Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Сентябрь 2025, 03:10

Йылым ауылында ирекмәндәр көнө уҙҙы

Йылым ауылында ирекмәндәр көнө уҙҙы. Уларға ярҙамға Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Юлыҡ ауылдарынан да иң әүҙемдәр килеп етте. Был көндө 56 ирекмән берҙәм көс менән маскировкалау селтәре үрҙе...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йылым ауылында ирекмәндәр көнө уҙҙы. Уларға ярҙамға Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Юлыҡ ауылдарынан да иң әүҙемдәр килеп етте. Был көндө 56 ирекмән берҙәм көс менән маскировкалау селтәре үрҙе. Изге эште яугирҙәр именлегенә доға ҡылып, изге теләктәр әтеүҙән башланды.

Йылым ауылының ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Дилә Урал ҡыҙы был эште бик тә оҫта ойошторҙо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар дүрт маскировкалау селтәре үрҙе. Афарин, ирекмәндәр! Берҙәм көс менән – Еңеүгә!

Йылым ауылында ирекмәндәр көнө уҙҙы
Йылым ауылында ирекмәндәр көнө уҙҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас