Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Октябрь 2025, 10:20

Юлыҡтар яугирҙәргә тос күстәнәс әҙерләне

Юлыҡ ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн улар берҙәм көс менән уларға ит быҡтырып банкаларға тултырҙы.

Юлыҡ ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн улар берҙәм көс менән уларға ит быҡтырып банкаларға тултырҙы. Йылҡы итен Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Барый Миңлебаев менән КФХ башлығы Борис Миңлебаев бирҙе. Дилбәр Маннапова етәкселегендәге ауылдың ирекмәндәре берҙәм көс менән иттәрҙе турап, тәмлекәстәр өҫтәп, бешереп алды. Был көндө Юлыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары йөҙ банка быҡтырылған ит әҙерләне. Туҡлыҡлы өй ризыҡтары ошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Сара барышында юлыҡтар "Һаҡмар" гәзитенә лә дәррәү яҙылды.

Юлыҡтар яугирҙәргә тос күстәнәс әҙерләне
Юлыҡтар яугирҙәргә тос күстәнәс әҙерләне
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас