Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Октября 2025, 14:00

Мерәҫтәр яугирҙәренә хөрмәт күрһәтте

Бөгөн Мерәҫ ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде. Улар йәшәгән өйгә “МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙең йорто” тигән алтаҡта ҡуйылды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөгөн Мерәҫ ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде. Улар йәшәгән өйгә “МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙең йорто” тигән алтаҡта ҡуйылды.

- Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Башҡортостан Республикаһында “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы” сиктәрендә, шулай уҡ район кимәлендә уҙған “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолдо, - тине Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев. – Беҙҙең ауыл биләмәһенән мобилизацияланған, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт егетебеҙ батырҙарса һәләк булды. Был яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү, шул уҡ ваҡытта әле алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарыбыҙға иғтибар күрһәтеү маҡсатында башҡарылған сара.

Был көндө Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең йорттарына “МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙең йорто” тигән алтаҡталар эленде. Улар араһында батырҙарса һәләк булғандар ҙа, әлеге ваҡытта яраланып, госпиталдә дауаланғандар ҙа, алғы һыҙыҡта булғандар ҙа, шулай уҡ һаулыҡтары буйынса демобилизацияланғандар ҙа бар.

Рәшит Сәғитов ике тапҡыр Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Әлеге ваҡытта ул һаулығы буйынса демобилизацияланған. Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү программаларында ихлас ҡатнаша. Ошо көндәрҙә ул крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Хөкүмәттән махсус субсидия алған.

- Бөгөн МТЗ-82 тракторы, ротор косилкаһы һәм 18 баш герефорд тоҡомло һыйыр алдыҡ, - тине Рәшит Сәғитов. – Беҙгә һәр яҡлап иғтибар итеп, ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә, урындағы ауыл Советына рәхмәт белдергем килә.

“МХОла ҡатнашҡан яугирҙең йорто” алтаҡтаһы ҡағылған йортта йәшәүселәр уны ҡәҙерле бер бүләк кеүек ҡабул итте. Унда кемдер яуҙа батырҙарса һәләк булған яҡын кешеһен күрҙе, кемдер, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта йөрөгән ҡәҙерлеһен тоҫморланы. Матур башланғысҡа юл һалған Мерәҫ ауыл биләмәһе башлағы Шамил Нәҙербаевҡа, ауыл халҡына рәхмәт белдерге килә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотолары.

Мерәҫтәр яугирҙәренә хөрмәт күрһәтте
Мерәҫтәр яугирҙәренә хөрмәт күрһәтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас