Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Ноябрь 2025, 17:00

Яугирҙәргә туҡлыҡлы ризыҡ әҙерләнде

Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы етәкселегендәге Үрге Яйыҡбай ауылы ирекмәндәре бөгөн яугирҙәргә сираттағы туҡлыҡлы ризыҡтарын әҙерләне. Бергә йыйылып, тағы ла ҡорбан итенән...

Яугирҙәргә туҡлыҡлы ризыҡ

Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы етәкселегендәге Үрге Яйыҡбай ауылы ирекмәндәре бөгөн яугирҙәргә сираттағы туҡлыҡлы ризыҡтарын әҙерләне. Бергә йыйылып, тағы ла ҡорбан итенән 37 вакуумлы һауытта былау һәм 17 банкаға ит быҡтырып тултырҙылар! Был изге һәм сауаплы эштә Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы, Мәхтимә Ишмулла ҡыҙы, Ниғәмәттән китапханасы Гөлбикә Сафа ҡыҙы, Фәннүрә Фазулла ҡыҙы ҡатнашты. Шулай уҡ Таһир Дилмөхәмәт улы иттәрҙе ваҡлап турап, ҡатын-ҡыҙҙарға эште еңеләйтте.

Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә ҡараған Үрге Яйыҡбай ауылы ирекмәндәре даими рәүештә яугирҙәргә вакуумлы һауытта былау, тарттырылған ит менән ҡара бойҙай бутҡаһы әҙерләп ебәрә. Был юлы улар шундай изге эш менән Ниғәмәт ирекмәндәренә оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Бындай вакуумлы һауыттағы ризыҡтарҙы яугирҙәр баһалап өлгөрҙө лә инде. Уны асырға һәм йылытып ашарға ғына ҡала. Кәрәк була ҡалһа, ҡайнаған һыу ҡойоп, аш итеп тә ашарға мөмкин. Беҙҙең яугирҙәр тап шундай ризыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ебәреүҙе һорай ҙа инде.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас