+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө Ишмырҙа ауылында эшләне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар бергәләшеп төрлө емеш-еләктәрҙән ҡаҡ ҡойҙо. Рәүфә Бикәстан ҡыҙы әхирәттәрен үҙенең ишек алдына йыйып, ҙур мәртәбәле эш эшләне. Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы, Зөлфиә Тимербулат ҡыҙы, Миңзәлә Ғәлимйән ҡыҙы, Ләлә Тәлғәт ҡыҙы шулай уҡ урындағы “Әхирәттәр”, “Ярангөл” ансамблдәре бергәләшеп ҙур эште йәһәт кенә башҡарып та ҡуйҙы. Рәхмәт, уңған ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙ әҙерләгән ҡаҡтар ошо арала яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә оҙатыласаҡ.