+21 °С
Болотло
Дамира һәм Хәмзә Әбилевтар - Аҡморона ауылыының ирекмәндәр төркөмөн ойоштороусылар. Даими рәүештә ауылдаштары менән бергә гуманитар ярҙам оҙаталар. Улар “Ҡоро душ”, окоп шәмдәре әҙерләй. Шулай уҡ яугирҙәрҙең заявкалары буйынса генератор, бензобысҡы, төҙөлөш материалдары ла алып ебәрә. Шундай берҙәм көс менән улар Еңеүҙе яҡынайтыуға табан атлай.