+24 °С
Ямғыр
Иҫке Сибай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн күңелле сара үтте. Уны ауыл биләмәһе хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Балалар спорт ярыштарында ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай уҡ улар пластилиндан брелок эшләү һәм йөҙгә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнде. Сара аҙағында балаларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр тапшырылды. Иҫке Сибай ауылы халҡы байрамды үткәреүгә бағыусы булған Буранғоловтар, Әхмәровтар ғаиләләренә һәм сараны мауыҡтырғыс итеп ойошторған Гүзәлиә Иҙрисоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.