Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Август 2025, 10:40

"Миләштәр" яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләне

Баймаҡ ҡалаһының "Миләш" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша...

Баймаҡ ҡалаһының "Миләш" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә  гуманитар ярҙам ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Улар яугирҙәргә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек туплай. Был юлы "Миләш"тең уңған ҡатын-ҡыҙҙары балалар баҡсаһы янындағы һәм шәхси баҡсаларында үҫкән йәшелсәләрҙән борщтар һәм салаттар әҙерләне. Афариндар! Һәр саҡ шулай әүҙем булығыҙ! 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас