Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Октябрь 2025, 04:41

Яугирҙәргә - 200 бетеү!

Һеҙҙең доғалыҡтар яугирҙәребеҙҙе ҡалҡан булып һаҡлаһын.

Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Йыл башында Айһылыу Хәбибуллина етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар егеттәребеҙгә 100 бетеү әҙерләгән ине. Был юлы иһә улар 200-ҙө әҙерләп, Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә тапшырҙы! Рәхмәт, таһирҙар! Һеҙҙең доғалыҡтар яугирҙәребеҙҙе ҡалҡан булып һаҡлаһын.

Бынан тыш Таһир ауылы халҡы яугирҙәргә сәк-сәк, бауырһаҡ, сөсөикмәк тә бешереп алып килгән. Шулай уҡ йылы кейемдәр, түшәк кәрәкүяраҡтары ла алып килделәрю.

- Изге теләктәр менән бешергән өй ризыҡтары Тыуған яҡтың йылыһын биреп, яҡташтарыбыҙға ауыҙ итергә яҙһын, - тине Таһир ауылы ирекмәндәре етәксеһе Айһылыу Хәбибуллина. – Был изге эштә ҡатнашҡан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт белдерәм.

Рәхмәт, яугирҙәргә булған ярҙамығыҙ өсөн!

Яугирҙәргә - 200 бетеү!
Яугирҙәргә - 200 бетеү!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас