дауам итә...

Буранбай ауылы халҡы ла махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам әҙерләүен дауам итә. 
"Беҙ быйыл да “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында ҙур эш башҡарабыҙ. Халыҡ ихлас ҡына аҡса йыя, кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ - түлек, йылы ойоҡбаштар алып киләләр. Афарин, ауылдаштар! Йәштәрҙең битараф булмай ихлас аҡса йыйыуҙары ҡыуаныс! Һәр ваҡыт әлегеләй бергә һәм берҙәм булайыҡтар! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйем", - тине китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас