Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Октябрь 2025, 11:15

Баймаҡта маскировка селтәре үреү үҙәге асылды

Баймаҡ ҡалаһының психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ирекмәндәр маскировкалау селтәре үрә башланы. Бөгөн унда хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй килеп, яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ең һыҙғанды. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙән дә уҡыусылар теләк белдерә.

Баймаҡ ҡалаһының психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ирекмәндәр маскировкалау селтәре үрә башланы. Бөгөн унда хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй килеп, яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ең һыҙғанды. Дүрт көндә улар берҙәм көс менән ике маскировкалау селтәре үрҙе. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙән дә уҡыусылар теләк белдерә. Улар өсөн айырым график ҡаралған. Маскировакалау селтәре үрергә теләүселәр Тыныслыҡ урамы, 1-се йортта урынлашҡан психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенә килә ала. Тулыраҡ адрес: бында ГАИ урынлашҡан, элекке "Россельхозбанк" бинаһы.

Баймаҡта маскировка селтәре үреү үҙәге асылды
Баймаҡта маскировка селтәре үреү үҙәге асылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас