+21 °С
Болотло
Таулыҡай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә гуманитар ылау ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Урында "Уңғандар" һәм "Аҡйондоҙ" ирекмәндәр төркөмө эшләй. Бөгөн "Аҡйондоҙ" клубы ағзалары яу яланына ебәрергә тушенка, консервалар, ҡайнатмалар, йылы ойҡбаштар, көнкүреш-кәрәк яраҡтары әҙерләне. Улар был посылкаларҙы әҙерләүгә финанс ярҙам күрһәткән Гөлгөл Ғәлинаға, төркөмгә хәйер-саҙаҡаларын тапшырған Абдуллиндарға, Ҡотосовтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.