Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Октябрь 2025, 10:20

“Күстәнәстәр алмаған егеттәр янына ла барып еттек”

Баймаҡ районында ғына түгел, хәҙер инде тотош республикала был һылыуҙы белмәгән кеше һирәктер. Эльвира Кирамова сауҙа өлкәһен уңышлы алып барған эшҡыуар булыуҙан бигерәк, миһырбанлы, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер тороуыменән айырыла һәм һоҡландыра. Әле ирекмәнлек хәрәкәте булмаған мәлдә үк уның изгелеген күптәр тойоп өлгөрҙө. Эльвирағабәләгә ҡалғандар ҙа, яугирҙәр ҙә,кемгәлер ярҙамды ойошторорғателәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. МХО-ға юлланған ир-егеттәребеҙгәтәүге көндәрҙән ныҡлы ярҙамсығала әүерелде ул. Ә яңыраҡ ЭльвираХөрмәт ҡыҙы һәм Әхәт Әсҡәт улыКирамовтар үҙҙәре яугирҙәр янынабарып ҡайтты.

– Эльвира һылыу, һинең кеүек янып торған, дәртле кешеләр генә эшҡыуар була алалыр. Был йүнәлештә ҡасан эш башланың?

– Иң тәүҙә был эштә мин яңғыҙым түгел, ә тормош иптәшем Әхәт менән бергә икәнлекте әйтеп үткем килә. Сөнки бер үҙең эшләй, көс етерлек эш түгел. Эшҡыуарлыҡ менән 2010 йылда шөғөлләнә башланыҡ. Икенсе ҡыҙым донъяға килгән шатлыҡлы мәл ине. 2012 йылда Икенсе Этҡолда тәүге магазиныбыҙҙы астыҡ. Унан дәртләнеп Темәстә, Баймаҡта, Бетерәлә базалар, “Монетка” магазинында уйынсыҡтар бүлеге, баҙарҙа ике һатыу нөктәһе булдырҙыҡ. Әммә дүртенсе балама ауырға ҡалғас, бар сауҙа нөктәләрен ябырға тура килде. Сөнки мин дауаханала йыш яттым, ә Әхәткә балаларҙы ҡарарға кәрәк ине.

– Уңғандар һынатмай, һеҙ ҙә эшегеҙҙе яңынан дөрләтеп ебәрҙегеҙ бит.

– Эйе. Хәҙерге ваҡытта өс магазиныбыҙ бар – Икенсе Этҡолда – “Тимур”, Түбәлә – “Азалия” һәм Баймаҡта – “Нур”. 

– Ә бына кешеләргә ярҙам итеү теләге, ирекмәнлек эше ҡасандан йәшәү рәүешеңә әүерелде?

– Үҙебеҙҙе күптән ирекмән булғанбыҙ икән тип уйлап ҡуям. Тик ул мәлдә “волонтер” һүҙе  ҡулланылманы. Баҙарҙа һатыу иткән осорҙа уҡ, районда ҡайҙалыр ҡаза булғанын ишетеп, ярҙам  иғлан итә инем. Ул ваҡытта аҡса түгел, күберәк кәрәкле әйбер йыйҙыҡ. Кемдеңдер бәләгә тарыуын ишетһәм, иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай инем, нисек булһа ла ярҙам итергә тырыштым. Был йәһәттән  Әхәт тә һәр саҡ минең менән бер һүҙле, бер фекерле булды.

– Дауаханаға ярҙам итеүегеҙ ҙә билдәле.

– Эйе, Баймаҡ дауаханаһының хирургия бүлегендә ятҡанда яҫтанып ятҡан яҫтыҡтарҙың бик үк шәптән булмауын үҙемдә тойҙом (йылмая). Кеше рәхәтлектән ятмай бит инде ундай ерҙә, төндә ныҡ уйландым. Йоҡоно алған һыҙланыуҙар ҙа булғандыр инде. “Ошо дауаханаға үҙебеҙ килеп ятабыҙ, яҡындарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ, ә ниңә хирургия бүлегенә ярҙам итмәҫкә”, – тигән фекергә килдем. Һәм шул саҡта мин тәүге тапҡыр аҡсалата ярҙам һорап райондаштарға мөрәжәғәт иттем. Әлбиттә, был ҙур яуаплылыҡты талап итә. Сөнки банк карточкаһына килгән һәр тинде теркәп барырға, яңылышмау өсөн ҡабатҡабат тикшерергә кәрәк. Был күп ваҡытты алһа ла, беҙ уны уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Аҡса йыйылғас, кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алдыҡ.

– Хирургия бүлегенән тыш, һин балалар бүлегенә лә ярҙам ойошторҙоң бит әле.

– Эйе. Балаларым бәләкәй булғас, улар менән дә дауаханала ятырға тура килә. Бәпестәребеҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу теләге менән тағы илһамланып киттем. Беҙҙә халыҡ ихлас һәм ярҙамсыл бит ул. Күмәкләп тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙың балалар бүлегенә йомшаҡ мебель һәм балаҫтар һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы йыйҙыҡ. Эй, шундағы медиктарҙың ҡыуаныуы! Уларға ҡарап үҙебеҙ ҡыуанабыҙ. Уларҙың: “Был йыһаз менән балаҫтар дауалау өсөн уңайлыраҡ мөхит булдырыуҙан бигерәк, балаларға ауыр осорҙа үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойорға ярҙам итәсәк”, – тип рәхмәт әйтеүҙәре күңелемде үҫтереп ебәрҙе.

– Ниндәйҙер ҡаза, фажиғә булһа, һинең ярҙам йыйыуың шунда уҡ ишетелә. Был ваҡытты һәм сабырлыҡты талап итәлер?

– Эйе, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Үҙҙәре ярҙам йыйыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә йышая. Ысынлап та, тормошта төрлө хәлдәр була. Бер кем дә, бәлә-ҡаза мине урап үтә, тип әйтә алмай. Шуға күрә кешелекле булыу мөһимдер. Янғын булып, бер нәмәһеҙ тороп ҡалыусылар, фажиғәле аварияға тарыусылар, ҡаты ауырыуға дусар булыусылар – барыһына ла ярҙам ойошторола. “Нур” магазинының ватсапта үҙенең чаты бар. Шунда яҙам да, изге күңелле кешеләр шунда уҡ “Ярҙам итергә кәрәк. Эльвира, аҡсаны һинең карточкаңа ебәрҙем” тигән яуаптар килә лә башлай.

– Махсус хәрби операция башланғас һинең ярҙамың тағы ла артты...

– Махсус хәрби операцияға мобилизация башланғас, минең иптәшемә лә повестка килде. Беҙ Әхәтте юлға әҙерләй башланыҡ. Баймаҡта жгуттан башҡа бер нәмә тапмай, Сибайға, унан Магнитогорск ҡалаһына сыҡтыҡ. Шунда мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам кәрәклеген күрҙек. Сөнки беҙ эшҡыуар булғас, аҡсабыҙ бар, ә күптәрҙең ундай мөмкинселеге юҡ ине. Әхәткә тулы обмундирование, башҡа кәрәк-яраҡтарын алдыҡ. Байтаҡ ҡына аҡса китте. Күп балалы атай булараҡ Әхәтте ҡалдырҙылар. Шунан беҙ МХО-ға юлланыусыларға иремә тип алған кейем, әйберҙе бирә башланыҡ. Унан контракт төҙөү башланғас, бар яугирҙәргә ярҙам ойошторҙоҡ.

– Әҙерләнгән ярҙамды йәшереп кенә биреп китә инек, тип аптыратҡайның...

– Эйе, ярҙамды район хакимиәтенә лә алып барып ҡалдырҙыҡ, башҡа гуманитар ылау йыйған урынға. Быларҙың барыһын да күрһәтмәй эшләнек. Ниңәлер оялдыҡмы шул, белмәйем. Ҡумта-ҡумта итеп ҡалдырабыҙ ҙа, йәһәтерәк сығып китәбеҙ. “Туҡта былай булмай, үҙебеҙ йыяйыҡ, тигән ҡарарға килдек бер аҙҙан. Сөнки мобилизация менән киткәндәрҙең барыһын да беләбеҙ. Улар нимә кәрәклеген яҙа башланы. Бетерәнән Айджи позывнойлы Артур Ғәҙелшин менән ныҡ дуҫ инек. Уның менән дә яҙышып, кәрәкле ярҙам ойошторҙоҡ. Шулай итеп, үҙебеҙ аралашҡан яугирҙәргә посылкалар ебәрә башланыҡ. Ярҙам иткәнебеҙҙе ишетеп, башҡа ир-егеттәр беҙгә яҙып, танышып киттек. Нимә кәрәклеген әйтәләр ҙә, беҙ йыябыҙ.

– Яугирҙәр янына үҙегеҙ барыу уйы ҡасан килде?
– Әхәт менән былтыр уҡ егеттәр янына барып, хәлдәрен белеп, күреп ҡайтайыҡ, тип хәл иткәйнек ул. Тик тормош мәшәҡәте бөтмәне, үҙем дә ауырып алдым ныҡ ҡына. Бер көн Бөрйән яҡтарында булып ҡайтып килә инек, бер яугир яҙа миңә: “Апай, миңә посылка килеп етмәй ҙә ҡуя, әллә һеҙ үҙегеҙ бер нисек ярҙам йыйып ебәрәһегеҙме? Бында ҡырҙан булған ир-егеттәр менән бергә хеҙмәт итәм. Уларға ла посылка килмәй. Барыһын да үҙебеҙ һатып алабыҙ, өй ризығын күргән юҡ. Һеҙ бик күп әйбер йыяһығыҙ, шуларҙың бер ҡумтаһын булһа ла беҙгә ебәреп булмаҫмы”, – тип яҙған ине ул. Шул тиклем күңелем тулды, ҡыйын булды шул смс-хәбәрҙән. Һәм сентябрҙең урталарында “Нур” магазины чатында яугирҙәргә ярҙам йыйыу тураһында иғлан иттек. 25 сентябрҙә сығырға уйлағайныҡ, килеп сыҡманы, Артур дуҫыбыҙ ҙа һәләк булып ҡуйҙы. Ауылдаштарҙың, “Нур” магазины чатында ултырыусылар ярҙамында кәрәк-яраҡты йыйып, 5 октябрҙә юлға сыҡтыҡ. – Посылка ала алмаған яугирҙәргә барып етә алдығыҙмы?
– Эйе, ике егеткә өс йыл буйы бер посылка ла барып етмәгән. Әсәләре ебәргән, әммә ниңәлер алмағандар. Беҙ шул егеттәрҙе барып күреп, күстәнәстәр тапшырҙыҡ. Берәүһе: “Эй, әсәй, миңә ыҙалап ебәрмәһәң дә була, барыбер килеп етмәй”, – тип әйткән булған. Күрһәгеҙ ине уның нисек ҡыуанғанын! Билалдан Юлиә тигән ҡыҙ менән күптән таныш инек. Ул: “Һин үтепсығып бараһың, һинең аша ебәреп ҡарайыҡ әле посылканы, барып етмәй ҙә ҡуя”, – тине. Ул биреп ебәргән күстәнәс Әхәттең хеҙмәттәшенә булған икән. Ундағы беҙҙең кисерештәр! Һөйләшеп һүҙ бөтмәй, илашып тигәндәй һаубуллаштыҡ.
– Яугирҙәр үҙҙәренең уй-теләктәрен дә еткергәндер?
