Ауыл халҡы менән берлектә,махсус хәрби операция ла йөрөгән ир-егеттәребеҙгә, әүҙем генә аҡса йыйып алынды. Уға маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн материалдар алынды. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, был эш байтаҡ ҡына ваҡыт туҡтап ҡалды. Аллаға шөкөр, бына хәҙер егеттәребеҙгә әҙ генә ярҙам булһын тип, ағинәйҙәр, ауылдың өлкән генә апайҙар, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре менән массеткалар үрә башланыҡ. Депутатыбыз Рима Буранбаева менән тормош иптәше Таһир Муртазин тиҙ арала ғына материалды ленталар ға ҡырҡып бирҙеләр. Лентаны кәтүк ләү, поучоктарга ҡырҡыу оло апайҙарыбыз Ильясова Минлеямал апай, Хасанова Хәбирэ апай, Махмутова Зөлфирә апай, Байрамгулова Миңзәлә, Байрамгулова Гөлсинә, ағинәйҙәребез Усманова Көнһылыу апай, Азаматова Гөлсирә апайҙарыбыз ға иңенә төшә. Ҡырҡылған материалдарҙы ленталар ға ҡырҡып биреүсе Хасанова Мөнирә, Махмутова Гөлшаттар. Ә инде массетка үреү оҫталары китапханасы Гөлсинә Шәһит ҡыҙы менән Зифа Илюс ҡыҙы бик оҫталар.
Беҙҙең үргән маскировочный сеткалар егеттәребеҙҙе һаҡлап ҡалһын тип теләктәр теләйбеҙ.
Аллаһ бирһә, һуғыштар тиҙерәк бөтһөн, илдә тыныслыҡ булһын! Махсус хәрби операция ла йөрөгән ир егеттәребеҙ тыуған яҡтарға иҫән һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!
Көнһылыу Азаматова,
Беренсе Этҡол ауылы ирекмәне, "Ағинәй" ойошмаһы рәйесе.