Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Октябрь 2025, 07:02

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ"

Йылым ауылы халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһына әүҙем ҡушылып,төрлө йүнәлештәр буйынса махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә ярҙам итә. 

Йылым ауылы халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһына әүҙем ҡушылып,төрлө йүнәлештәр буйынса махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә ярҙам итә. Был юлы ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға өй ризыҡтары: сөсө икмәк, печенье, бауырһаҡ, төрлө турамалар, ҡайнатмалар һәм башҡа танһыҡ ризыҡтар, шулай уҡ гигиена кәрәк-яраҡтары әҙерләне. Ир-егеттәр иһә эш ҡоралдары, газ баллондары һәм төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡ килтерҙе.
. Махсус хәрби операциялағыларға ярҙам эшендә әүҙем ҡатнашҡан, ихлас күңелдән был эшкә ҡушылған ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Берҙәм көс менән һәр кем үҙ өлөшөн индергән бүләк-күстәнәстәр һалдаттарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәһен! Илдә тыныслыҡ урынлашып, яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың тыуған яҡтарына, ата-әсәләре, ғаиләләре янына имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ"
"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас