Темәс ауылында Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештә ҡатнашҡан Рөстәм Насыровтың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир уҙҙы. Ул “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе тарафынан ойошторолдо. Сарала уның етәксеһе Рәмис Әмиров, яугирҙең дуҫтары, класташтары ҡатнашты. Турнирҙы ойоштороуҙа улар үҙҙәре үк бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
- Батырҙарын илебеҙ онотмай, - тине Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова. – Был турнир үҫеп килгән йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүгә ҙур роль уйнай.
Артабан Рәмис Рәфис улы һүҙ алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәйҙәре Илгизә Осипова менән Сәрүәр Йәнтилинаға “МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә” миҙалдарын тапшырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ике Шулай уҡ иң әүҙем ирекмәндәргә һәм турнирҙы ойоштороусыларға “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәгенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Рөстәм Насыров Төньяҡ Кавказда хәрби хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осорҙа хәрби бәрелештәр башлана. Ләкин ҡыйыу егет иленә тоғро хеҙмәт итә. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн өсөн уға Батырлыҡ ордены тапшырыла. Әйтергә кәрәк, был юғары награда 1994 йылда ғына барлыҡҡа килә. Тимәк, Рөстәм Мөбәрәк улы 1994-1996 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булыуын иҫәпкә алып, ул беренселәрҙән булып был юғары дәүләт наградаһына лайыҡ була. Бынан тыш батыр егет “Төньяҡ Кавказда барған хәрби бәрелештәргә 25 йыл” һәм “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн” миҙалдарына лайыҡ була. Был көндө уның наградалары “Темәс” тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рөстәм Мөбәрәк улы Насыровтың ғүмере бик иртә өҙөлә.
Турнирҙа еңеүселәргә миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.