+21 °С
Болотло
Хәнифә Ишалина етәкселегендәге Таулыҡай ауылының “Уңғандар” төркөмө ихлас яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Улар маскировкалау селтәре, шапкаһы ла үрә, яраланған яугирҙәргә махсус күлдәк тә тегә, түбәтәй ҙә бәйләй. Ҙуңғы ваҡытта улар яугирҙәргә былау әҙерләп ебәреүгә иғтибар бирә. Өй шарттарында әҙерләнгән ризыҡты беҙҙең егеттәр баһалап та өлгөрҙө лә инде. Бының хаҡында улар рәхмәт белдереп, видеосәләмдәрен даими ебәрә. Сөнки вакуумлы пакеттарҙа улар оҙаҡ һаҡлана. Бары тик асып, йылытырға ғына кәрәк.
Кисә уңғандар Баймаҡтағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветарандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә тағы ла өс ҡумта тулы вакуумлы һауыттарҙа былау алып килде. Улар яҡын арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.