Ниғәмәт ауылы мәктәбендә мобилизацияланған яугир Фаил Самат улы Сакиндың иҫәтлегенә «Герой партаһы» асылды. Ул махсус хәрби операцияға бара һәм батырҙарса һәләк була. Партаны асыу тантанаһында уның әсәһе Дилә Мырҙағәлина, райондың хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, хеҙмәттәше Нурфәиз Сәфәрғәлин, яугирҙең дуҫтары, туғандары һәм башҡалар ҡатнашты. Батыр яугирҙең иҫтәлеге мәңгелек.