– Әлбиттә, улар иң тәүҙә һәр ярҙам иткән кешегә ҙур-ҙур рәхмәтен еткерҙе. Унан гуманитар ярҙамдың хәҙер әҙәйеүен дә әйттеләр. Аҙыҡтүлек, башҡа кәрәк-яраҡты үҙҙәреалалар. Егеттәрҙең тағы ошондай үтенесе булды: “Һуғышта шартлау, атыу тауыштарынан шул тиклем ялҡҡанбыҙ. Тыуған яҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтаһың, ә бында, ял көндәре булмаған ваҡытта ла, салют аттырып, шарт та шорт киләләр, байрам, мәжлес үткәрәләр. Тегендә иптәштәребеҙ һәләк булған ваҡытта, бында фейерверктар ебәреп, күңел асыуҙарын аңлай алмайбыҙ. Шундай шау-шыулы тантаналарҙы туҡтатып тороп булмаймыни?” Уларҙың һүҙҙәрен шунда уҡ видеоға төшөрөп чатҡа һалдым.
– Кешеләр был һүҙҙәрҙе нисек ҡабул итте?
– Аңлаған кеше – аңлай. Бер йәш пар: “Беҙҙең никах булды. Туй ваҡытында салютҡа тип тәғәйенләгән аҡсаны яугирҙәр өсөн һеҙгә күсерәбеҙ. Уларға кәрәкле нәмәләрҙе беҙҙең исемдән алығыҙ”, – тип яҙҙы һәм һуңғараҡ аҡса ла күсерҙе. Тағы ла бернисә кеше: “Юбилейҙа фейерверк булырға тейеш ине. Аттырманыҡ. Уға тигән аҡсаны һеҙгә ебәрәбеҙ, ярҙам йыйғанда әйтегеҙ. Беҙҙең яугирҙәргә ярҙам булыр”, – тип мөрәжәғәт итте. Хәҙер бар яҡташтарыбыҙ ошо изге аҙымға ҡушылыр, тип ышанам. Унда беҙҙең ир-егеттәр, уларға беҙ ярҙам итмәһәк, кем итер?
– Ул яҡтарҙан ниндәй хис-тойғолар менән ҡайттың?
– Һуғыш беҙҙең яныбыҙҙа ғына икәнен аңланым. Ундағы кешеләр менән бик үк һөйләшергә ярамай. Сөнки улар араһында ВСУ яҡлылар булыуы ла ихтимал. Шулай ҙа түҙмәй йәшәйештәрен һораштым. Улар: “Шул тиклем арыныҡ. Бар нәмә ҡиммәт. Ҡайһы саҡта ашарға ла булмай. Теге яҡтан шартлатҡыстар килеп тик тора”, – тине. Ололар һәм балалар күренә,ә эш йәшендәгеләр сит илгә китеп бөткән. Бөтә ерҙә емереклектәр. Уларҙы яйлап бөтәйтә башлағандар.Ә юлдары – иҫ китмәле, шып-шыма, яҡшы. Дрон төшөп шартлатып китһә, икенсе көнөнә үк йүнәтәләр.
– Хәүефле юлға сығыуығыҙҙы яҡындарығыҙ нисек ҡабул итте?
– Балалар ныҡ борсолдо, шулай ҙа: “Атай-әсәй, имен-һау ғына ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтәсәкбеҙ”, – тине. Әсәйем менән ҡәйнәмә, ҡурҡытмайыҡ тип, тәүҙә әйтмәнек. Ваҡыты яҡынлаша бара, улар ҙа белде. Шунда уҡ ярҙам итеүгә ҡушылып киттеләр. Әсәй, ауылдаштар ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек һәм башҡа йорт ризығын күп итеп әҙерләп бирҙе. Бер “Ларгус” итеп тейәп ҡайттым. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең машинаға иң күбендә 500 кг йөк тейәлергә тейеш, ә беҙҙеке тоннанан ашыу булған. Бөтәһе лә аптыраны, ундағы таштарға, мина ярсыҡтарына нисек тәгәрмәстәр шартламаған, тишелмәгән тип. Аллаһы Тәғәлә беҙгә юл биргән, күрәһең. Шуға күрә яугирҙәрҙе күстәнәстәр менән ҡыуандырып, үҙебеҙ имен-һау йөрөп ҡайттыҡ.
– Эльвира, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт. Ҡылған изгелектәрең үҙеңә, ғаиләңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Һинең кеүек сая яҡташтарыбыҙ бул- ғанда, Еңеү таңы ла тиҙерәк атыр.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе

Автор:
Читайте нас