+21 °С
Болотло
Зәбирә Халиҡова ҡарамағындағы Ишбирҙе ауылының ирекмәндәре даими рәүештә яугирҙәргә ярҙам ебәрә. Бөгөн дә улар Баймаҡтағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә ҙур гуманитар ярҙам алып килде: маскировкалау селтәрҙәре, инвалид коляскаһы, йылы кейемдәр, өй ризыҡтары һәм башҡалар бар.
- Ошо арала тағы ла алып киләсәкбеҙ, - тине Зәбирә Йәғәфәр ҡыҙы. – ауылдаштарыма рәхмәт. Яугирҙәргә һәр ваҡыт ярҙам итергә атлығып торалар. Берҙәм көс менән – Еңеүгә!