Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Сентябрь 2025, 06:51

Яугир менән осрашыу

"Завгар" ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Иҫке Сибай ауыл мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Завгар" позывнойлы яугир менән осрашыу уҙҙы. Уны урындағы ирекмәндәр һәм ауыл хакимиәте башлығы  ойошторҙо. "Завгар" әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан. Осрашыу сәй табыны артында, тығыҙ бәйләнештә, аралашыу, әңгәмәләшеү форматында барҙы.
Яугирҙы ауыл халҡы ике маскировкалау селтәре, күстәнәстәр биреп, хәйерле-имен юлдар теләп оҙатты. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ныҡлы һаулыҡ һәм тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас