Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Апреля 2025, 07:25

Яугирҙәрҙе хәстәрләп

Изге теләктәр, доға-аяттар уҡып һалынған посылкалар ир-егеттәргә көс өҫтәһен

Яугирҙәрҙе хәстәрләпЯугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп

“Билал ауыл биләмәһенең ”Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә сәк-сәк бешерҙе.

Посылкаларға шулай уҡ резина итектәр, шәхси гигиена әйберҙәре әҙерләп, изге теләктәребеҙҙе әйтә-әйтә, доға-аяттар уҡып һалдыҡ.

Зәйнулла ағай Әминев, Искәнйәр Нурғәлин, Сәриә Хажиева аҡсалата ярҙам итте.

Яугирҙәребеҙ имен-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, доғаларыбыҙ уларҙы ҡурсалаһын.

Почта таратыусы Роза Батыр ҡыҙы 2025 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙҙырҙы.

Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, ауылдаштар!” – тип хәбәр итә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Фәһимә Һибәтуллина.

Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас