Кисә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Альберт Хәйруллин менән осрашыу үтте. Ул Баймаҡҡа яуҙа һәләк булған окопташ дуҫын һуңғы юлға оҙатырға килгән ине.
Альберт Хәйруллин студенттарға Тыуған илде яратырға, уның өсөн һыуға ла, утҡа ла керергә әҙер булырға саҡырҙы. Студенттар яугиргә гитара аҫтында матур йырҙарын башҡарҙы. Һуңынан Альберт Хәйруллинға яугирҙәрҙең “Баймаҡ толстовкаһы” тип атап йөрөткән, Баймаҡ райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәре теккән толстовка бүләк иттек. Быны көтмәгән яугир ирекһеҙҙән күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
Күңелдәрҙе иретерлек флис материалынан толстовкалар теккән “Беҙ бергә” ирекмәндәренә ҙур рәхмәт әйткем килә.
Ирҙәр ҙә илай, бигерәк тә яугирҙәр...