+24 °С
Ямғыр
Иҫке Сибай ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итә. Бөгөн улар ун литрлыҡ биш биҙрә тултырып бишбармаҡ ҡырҡып, “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө штабына алып килеп тапшырҙы. Бының өсөн мәктәптең техник хеҙмәтләндереү тармағында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр, ветерандар күп көс һалған. Әйткәндәй, ауылдың “Яҙгҡл” ансамбле лә һәр саҡ яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Улар берҙәм көс менән маскировкалау селтәре үреп, фронтҡа оҙата.