Таулыҡай ауылының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө менән бергә эшләгән “Уңғандар” клубы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтә. Быға ҡәҙәр ир-егеттәрҙе вакуумлы пакеттарҙа былау, фарш ҡушылған ҡара бойҙай менән һыйлаған уңғандар был юлы ҡорбан итен быҡтырып банкаларға тултырҙы. Хәрифә Азамат ҡыҙы Ишалина етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә ололарҙы саҡырып, аят сәйе менән һыйлатып, доға ҡылдырҙы. Хәйер-саҙаҡалар таратты. Һуңынан ирекмәндәр эшкә кереште. Улар берҙәм көс менән был юлы 71 банка ит быҡтырҙы. Был әле һуңғыһы түгел. Артабан да был тәңгәлдә эштәрен дауам итергә ниәт белдерәләр.
Әйтергә кәрәк, вакуумлы пакеттарҙа әҙерләнгән ризыҡты яугирҙәр бик тә көтөп ала. Был тәңгәлдә улар даими рәүештә рәхмәттәрен еткерә Рәхмәт, таулыҡайҙар! Һеҙҙең менән Еңеүгә!