Таулыҡай ауылында Хәнифә Азамат ҡыҙы Ишалина етәкселегендәге "Уңғандар" клубы ҡатын-ҡыҙҙары уңышлы эшләүен дауам итә.
Ирекмән булараҡ, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға гуманитар ылау ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Уңған апайҙарҙың бөтә күңелдәре менән аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләүҙәре, маскировкалау селтәрҙәре үреүе тик һоҡланыуға һәм рәхмәт һүҙҙәренә генә лайыҡ!
Кисә "Уңғандар" Баймаҡ ҡалаһындағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә яугирҙәргә тип бик күп күстәнәстәр, кәрәк-яраҡтар алып барып тапшырҙы.
"Беҙ яугирҙәргә хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ, иң мөһиме, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен",- тине улар.
Беҙ ҙә йорт-илдәрҙең тыныс булыуын, ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ һәм ярҙамдары өсөн "Уңғандар" клубы ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!🙏🥰