Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентябрь 2025, 05:40

"Абдулла"ға - Баймаҡ толстовкаһы

Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмө яугирҙәргә флис материалынан толстовкалар тегә. Улар егеттәребеҙгә бушлай тапшырыла. Әйтергә кәрәк, уға һорау ҙур. Егеттәр үҙҙәре лә: "Махсус хәрби операция биләмәһендә флис материалынан толстовка кейгән егет булһа, ул мотлаҡ Баймаҡтан", - тип шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәре беҙгә дәрт өҫтәй. Бөгөн МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар һәр ерҙә лә үтеп тора.Ошо көндәрҙә Ҡолсора ауылында ҡыйыу улдарының береһе, ялға ҡайтҡан "Абдулла" позывнойлы яугир менән осрашыу уҙҙы.

Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмө яугирҙәргә флис материалынан толстовкалар тегә. Улар егеттәребеҙгә бушлай тапшырыла. Әйтергә кәрәк, уға һорау ҙур. Егеттәр үҙҙәре лә: "Махсус хәрби операция биләмәһендә флис материалынан толстовка кейгән егет булһа, ул мотлаҡ Баймаҡтан", - тип шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәре беҙгә дәрт өҫтәй. Бөгөн МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар һәр ерҙә лә үтеп тора.Ошо көндәрҙә Ҡолсора ауылында ҡыйыу улдарының береһе, ялға ҡайтҡан "Абдулла" позывнойлы яугир менән осрашыу уҙҙы. Уны урындағы китапханасы Гүзәл Мөхәмәтҡужина ойошторған. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы "Абдулла"ға үҙебеҙҙең Баймаҡ ирекмәндәре теккән толстовканы бүләк итте. Осрашыуҙың аҙағында ул: "Ергә именлек килһен, күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын ине, киләсәк быуынға һуғыш әфәтен күрергә яҙмаһын", - тигән теләген дә еткергән. Эйе, һүҙҙәрегеҙ АЛЛАҺтың АМИН тигән ваҡытына туры килеп, яу яланындағы егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләре янына ҡайтырға насип итһен. Осрашыу уҙғарған беҙҙең әүҙем ирекмәнебеҙ Гүзәл Мөхәмәтҡужинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

"Абдулла"ға - Баймаҡ толстовкаһы
"Абдулла"ға - Баймаҡ толстовкаһы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас