Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Буранбайҙар "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһын дауам итеп, яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләне.

Буранбай ауылы халҡы ла, башҡа яҡташтар кеүек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итергә тырыша.

"Беҙ быйыл да “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында ҙур эш башҡарабыҙ. Халыҡ ихлас ҡына аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр алып йәшниктәргә тултырҙыҡ. Имен - һау һалдаттарға барып етһен! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Буранбай халҡына , ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт. Изге ураҙа айында ҙур сауаптар алдығыҙ. Һеҙгә һаулыҡ ,именлек ғаилә бәхете теләйем", - ти ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас