Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Октябрь 2025, 05:35

Яугирҙәргә - былау!

Темәс ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә былау әҙерләне.

Темәс ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә былау әҙерләне. Уның өсөн “Бикмясо” кафеһы хужалары Миләүшә һәм Илнур Биктимеровтар ит биргән. Ҡалған сығымдарҙы ҡапларға ауыл халҡы ярҙам иткән. Кисә Айгөл Иштәкбаева, Лилиә Халиҡова, Айгөл Урмантаева берҙәм көс менән былау бешереп, уларҙы вакуум һауыттарға тултырҙы. Бөгөн иһә был тәңгәлдә ирекмәндәргә даими ярҙам күрһәткән Ринат Байышев уларҙы Баймаҡтағы “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә тапшырҙы.

Рәхмәт, Темәс ауылы халҡына! Еңеүгә берҙәм көс менән!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас