Был көндө халыҡ ижады үҙәге патриотик рух менән һуғарылған йыр һәм бейеүҙәрҙән яңғырап торҙо. Илен, халҡын һаҡлап яуға күтәрелгән яугирҙәрҙә дан йырланды. Өс ай элек ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты” фотоальбомдарына йомғаҡ яһалды. Ул район хакимиәте, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарған ярҙам күрһәтеү үҙәге” коммерция булмаған ойошма тарафынан ойошторолдо.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр ил һағына баҫты. Бөгөн улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Күп кенә яҡташ яугирҙәр батырлыҡтары өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Ҡыйыу аҙым яһаған бер генә яугирҙе лә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шул уҡ ваҡытта тылда “Бөтәһе лә фронт өсөн” дивизы аҫтында ирекмәндәр ҙә тығыҙ сафҡа баҫҡан. Улар урында шул ҡәҙәр ҙур эш башҡара. Бөгөн яугирҙәр һәм ирекмәндәрҙең теләге бер – илебеҙҙе нацистар яуынан ҡотҡарыу һәм тыныслыҡ урынлаштырыу. Фронт һәм тыл бер маҡсатты күҙ уңында тотоп эш итә. Бөгөнгө көн иртәгә тарихта ҡала. Шуны күҙ уңында тотоп ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ватанды һаҡлаусылар - геройҙар ваҡыты” фотоконкурсы үҙ маҡсатына иреште. Фотоальбомдың беренсе өлөшөндә яугирҙәр тураһында мәғлүмәт тупланған. Бөгөн ҡулдарына ҡорал алып, нацистарға ҡаршы көрәшкә күтәрлегән батыр егеттәребеҙҙең тормош юлы, ҡаһарманлыҡтары урын алған. Икенсеһендә ирекмәндәрҙең эше сағылдырылды. Ысынлап та, бөгөн урында “Бөтәһе лә фронт өсөн!” дивизы аҫтында ҙур эштәр башҡарыла. Маскировкалау селтәре үрелә, окоп шәмдәре ҡойола, йылы ойоҡбаштар бәйләнә, ҡотҡарыусы беләҙектәр үрелә. Шул уҡ ваҡытта яугирҙәргә йылы толстовкалар, жилеттар, шапкалар тегеү буйынса ла ҙур эштәр алып барыла. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәрҙең ҡулдарына тапшырыла.
Бөгөн Еңеү яулаған ҡартатайҙарыбыҙҙың батыр аҙымын яугирҙәр фронтта ҡабатлаһа, беҙ тылда хеҙмәт иткән өләсәйҙәребеҙҙең юлын дауам итергә бурыслы. Тап шул тәңгәлдә башҡарылған эштәр фотоальбомдарҙа сағылыш тапҡан да инде. Һәр ауыл биләмәһе ошо хаҡта тулы мәғлүмәт бирҙе. Слайд эшләп, экранда яҡтыртты. Һуңынан патриотик рух менән һуғарылған концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Ауыл биләмәләренең эшен район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ҡарамағындағы абруйлы ағзалары баһаланы.
Улар бер һүҙҙән Мерәҫ ауыл биләмәһенә беренсе урынды бирҙе. Әбделкәрим ауыл биләмәһе – икенсе, Ишмырҙа һәм Урғаза ауыл биләмәләре өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы райондаштарыбыҙҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Фронт һәм тыл яугирҙәре берҙәм көс менән Еңеүгә ныҡлы аҙым менән алға бара.