Беренсе Этҡол ауылында ошо ауылда тыуып үҫеп, Афған, Чечен һуғыштарында, махсус хәрби операцияла мәрхүм булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған «Хәтер» аллеяһы асылды. Ул Ватанды һаҡлаусылар, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына арналды. Сарала район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин, мәктәп коллективы, «Йәш урмансылар» урман хужалығы тәрбиәләнеүселәре, яугир әсәләре, ауыл халҡы ҡатнашты. «Хәтер» аллеяһы өсөн был урынды юҡҡа һайламаныҡ. Был ер беҙҙең өсөн изге урындарҙан һанала. Тәүҙә бында балалар йорто, аҙаҡ дауахана, музей һәм мәсет урыны булды. Ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, был урынды аяҡ аҫтында тапатып ҡалдырмайыҡ, тип кәртәләргә һәм ағас ултыртырға булдыҡ. Кәртәләүгә материалдар алыу өсөн аҡса йыйған ауыл активына, өмәлә ҡатнашҡан ир-егеттәргә, аллеяны матур итеп буяп ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙарға, үҫентеләр менән ярҙам иткән Баймаҡ урман хужалығының Крепостной урмансылығына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бөгөн «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә бөтәһе 100-гә яҡын ҡарағай үҫентеһе ултыртасаҡбыҙ», – тине ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин.
Сараны асыу өсөн һүҙ район Советы секретары Иҙел Әбүбәкировҡа бирелде. Ул батыр улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, яугирҙәр исемен мәңгеләштереү маҡсатында «Хәтер» аллеяһын ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, патриотик сарала уҡыусыларҙың да ҡатнашыуын ыңғай баһаланы. Ауылдың имам-хатибы Азамат Ғәҙелмырҙин изге эшкә фатиха биреп, мәрхүмдәр рухына бағышлап аят уҡыны. Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йыр һәм шиғыр номерҙары сараға патриотик рух өҫтәне. Уларҙың «Мәңгелек ут» йырынан һуң, һәр кем кем улының, туғанының фотоһын тотоп, аллеяға үтте, унан ҡәҙерле кешеһенә төбәп,
исемләп ҡарағай ултыртты... Был көндө бөтәһе 17 егеткә: Чечен һуғышында ҡатнашҡан Кинйәбулат Исмәғилев, Хәлис Усманов, Алик Хисмәтуллин, махсус хәрби операция яугирҙәре Рәил Байегетов, Рим Мәхмүтов, Юлай Йәғәфәров, Ғәзизйән Мәхмүтов, Рөстәм Моталлапов, Фәиз Хәсәнов, Зөфәр Ғәлин, Фуат Ҡангилдин, Рәфис Ҡасҡынов, Ринат Байрамғолов, надир Һунарғолов, Айгиз Ҡангилдин, Вилүр Үтәғоловтар, Иҙел Байназаров иҫтәлегенә ағастар ултыртылды. «Ике улым махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Рәил улым 2022 йылда тәүге мобилизацияға эләгеп киткән ине, үкенескә ҡаршы, 2024 йылда яуҙа мәрхүм булды, алып ҡайтып ерләнек. Радмир улым бер йыл элек үҙ теләге менән контракт төҙөп киткәйне, шунан бирле бер хәбәр юҡ. Бөгөн Рәил улым иҫтәлегенә ағас ултырта килдем, ә Радмир улымдың иҫән-һау булыуын теләп кенә йөрөйөм», – тине ике яугир әсәһе Нурбикә Байегетова.
«Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғыштарында, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарҙы онотмайбыҙ. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ауылда, мәктәптә спорт һәм мәҙәни саралар, осрашыуҙар үтә. Февралдә үткән хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә ошо ауылда тыуып, уҡып, яуҙа ҡатнашып батырҙарса һәләк булған һигеҙ егеткә «Герой партаһы» асылды. Үкенескә ҡаршы, унан һуң да махсус хәрби операцияла үлеп ҡалған ауылдаштарыбыҙ бар. Уларға, йәғни ҡалған туғыҙына ошо көндәрҙә «Герой парталары» асырға уйлап торабыҙ. Шулай уҡ ултыртҡан ҡарағай ағастары ла шаулап үҫеп, ҡарағайҙай батыр егеттәребеҙҙе хәтерләтеп торор тигән өмөттә ҡалабыҙ», – тине Беренсе Этҡол мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Әлфирә Азаматова.
Эйе, илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа һәләк булған батырҙарға хөрмәт мәңгелек. Беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Мәрхүмдәрҙең урындарының ожмах түрендә булыуын, ә яуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһының да тыуған яҡтарға, яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.