Йәштән үк бик ирмәк кеше булды Рәжәп, тип һөйләйҙәр уның хаҡында. Ул теле асылыр-асылмаҫтан
әкиәт яратҡан. Ауылдың буйынан-буйына йөрөп: «Әкиәт
һөйлә лә әкиәт һөйлә!»— тип ныҡышып, ололарҙың теңкәһенә тейеп бөтә ине, тип һөйләйҙәр. Инде ауылда ул
ишетмәгән әкиәт ҡалмағас, был тотонған үҙенән сығарып һөйләргә!
— Атаһыҙ үҫһә лә, үҙе бик уңған, үҙе бик тә зирәк
бала булды! — тип, үтә ҡәнәғәтләнеп һөйләй ине әсәһе
Ғәйниямал апай.— Бына шул зирәклеге тигәндәй... Ете
ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен тойор әҙәм ул беҙҙең Рәжәп... Ауылда ни кешенең борсолмай ғәмһеҙ йәшәгән сағы буламы ни... Бына һыйырың елен еткерһә,
торғаны бер ғазап. Ҡасан быҙаулар икән, тип, төнөнә
биш сығып ҡарайһың. Ғәфләт баҫып, әмәлгә ҡалғандай,
шул сәғәттә йоҡоңа баш булманыңмы — һалҡын аҙбарҙа быҙауыңдың шыҡырайып туңып үлгәнен көт тә тор.
«Әсәй!— тип мине тынысландыра әлеге шул үҫеп кенә килгән Рәжәбем. — Ғауғаланмай ғына йоҡла. Миңә
ышан...» — тисе.
Шундай йоҡоһоҙ бер нисә төн уҙғарғас, хәйерһеҙең,
ҡаты йоҡоға талғанмын да ҡуйғанмын икән бер көн.
Рәжәбем: «Әсәй, тор, һыйыр быҙауланы!..»— тине лә,
шәмгә ут алып, аяғын быймаһына тыға һалып, сәйҙәге
тунына үрелде.
Иләҫ-миләҫ килеп артынан аҙбарға югереп сыҡһам,
Сыбарым үҙе төҫлө сыбарҡай ғына быҙауын ялап торасы!.. Икеһен дә өйгә индереп, быҙауын ауыҙландырып,
инәһенең сыуын имен-аман ғына һалдырып, күңел ты264
нысланғас, Рәжәбемдән сәйерһенеп һорайым: «Сығып
та йөрөмәгән кеүек инең. Ни ғәләмәт улай сәғәтендә минутында тойорға зирәклеген етте?»— тим.
Рәжәбемдең иҫе лә китмәй. «Ниңә, ишетмәнеңме ни?
Теге нәҫтәкәй... аҙбар эйәһен әйтәм... тәҙрәнән: «Рәжәп,
тор, һөйөнсө, һыйырығыҙ быҙауланы!»— тип ҡысҡырып
китте ләбаһа... Юғиһә мин дә, онотолоп, ҡаты серемгә
китеп бара инем!»— тисе.
Бына шунан теҙелеп китте уның береһенән-береһе
ғәжәп, береһенән-береһе серле әңгәмәләре. Олоғайған
һайын һүҙенең хикмәте, мәҙәклеге арта барҙы.
Шуға ла тракторсы Рәжәп янына кеше күп йыйылыусан. Йәйҙәрен ул яландан һирәк ҡайта. Ҡайттымы —
һис кем көтмәгән яңы әңгәмәһе була.
Бер урауында ул ярты ауылға етерлек табан балыҡ
тейәп ҡайтҡан.
— Ҡ айҙан эләктерҙең был ҡәҙәрене?!— тип һорайҙар.
Ә Рәж әптең иҫе лә китмәй. Әйтерһең, көн һайын б у
ла торған ваҡиға. Сабыр ғына итеп һөйләй ҙә бирә:
— Анау урмандағы Кетәк күлен ҡыҙғандым. Шуның
үрендә һөрә инем... Үҙем тегенең яҙғы һыуының китеп
бөтөрөн күңелем менән тойоп йөрөнөм. Ярлау яһап
аға быйыл... Түҙмәнем. Төштөм дә, тракторым менән
һөрҙөрөп, ағып сыға торған алҡымын томалап ҡуйҙым...
Эшем бөттө тип, китергә боролғайным инде. Артымда
үҙ тракторымдың гөрөлтөһөнән дә көслөрәк уһылдау
ишеттем. Ер тетрәне.
«Рәжәп, кил, йый! һине бәхилләтеүем шул!»— тисе.
Боролһам, иҫтәрем китте. Кетәк күле күҙ алдымда
кәмей бара.
— Эйе шул...— тип килешәбеҙ.— Кетәк күле Утар
күле менән мәмерйә аша тоташҡан шул. Ҡоро йылда
утар күленең кимәле кәмей башлаһа, йыш ҡына шулай
китә лә бара...
— Шулайҙыр инде. Шул сағына тура килгәнмендер.
Эйе, мин һеҙгә әйтәйем, уһылдап китте лә барҙы Кетәк
күле... ҡараһа-ам, балыгы тупырҙап ҡала бара... Аптырағас, турпышаны һөйрәп төшөрҙөм дә тотондом эре генәләрен һайлап йыйырга! Ни эшләйһең, балыгы әрәм
була бит... Иң төбөндә күләүек кеүек кенә булып ҡ алды Кетәк күле. Шунан ни, бер турпыша тулғас, мин дә:
«Нәфсеңде тый, Рәжәп!» — тип үҙемә әмер бирҙем дә
туҡтаным. Бик ныҡ ауырайған турпышаны күҙ алдымда
ҡороған күлдән көс-хәлгә һөйрәп сығарҙым, һөйрәп сыгарыуым булды, «дөр-рөҫ!» тип гөрһөлдәне күл һәм кире
сыға башланы. Сирек сәғәт эсендә мөлдөрәмә булып
тулды.
Баҡһам, ул, берҙән, миңә рәхмәтен белдерергә теләгән; икенсенән, нәфсемде һынамаҡ булған икән... Бына, ҡайтҡас, ауылға таратып бирмәһәм, тағы асыуланыр ине әле...
Рәжәп ағай, шаҡтай олоған төшкәнсе, кәләш алмай
йөрөнө. Ҡ арт буйҙаҡтың н и — иң күп ишеткән һорауы
«ниңә һаман өйләнмәйһең?» була инде.
Рәжәп ағай көттөрә бирә лә берәй әңгәмә менән
яуап бирә.
Йәшерәк сағым ине. ХТЗ тракторы менән әлеге Кетәк күле үрендә пар һөрәм. Бәлки, берәй ашарлыҡ табан эләгер әле, тип, күлгә ҡармаҡтар һалып ҡуйғайным.
Төшкә табан уны онотоп та бөткәйнем инде. Әлеге лә
баяғы күл күк күкрәү тауышы менән:
— У-уһ! Эләкте! — тип мине тертләтте.
- Ҡурҡа-ҡурҡа ғына төштөм. Бер ҡармағым ды һөйрәһәм, көс еткеһеҙ ауыр. Үҙе бына ла инде сәбәләнеп
болғана, һөйрәп сығарһам... үксәһенә еткән оҙон һары
сәсле яп-яланғас һыуһылыу, сәсенән эләгеп, тыпырсына.
Билдәре өҙөлөп китергә генә тора. Ә төҫө... бер бите ай,
бер бите ҡояш тип әйтәйемме... Мин уны үҙемә кәләш
итеп алырға, донъямда нимәм бар — шуны бирергә әҙер
инем...
Ул, минең уйымды белгән һымаҡ:
— Рәжәп бәғерем, мин — һинеке. Бары ҡармағыңдан ысҡындыр ғына. һинеке булыр өсөн мин иң тәүҙә
азатлыҡ рәхәтен кисерергә тейешмен. Мин бары ирекле
көйөнсә генә һинеке була алам!..— тисе.
Мин, ләззәтле минуттар кисерә-кисерә, уны ҡармағыма эләккән еренән ҡотҡарҙым.
Ул саф һалҡын ҡулыҡайы менән башымдан һыйпаны ла:
— Хәҙер үҙеңдән биш аҙым ситкә китергә рөхсәт
ит! — тине.
Мин инде, ул ни ҡушһа, шуны үтәргә әҙер инем.
һыуһылыуым күлгә табан биш аҙым атланы ла:
— Ҡыҙҙар һүҙенә ышанма! — тип, ап-аҫьгҡ әйтте һәм
ңүлгҙ сумып, юҡ булды.
Ер һөргәндә, Кетәк күленә тәңгәлләшкән һайын, гөрләгән һыу тауышы итеп, шул һүҙен ҡабатлап ҡалыр
булды һыуһылыу.
Шунан нисек ышанаһың инде ҡыҙҙарға! һыуһылыуҙың васыятын үтәп тик йөрөйөм.
Ышанғы килмәй. Ышанмаҫ инең — ҡыҙыҡ. Ы шанмағанды белһә, Рәжәп ағай үпкәләр ҙә бүтән һөйләмәҫ...
Бер көндө Рәжәп ағайыбыҙ әллә ҡайҙан — бик ситтән кәләш алды ла ҡайтты. А-ах, сибәрлеге! Бер бите
ай, бер бите ҡояш, тиһәң һис кенә лә арттырыу булмаҫ!
Алтын һары сәсе бөгәренән түбән үк төшөп, үксәһенә
етеп тора бына. Ул биле, ул биле! Өҙөлөп кенә китер
төҫлө.
Бындай мәлдә:
— Ҡайһы ауылдан төшөрҙөң? — тигән һорау тәүге
һорау була инде.
— Ауылдан! — тине Рәжәп, беҙгә мыҫҡыл менән ҡ арап. — Көтөп тор ошондай еңгәңде ауылдан! Ана, теге
Кетәк күле мажараһын һөйләгәйнем бит әле... Шул ҡ а
бат килеп эләкмәһенме!.. «Бар кит! — мин әйтәм.—
Ниңә ҡабат эләктең? һин бит мине яратмайһың... Мин
инде һинең һүҙеңде тотоп, ҡыҙҙар һүҙенә бер тамсы ла
ышанмайым!..»
— Ә һин мине әүәлгесә яратаһыңмы? — ти был.
— Мин яратыуҙамы ни... һиңә ышаныуҙары ҡ ы
йын... — тим.
— Үҙеңдең яратыуыңа ышанаһың икән — ал да
ҡайт, минән эш тормаҫ... — тисе.
— Ә яратырһыңмы һуң? — тип ныҡышам, ғорурлығымдан тиҫкәреләнеп, янына яҡын да бармайынса.
— һүҙендә шул ҡәҙәре ныҡ торған кешене нисек
яратмайһың! Һин бит минең һүҙемде тыңлап, иреккә
ебәрҙең. Мин өс йылдан ашыу һине һынаным. Кеше иркен бик хөрмәт итәһең икән. Мине ышанып ебәрҙең
бит... Кеше иркенең ҡәҙерен белгән әҙәм балаһын мин
нисек онотайым ти инде... һинең дә мине онотмағаныңды һәр саҡ белеп торҙом мин... Яратып уфтанғандарыңды белдем күл төпкәйҙәрендә көйөмсә... Ныҡлап һынағас, бына үҙем ҡабаттан килеп эләктем!..—тисе. Бы
на шуға алып ҡайттым. Еңгәгеҙҙең исеме һыуһылыу
булыр. Ә һеҙ, ҡайһы ауылдан, тип һораған булаһығыҙ!..
Ошо әңгәмәһен һөйләп бөтөргәс, беребеҙ:
— һәй-й, Рәжәп ағай, шул шыттырыуыңды ташлама
ның... Сибәрлеккә сибәр ҙә еңгәм, бер ҙә һыу эйәһенә
оҡшамаған. Сәпсим үҙебеҙҙең ҡәҙимге ер заты ҡыҙы
бит! — тип ауыҙын йырғайны.
Рәжәп ағай бәхәсләшеп-сәмләшеп бер һүҙ ҙә әйтмәне. Әйтерһең, был һүҙ уға ҡағылманы. Был һүҙҙе онотҡан шикелле, ул бына ике йыл инде буш торған Ҡәйҙәфә апайҙың өйөп күрһәтте. Ул өйгә күптән инде һуҡмаҡ та инмәй. Ишек алдын кеше бейеклеге кесерткән
баҫҡан.
— Бына, — тине, — әгәр ҙә ки шул өйҙөң мөрйәһенән
дүрт минут тигәндә төтөн сыға башламаһа, бынан кире
бер һүҙемә лә ышанмаҫһығыҙ...
Үҙе, ауыҙ эсенән нимәлер уҡынған булып, бик етди
төҫ менән ҡапҡа тапҡырында шым торған тракторының
бер рычагын ҡайырғысланы.
— Көтөгөҙ, хәҙер сыға!
Тамсы ла ышаныс юҡ. Әммә барыбыҙҙың да күҙе
Урта Азияға улы янына сығып киткән Ҡәйҙәфә апайҙың
буш торған өйөнөң китек мөрйәһенә юнәлде.
Бер минут үтте...
Ике минут...
Тын да алмайбыҙ...
— Их, төтөн сыҡһын ине! — тип теләйбеҙ.
Мөғжизә ҡыҙыҡ әйбер бит ул...
Дүрт минут үтте.
Мөғжизә шауҡымынан ҡотолған берәү, Рәжәпте
мыҫҡыллап, шырҡ та шырҡ көлә башланы. Көлөүгә
тертләп айнығандар ҙа ҡушылды.
...һәм... ни күҙебеҙ менән күрәбеҙ: биш минут үтте
тигәндә, Ҡәйҙәфә апайҙың әлеге китек мөрйәһенән һыҙылып ҡына шыйыҡ зәңгәр төтөн сыға башланы.
Ышанмай, барып ҡараныҡ. Баҡһаң, Урта Азияға китеп ғәйеп булған апайыбыҙ бөгөн иртән генә ҡайтып төшөп, бисмиллалап, усағын көйрәтә башлаған икән... Фәлсәфәгә оҫта берәүебеҙ Рәжәпкә һынаусан һорау
бирҙе:
— Бына, ғәләмәт тә зирәк кешеһең... Ил өҫтөнә улбыл килерҙәй булһа, алдан белер инеңме?
Рәжәп уйсанланды. Оҙаҡ көттөрҙө. Тик барыбер
яуабын бирҙе:
— Үҙ күңелегеҙгә таянығыҙ. Ундай саҡта ир күңеле
алдатмай. Саҡ ҡына булһа ла, алдан һиҙемләй...
Фото: Лилиә ТАКАЕВА