Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
1 Декабрь , 09:15

Декабрь айына һынамыштар

*Декабрҙә ҡар аҙ булһа, йәй ҡоро килә. *Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр. Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Декабрь айына һынамыштар

*Декабрҙә ҡар аҙ булһа, йәй ҡоро килә.

*Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр. Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа. *Декабрь йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, яҙ һалҡын була.

*Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

*Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

*Ҡоро декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.

*Декабрҙең 25-тәрендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, киләһе йылда иген уңа.

*31 декабрь төнөндә күк йондоҙло булһа, ағастарҙа бәҫ ятһа, киләһе йыл ашлыҡ уңыр.

Фото: Лилиә Такаева

Декабрь айына һынамыштар
Декабрь айына һынамыштар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: