“Еңеү” маскировка селтәре әҙер!
Урғаҙа ауылының Галина Жиденко етәкселегендәге “Йөрәк саҡырыуы” ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн дә улар “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына ҙур гуманитар ярҙам алып килде. Улар араһында маскировкалау селтәре, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары һәм башҡа талап ителгән ярҙам бар. Галина Владимировна шулай уҡ бензобысҡы алыу өсөн 6000 һум аҡса ла тапшырҙы. Гүзәл Ҡадырова шлемдар өҫтөнән кейергә маскировкалау шапкалары үргән.
Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ – яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләүҙә урындағы мәктәп коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Улар бының менән йәш быуында пеатриотик рух тәрбиәләй.
Ә иң мөһиме – ирекмәндәр “ПОБЕДА” һүҙе яҙылған маскировкалау селтәре үреп алып килгән ине. Был бөтәбеҙ ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көткән һүҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!