Поезд тәгәрмәстәре тигеҙ туҡылдап алға елә. Купелағы күршеләре – әбей менән бабай – урын йәйеп әллә ҡасан йоҡларға ятты. Ҡунаҡтан ҡайтып киләләр, буғай. Кейгән кейемдәре, фиғел-тороштары, мин ауылдыҡы, тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Бабай пинжәгенә орден-миҙалдарын таҡҡан, әбейҙең өҫтөндә лә киң итәкле күлдәк, башына эре биҙәк төшкән сәскәле яулыҡ ябынған. Уларҙы оҙатырға бөхтә кейенгән, мыҡты кәүҙәле, ялпаҡ битле ҡуңыр йөҙлө ир кеше һәм ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән һары сәсле, һылыу, ыҫпай ҡатын инделәр. Баш ҡағып ҡына иҫәнләштеләр ҙә әбей менән ҡарт ҡаршыһынан урын алып өҙөк-йыртыҡ, үҙҙәре генә аңлаған әңгәмәгә күстеләр. Дөрөҫөрәге, ир кеше һөйләште, ҡатын ситтәрәк өндәшмәй ултырҙы. Ҡарттар ялпаҡ биттең атаһы-әсәһе икәнлеге һүҙһеҙ аңлашылһа ла, был нишләптер русса ғына үҙ ҡуша, тегеләре кемуҙарҙан башҡортса яуаплай. Оҙаҡ тотҡарланманы оҙатыусылар, ир: «Пап, мам, по приезду, на вокзале вас встретят, я звонил», – тине лә атаһына ҡулын бирҙе, әсәһен ҡармап-ҡосаҡлап арҡаһынан һөйҙө, шунан сығыу яғына төмрәңләне. Һары сәс ҡайырылып: «До свидания», – тип ҡуйы тушь яғылған керпектәрен елпеп хушлашыуҙан ары уҙманы. Былар киткәс, ҡарт ялбыр ҡаштарын юлдашы яғына йүнәлтеп аҡланғандай мөңгөрләне: «Һин дә Өфөгәлер, ҡыҙым... Ярай... Тимәк, тәүлек ярым бергәләп туҡылдарға... Инәйең менән төпсөктөң хәлен белергә килгәйнек тә... Былар – беҙҙекеләр. Малайҙы әйтәм, уҡырға килгәйне – бында ҡалды. Ҡатыны мәрйә. Ир – баш, ҡатын – муйын, тигән әйтем бар бит әле, күрәһең, тап килмәй ата-олатайҙарҙың ырым-һынамышы, баштың муйынға эйәреп урыҫса һупалауы...» Әбей төйөнсөктәренән һый-ниғмәттәрен сығарып өйөп ташланы һәм, һәр ризыҡты тәғәйен ергә урынлаштырғас, ихласлап табынға әйҙүкләне. Фәриҙә поезға ултырырҙан алда ғына ашханала ҡапҡылап алыуына ылтана ла, былар ҡуйырҙан-ҡуймағастары, яҡынлауҙан башҡа сараһы ҡалманы.
– Әйҙәгеҙ, танышайыҡ, мин – Гөлбаныу инәйең, олатайыңдың исеме Фәтхи.
– Ә мин Фәриҙә булам.
– Йомош менән йөрөйһөңдөр инде, ҡыҙым?
– Эйе, командировканан ҡайтыуым... – Яуап ышанысһыҙ ишетелде.
– Ҡасан килгәйнең һуң? – Белергә теләгәненең нәғеҙен асыҡламай ҡуямы инде ҡатын-ҡыҙ, әбей ҙә яҙып ябынған яулығын төҙәтештергеләп, нуры ҡайтҡан ҙур күҙҙәрен таҫрайтты.
– Һиңә әйтәм, сәйең һыуынып китте түгелме? – Ҡарт әбейен әҙәпле бүлдерҙе лә ҡунағын ҡыҫтаны. – Барына етеш, ҡыҙым. Һый – бынан, ҡаланан алғандары инде.
Былар ары төпсөнмәнеләр, шулай ҙа танышыу-белешеүгә тартым һөйләшеү дауам итте. Бабай шул ултырыуында ҡупшы һаҡал - мыйығын дәрәжәле һыпырғылай, әбейенең бытылдауын ара-тирә бүлдереп ҡуя, кәрәк урында аҙашыңҡырап киткән һүҙ осон ялғай. Тегее ни, һыуы йырылған быуа ише, хәбәрҙе һалдыра ғына: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быларҙы оҙата килгән улдарының эш урынын да, өс бүлмәле фатирҙа йәшәүҙәрен дә, күп йылдар сабыйһыҙ зарығыуҙарын да, хатта ауылдағы ҡаҙҙарының баҫырға ятып, һыйырҙарының еленләүенә ҡәҙәр белергә өлгөрҙө.
Тағы шуға иғтибар итте: был икәү шул тиклем дә пар килгән, мөләйем әбей, олпат бабай тышҡы ҡиәфәттәре менән генә түгел, үҙҙәрен тотошо менән дә бер-береһен тулыландыралар, тышҡы тап килеү эске бөтөнлөккә барып ялғана төҫлө. Былар әйберҙәренән тыш ситлек менән ниндәйҙер ҡош та тотоп ингәйнеләр. Гөлбаныу өҫкө һәндерәгә урынлаштырылған нәмәгә ҡарап аңлатма биреүҙе кәрәк тапты:
– Килен бүләк итте. Хаҡы ла көнбайыш тәңкәһе менән иҫәпләнә икән, беҙҙең аҡсаға әүерелдерһәң, үтә лә ҡыйбат, ти, ғибрәт. Бутты өйҙә тауыҡ-маҙар бөткән.
Бүләк ҡарттарҙың күңеленә хуш килмәгәнлеге һиҙелә.
Ярым ҡараңғы вагон эсенә бәләкәй станцияларҙан йә ҡаршы яҡҡа сапҡан поездарҙан атылған яҡтылыҡ кинәт бәреп инә лә нур телдәре купе эсен ҡабалан-ҡарһалан ялай һалып юҡҡа сыға. Шул мәл теге ситлектәге ҡуналҡаһында бәүелеп ойоған ҡоштоң да күҙҙәре бер аҙға ғына баҙлап китә. Йоҡламай, уның да күңеле болоҡһоу, урынында түгел, тимәк.
Стенаға арҡаһын терәп тубыҡтарын ҡосаҡлаған Фәриҙә ҡорғаны асыҡ тәҙрә аша ҡараңғылыҡҡа төбәлде.
Бар донъя төн юрғанына уранып иҙерәй. Ҡараңғыла йоҡлау тере заттың быуаттар буйы аңына һеңгән ғәҙәте. Шулай кәрәк, шулай тейеш. Көн – эш, төн – йоҡоһоҙҙар өсөн хәсрәт, ҡылған эшеңә баһа биреү мәле. Уның да бит күңеле болоҡһоу, булмышын ауыр уйҙар баҫҡан, хәсрәттән йәне өҙгөләнә. Поезд кире өйөнә елдерә. Ә бит ул ҡайтмаҫ өсөн киткәйне түгелме? Үҙеңдән ҡасып булмай икән дә баһа. Булмай!..
Йоҡлай алмай ыҙаланған Гөлбаныу ҡарсыҡ түшәгендә ауыр, йәпһеҙ әйләнде лә өҫтә ятҡан ҡартына ярым бышылдап үҙ ҡатты:
– Ҡарт, йоҡламайһыңдыр ҙа?
– Йоҡлайым. – Ризаһыҙ мығырҙау ишетелде. – Һин дә башҡаларға ял бир!
– Алаҡайҙы әйтәм, беҙ китерҙән әүәл йыуынын упсым йоҡартҡайны. Быҙаулап ҡуймаһын, тим.
– Улайа машинисҡа барып әйт, поезды ашыҡтырһын.
– Эй, илаһым, ғүмерең буйы һере ҡыландың, кәңәш-төңәшкә эшкинмәнең.
– Ете төн уртаһында ниндәй кәңәш ул тағы, йоҡла! – Бабай бышылдап яуаплаһа ла, тауышы ҡырыҫ ҡына.
– Һиңә ҡалһа, донъяңдың тотош аҫты өҫкә килһә лә, иҫең китмәҫ. Бибиғәйшә тураһында үҙ башлаһам, шундуҡ элеп алыр инең, билләһи...
– Илле йыл элекке тарихты аҡтарма инде, бытбылдыҡ!
– Аҡтармаҫҡа ни, үткәндә теге, арғы осҡа ҡунаҡҡа китешләй, беҙҙең эргәнән аллы-гөллө кейенеп ҡыйпаңлата баҫып үтеп киткән булды.
– Етте, йоҡла!
– Йоҡланым, төштәр күрә башланым! – Әбей үпкәләгәндәй тынып ҡалды ла үҙ алдына өйләнде. – Баҫырға ятҡан Ҡупшыны әйтәм, Бибиғәйшәгә оҡшап ҡыйпаңдаҡ, урынында ултырып сыҙамай, йомортҡаларын һыуындырып сығып китмәһен, тим. Былай Зәлифә киленгә ҡат-ҡат әйткәйнем дә ул, ҡолағына элһә...
Йоҡо аралаш һаташыуға тартым әрепләшеү осланды. Тағы тынлыҡ урынлашты. Бары вагон тәгәрмәстәре генә ҡорос рельстарҙы бер өҙлөкөҙ сүкей: «Тғыр... тук...Тғыр...туҡ...» Әйтерһең дә, яуапһыҙ һорауҙар өҙлөкһөҙ йөрәген ҡаға. «Яу-уу-апп ююҡҡ!.. Яуу-а-апп ю-юҡ-ҡҡ!..»
«Гөлбаныу ҡарсыҡ менән Фәтхи бабай, өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бәхетле, үҙ донъяларын ҡайғыртып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән йәм-тәм табып йәшәй. Ә ул кем һуң? Йәшәр ерен тапмай, бәхетен юғалтып, оянан-ояға осҡан кәкүк. Әле бына бер ғаиләһенән ҡасып, икенсеһенә ҡайтып барыуы. Уны нисек ҡаршыларҙар? Кәрим менән Ғәзим вокзалға төшөрмө? Ғәжәп, һуңғы сиккә еткәндә ире һин дә мин һөйләште. Ҡайт, көтәбеҙ, ти. Әйтерһең, ял йортона барған да шунан ҡайтып килеүе...”
Ашығып сапҡан поезд һымаҡ, хәтер йомғағы ары үтелде.
2
ЗАГС майҙансығында еңел машиналар теҙелгән, байрамса кейенгән халыҡ мыжғый. Һәммәһе никах тантанаһына йыйылған. Таныштары, дуҫтары шул тиклем дә күп микән ни? Ҡайһыларын тәүләп күреүе, танышлыҡ кимәлендә генә төҫмөрләгәндәре лә етерлек. Ә тегеләр күптәнге яҡын дуҫтарҙай йүгереп килә һалып ҡосаҡтарына ҡыҫа, гөлләмәләр бүләк итә. Ә Кәримде ҡара! Нисегерәк еренә еткереп ҡуҫтарланған бит әле: өҫтөндә аҡһыл костюм, ҡыҙыл күлдәк, муйынында ҡарағусҡыл галстук. Сәстәре лә актерҙарҙыҡылай ҡабартып лакка ҡатырылған. Ҡатын-ҡыҙға тартым һылыу йөҙ айҙай балҡый, йылмая, уңға-һулға боролоп һәр сәләмгә яуаплай, береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Премьеранан һуң сәхнәгә алҡыштарға ирәйеп баш эйергә сыҡҡан артист тейерһең! Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе, хатта ирҙәренә эйәреп килгәндәре, уларға һоҡланыу аша көнләшеп ҡарай. «Әйҙә көнләшһендәр, бөгөндән ошо сибәр егет уның ире буласаҡ».
Майҙанды яңғыратып Мендельсон маршы уйнап ебәргәйне, шуны ғына көткән ҡунаҡтар ҡырғараҡ тартылды. Халыҡ теҙелгән һуҡмаҡ осонда торҙо ла ҡалды. Дәртле көй аҫтында асыҡ ишекле залға үттеләр. Тантаналы мәл. Яурыны аша алһыу таҫма тартҡан тулы кәүҙәле, сал сәсле ҡатын трибуна артына баҫып ятлап бөткән нотоғон һөйләне лә рәсми йола ҡанунын һаҡлап мөрәжәғәт итте:
– Фәриҙә Сәғитова, Һеҙ үҙ теләгегеҙ менән Кәрим Юлдашбаевҡа.
Тулҡынланыуҙан тыны ҡыҫылды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Йөрәген өшәндергес уй ярып үтте: «Нимә эшләйем? Ниндәй аҙымға барам! Мин бит уны яратмайым! Яратмаған кеше менән нисек йәшәрмен? Үҙемде лә, буласаҡ иремде лә алдайым түгелме? Былай ярамай, хәҙер үк баш тартырға кәрәк!..»
Тынсыу һауаны күкрәктәре тулғансы һуланы ла ауыҙын асып теге яуап көткән ҡатынға текәлде. Ни ғиллә, теле аңҡауына йәбешкән, ауыҙынан һүҙ генә түгел, өн дә сығара алмай. Кибеп барған тамағын ҡырғандай итте.
Никахты теркәүсе, көтә биргәс, тынлыҡты боҙоп, һорауын ҡабатланы:
– Фәриҙә Сәғитова, һеҙ...
Ҡунаҡтар араһынан сәрелдәк тауыш ишетелде:
– Шундай шәп кейәүҙе эләктергәс, шатлығынан телдән ҡалған ул!
Шаяртыу тоҙһоҙораҡ килеп сыҡһа ла, геүелдәтеп көлөп ебәрҙеләр. Ниндәйҙер ир яҡлап маташты:
– Ә кәләше һуң, кәләше, һыуһыҙ ҡалаҡҡа алып йотмалы! Икеһе лә бынамын тигән!
«Юҡ, былай ярамай. Бөтәһе лә хәл ителгән, артҡа сигенерлек түгел. Ошоғаса өҙә һуғырға ине. Хәҙер һуң инде, һуң!..»
Барлыҡ ихтыярын туплап ике генә һүҙ һығып сығарҙы:
– Эйе, ризамын.
Гөрләтеп ҡул сабылды, кемеһелер «ура» ҡысҡырҙы, шампан шешәләре шартлап атылды.
– Үҙ баһаһын белә шул кәләше, белә. Ризалығын бирмәй күпме зарыҡтырҙы! – Баяғы мәрәкәсел ир уны күтәрмәләүен белде.
Туй ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ҡаты үксәләр ресторан иҙәнен төйөп бейей, тирләгән ҡатын-ҡыҙ ҡыҙмаса ирҙәренә тағылып көй ыңғайына бәүелә, шунан күңел асыусылар бер аҙ ҡапҡылап алалар ҙа ауыҙҙарына ниндәй көй килә, шуны һуҙырға керешәләр, йәш-елкенсәк биләгән өҫтәлдәр тирәһендәге шау-шыу хаҡында әйтәһе лә түгел. «Нимәгә шул ҡәҙәре ҡыуаналар? Шашып байрам итер өсөн ниндәй сәбәп бар һуң? Уның бәхетһеҙ тормошоноң башы бит был. Хәйер, унда кемдең ни эше, һәммәһе ашарға-эсергә килгән, уларға туйға һалғандың хаҡын сығарырға кәрәк». Кәрим яғына һирпелде. Ә ул күктең етенсе ҡатында йөҙә! Шулай булмай тағы, туй башланғас та атаһы, һүҙ алып, дәрәжәле баҫты ла, улы менән киленен ҡотлағандан аҙаҡ, йәштәргә ҡала үҙәгенән дүрт бүлмәле фатир бүләк итеүе хаҡында иғлан итте. Бөгөнгө шарттарҙа был иҫ киткес йомартлыҡ ине. Хәленән дә килә, мөмкинселектәре лә бар шул: билдәле трестың генераль директор урынбаҫары. Шунда уҡ баш экономист вазифаһында эшләүсе Кәримдең әйтеүенә ҡарағанда, бөгөн-иртән төп хужа креслоһына ултырыуы ихтимал. Ҡунаҡтар ҙа береһе икенсеһенән ҡалышмаҫҡа тырышты. Шулай итеп, уларҙы бүләктәргә күмеп ташланылар. Институтта бергә уҡыған яҡын әхирәттәрен иҫәпкә алмағанда, уның яғынан башҡа килеүселәр юҡ. Кем генә килһен, балалар йортонда тәрбиәләнде, әле медицина академияһының өсөнсө курсында уҡый.
Танышыуҙары көтмәгәндә һәм сәйерерәк килеп сыҡты. Курсташ ҡыҙы менән ял көнө парктағы эскәмйәләрҙең береһендә ял итәләр ине, эргәләренә ике егет килә һалып етте. Йәштәргә нимә, һүҙ һүҙгә ялғанды, шаярып-көлөп һөйләшеп алды ла киттеләр. Һуңынан егеттәр ҡыҙҙарҙы ятаҡтарына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Иртәгәһен уҡыу корпусынан сыҡһа, күтәрмәлә кисәге егеттәрҙең береһе кемделер көтөп улай-былай йөрөштөрә. Артыҡ иҫе китмәне, кисә иптәше ошо егеткә оҡшарға тырышып ҡыйшаңдай ине бит, быныһы ла килә һалып еткән. Егет сығыусыны абайлағас, йәнәшәләп төштө лә баҙнатһыҙ ғына үҙ башланы: «Кисә бергә ял иткәйнек». – «Бәлки». Өҙөп яуап бирҙе лә һауалы ирпелеп, текә баҫып ары атланы. Егет һаман эйәрә: йә йүнләп өйләшмәй, йә тороп ҡалмай. «Быҙау. Әсәһенең бер иркә малайылыр». Иртәгәһен тағы килде егет, тағы. Уға ни ҡыҙыҡ, артынан сабыулаусы бар, ҡыуырға сәбәп табылғансы йөрөһөн әйҙә, аҙаҡ ҡарар. Тәү танышҡандағы уйы юшҡа сыҡты: Кәрим ғаиләлә яңғыҙ ғына малай икән. Ҡыйыуһыҙлығына килгәндә, ул уның алдында йыш ҡына юғалып ҡалһа ла, башҡа осраҡта ҡыйыу, хатта кәрәк саҡта үткер, ни тиһәң дә ҡалала үҫкән. Ә Фәриҙә егеттең уға йүнәлтелгән ҡырағаһыҙ ҡылығын үҙ файҙаһына ҡайырҙы, дилбегәне ҡулына алды ла үҙ көйөнә бейетә генә.
Шаулы тантана һуң ғына тамамланды. Туйға төшкән асҡысты тотоп фатирҙарына киттеләр. Унда ингәс, телдән ҡалды: фатир еренә еткереп йыһазландырылып, бөтә кәрәк-яраҡтар һатып алынғайны: тәҙрәләргә затлы ҡорғандар эленгән, залда йомшаҡ диван, ҡәнәфиҙәр, иҙәндә ҡабарып ятҡан келәм; ванна бүлмәһен асып ебәргәйне, ундағы элгескә йомшаҡ халат, таҫтамал элеп, тумбочка өҫтөнә шампундар, төрлө кремдар ҡуйырға ла онотмағандар. Йоҡо бүлмәһе үҙе бер хан һарайы инде.
– Былар... кемдеке? – тип иҫе китеп бышылданы Фәриҙә.
– Һинеке, шунан минеке, ҡәҙерлем. – Кәрим уны ҡосаҡлап, муйынына ирендәрен тейҙерҙе.
Һыуытҡыстан һут алып эсте лә йоҡо бүлмәһенә йүнәлде, шунан сисенеп ташлап, түшәк йәйергә керешеп китте. Бүлмәгә яҡынлаған аяҡ тауыштарын ишеткәс ҡәтғи бойорҙо:
– Инмәй тор, сисенгәнмен, үҙем саҡырырмын!
Түшәккә ятҡас, Кәрим уны үҙенә тартты ла ирендәренән, биттәренән, муйынынан шашып үбергә тотондо. Иркәләүҙәрҙән аҙға ғына аңын юйҙы, әммә һуңғы мәлдә мейеһен аныҡ уй ярып үтте: «Мин бит яратмайым, ҡыҙ сафлығын уға бирәйемме?..» Өҫтөнә ҡапланған ауыр кәүҙәне көслөк менән ситкә этте лә асыуын көскә йотоп бүлеп-бүлеп әйтте:
– Ғәфү ит... йәме, бөгөн түгел, иртәгә.
– Ошо көндө күпме көттөм. Беҙ бергә, тағы ни кәрәк?
– Иртәгә, тинем бит!
Арты менән боролған Фәриҙә күҙҙәрен сытырҙатып йомдо.
Иртәгә, тиһә лә, вәғәҙәләгәне иртәгәһенә лә, унан ары ла, бер аҙна үткәс тә үтәлмәне. Шулай ҙа ире кәйефле күренергә тырышып йөрөп ятҡан була: йылмайып эшенә сығып китә, гөлләмә тотоп ҡайтып инә, элеккеләй яратып ҡарай, ауыҙынан сыҡҡан һәр бойороҡто үтәргә әҙер. «Хужаһынан туҡмалған тоғро этме ни, өрмәй ҙә, иркәләнергә лә ҡыймай». Улар бит рәсми рәүештә никахтарын теркәгән. Шулай булғас, ниңә тормоштарының йәмен ебәрергә? Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, был – мәғәнәһеҙлек. Аҡ атҡа атланған принц килмәҫе билдәле. Ул – ир ҡатыны, донъя, йорт мәшәҡәттәрен ҡайғыртырға бурыслы. Ә өйҙә ул арҡырыны буйға шылдырып һалмай. Ҙур фатирҙы көн һайын ауыҙынан бер һүҙе сыҡмаған хеҙмәтсе ҡатын килеп күләгәләй тауыш-тынһыҙ ҡыймылдап йыйыштыра ла шыпырт ҡына сығып та һыҙа. Йәйге каникулда ял иткәнгә һуң ғына йоҡонан тора ла күбектәре ҡабарған ваннала рәхәтләнә, шунан сәғәттәр буйы көҙгө алдында биҙәнгәндән аҙаҡ ҡала урамдарын, магазиндарҙы ҡыҙырырға сығып китә, ҡайтҡас, һуйҙайып төшөп китап уҡырға керешә. Ирен шулай диванда йәйелгән килеш ҡаршы ала. Тегеһе ризаһыҙ һүҙ әйтһәсе, йөҙөн боҙһасы! Бер аҙҙан был тормош уны ялҡытты, ялҡытыу ғына түгел, игеҙәктәй оҡшаш көндәр теңкәһенә тейә башланы. Күпме былай ҡыялырға мөмкин, шатлыҡтар күңелен елкендермәй, көйөнөстәр ҙә ер өҫтөнән ҡабалан йүгергән болот күләгәһеләй генә. Элек, ҡыҙ сағында, аҡса етмәү, һәр тинеңде иҫәпләп тотоу үҙенә күрә кинәнес булған икән дә баһа! Маҡсатһыҙ урамдар ҡыҙыра, үҙе осраған яңғыҙ егеттәрҙе күҙләп уҙа. Ул эҙләгән, көткән берҙән-бере ошо түгелме? Шулай битараф ҡиәфәттә атлай, ә эсендә үҙенә ҡарата һарыуы ҡайнай.
Ҡайһылай аҙғын, боҙоҡ йәнле, ирле көйө башҡаларға күҙ ала. Оят. Ниһайәт, бер көн яңғыҙы ҡалғас, магазиндарҙан кәрәкле аҙыҡ-түлек һатып алып ҡайтып, ихласлап бешеренә-төшөрөнә башланы. Кискә ҡарай өҫтәл әҙер ине инде. Кәрим ғәжәпләнеүҙән телдән ҡалды башта, шунан уны күтәреп алып әйләндерергә кереште. Шул килеш барып түшәккә тәгәрәнеләр. Һуңынан әллә ауыртыуҙан, әллә ҡыҙлыҡ осоронан ҡатынлыҡҡа күсеү арауығы емерелеүҙе күтәрә алмай түгелеп иларға тотондо, бер яҡ ситтә аңҡы-тиңке килеп, ҡара тиргә батып тырпырап ятҡан ире йәштән еүешләнгән биттәренән үбеп йыуатҡан булды...
Оҙаҡламай ауырға ҡалды. Был яңылыҡтан ҡыуанырға ла, ҡайғырырға ла белмәне. Әсә буласаҡ! Ниндәйерәк тойғо кисерә икән әсәй булған кеше? Ул бит ҡырыҫ шарттарҙа тәрбиәләнеп үҫкән. Хәтерендә, балалар йортонда нишләптер ҡурсаҡтар аҙ була торғайны, булғандары ла иҫкереп, йышылып, ҡойтоланып бөткән. Бер саҡ тикшереү менән килгән түрә ҡулына ҙур, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡурсаҡ тотоп килде. Бигерәк тә матур ине шул уйынсыҡ: һары бөҙрә сәстәре ҡабарған, зәңгәр күҙҙәре ысын кешенекеләй ҡарайҙар, аушайтаң, йомолалар, турайтһаң, асылалар хатта. Кис етеү менән тиҫтер ҡыҙҙары араһында шул бүләк өсөн тере талаш сыҡты. Тәтәйҙе төрлө яҡҡа тартҡылай торғас, ботарлап ташланылар. Һуңынан илай-илай ялғарға маташһалар ҙа, бер ни ҙә килеп сыҡманы, уйынсыҡ ямаҡай, зәғиф ҡарасҡыға әүерелгәйне. Бына уның үҙ балаһы тыуасаҡ. Ул ҡайһылайыһраҡ булыр? Бала бит мөхәббәттән яралманы, һөйөү емеше түгел... Ни генә тиһәң дә, үҙ ғәзизе, уны ул яратасаҡ, ҡәҙерләйәсәк, ҡурсыясаҡ. Йөрәген ярып сыҡҡан йәнде бер кем менән дә тартҡылап бүлешмәйәсәк. Бына ул тыуыр ҙа, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр. Кәрим дә күтәренкелек кисереп йөрөй, өй эсен бала бағыу, кәрәк-яраҡтары менән тултырып ташланы. Борсолорлоҡ һис кенә лә сәбәп тапмай, ҡайныһы институттағы мәшәҡәттәрен алдан уҡ хәстәрләп ҡуйҙы: артыҡ көсөргәнмәй генә имтихандарын тапшырҙы, диплом алаһы ғына ҡалды.
Мәле еткәс тулғаҡ тотоп кис ауырый башлағайны, иртән таң ыҙылыуға малайы тыуҙы. Ауырынан бушанғас, тәне еңеләйҙе. Һәм йәне ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡандай әсенеп иңрәне. Бер нисә сәғәттән эргәһенә аҡ биләүгә төрөлгән йомарсаҡты килтерҙеләр. Ташып тулышҡан күкрәген уймаҡ ауыҙға тигеҙгәйне, бала ҡомһоҙланып һурырға тотондо. Ҡытығы килеүҙән бигерәк, аңлата алмаҫлыҡ әсәлек ләззәте алыуҙан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Тиҙҙән малайы туйҙы ла теле менән имсәк осон этеп сығарып башын ситкә ҡайырҙы. «Миңә оҡшап үҙ һүҙләнеп наҙлана. Ҡара, танауы, ҡолаҡ япраҡтарына ҡәҙәр уныҡы. Тик бына малай. Ә ул, үҙенә иш итеп, теге саҡтағы балалар йортондағы ҡурсаҡтай ҡыҙҙы теләгәйне.» Оҙаҡ ҡына улының йөҙөнән иренә оҡшаш яҡтар эҙләне, мәгәр таба алманы, шуға улы уның өсөн үтә лә ҡәҙерле булып китте. Балаһында уның ҡаны аға, йәнендә уның рухы йәшәй.
Ғаиләләренең ишәйеүе Кәрим өсөн оло бер ваҡиғаға әүерелде, эшенән ашығып ҡайтып инә лә бишек тирәһендә мәш килә, улын ҡулынан төшөрмәй, кәрәк саҡта йүргәгенә саҡлы алмаштыра. Был хәл Фәриҙәнең асыуын ҡабарта ғына, ул тырт та мырт баҫып килеп баланы тартып ала ла күҙҙәрен асыулы ялтырата: «Бала бағыу ир кешенең шөғөлө түгел!» Ире асыуланыуҙы иркәләү итеп ҡабул итә: «Саҡҡа ғына миңә бир инде, ну, бер генә минутҡа, ҡәҙерлем, ә?» Ә ул яһилланып сыпраңлай бирә: «Бар, кит эргәмдән». Тауышы ҡоростай сыңлай, ҡырыҫ. Яңғыҙы саҡта уйға ҡала, нишләп ул шул тиклем дә асыулы, нимә етмәй, һәммәһе бар, донъялары түңәрәк. Ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо тормошҡа сыҡҡансы былайтып йәнен кимермәй ине лә баһа. Йәшәү мәғәнәһе мөхәббәтле көн итеүҙәлер, моғайын. Ә уларҙың тормошон йылытҡан, бөтөн иткән шул хис-тойғо юҡ.
***
Ғәзим хәҙер апаруҡ ҙурайҙы. Ата-әсәһен генә түгел, ҡартәсәй-ҡартатаһын таный, улар килеп инеү менән мәрйендәй тештәрен йылтыратып, ауыҙын ҙур асып көлөп-йылмайып ҡаршы ала. Тегеләре күктең етенсе ҡатында, ни алып ни бирерҙәрен белмәйҙәр.
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, диванға ҡырын ятып гәзит-журналдар аҡтарырға тотондо, Кәрим ғәҙәттәгесә Ғәзим менән иҙәндәге келәм өҫтөндә аунай, уны бар тип тә белмәйҙәр. Сыр-сыу килгән был икәүҙе ситтән көнсөл күҙәтте-күҙәтте лә ирендәрен үпкәсел турһайтып, улына ҡулын уҙҙы:
– Ғәзимчик, кил әле әсәйгә!
Малай башын атаһының күкрәгенә йәшерҙе.
– Кемгә әйтәләр, кил!
Тегеһе атаһынан айырылырға уйламай ҙа. Был хәл Кәрим өсөн ҡыуаныс ҡына. – Улым атаһын ярата! Атайҙы яратаһыңмы? Ярата шул, ана бит, тотош кәүҙәһе менән һылашҡан!
Уға шул хәл етә ҡалды, ҡулындағы журналды атып бәрҙе лә, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып, йоҡо бүлмәһенә сығып китте. Ире көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалды, шунан ғәйепле кешеләй артынан инде:
– Дорогая, нимә эшләйһең? Шаярттыҡ, ну, пошутили. Беҙ икебеҙ ҙә һине яратабыҙ. Правда!
– Яратмайһығыҙ, яратмайһығыҙ, уны әллә ҡасандан белеп йөрөйөм. Мин был фатирҙа артыҡ!
– Ни һөйләйһең һин? Улай түгел. Ғәзим, әсәйеңә бар әле. – Атай кеше улын көсләп тиерлек уның яғына этте. Тегеһе, зәһәр янған күҙҙәрҙән, ялбыраған сәстәрҙән ипһенеп, шарылдап илап ебәрҙе.
Ошо тәмһеҙләшеү йөрәгенә шырауҙай ҡаҙалды. Шырау ҙа бит ҡаҙала ла һулҡый-улҡый һүл йыйырға тотона. Уларҙың мөнәсәбәттәре лә шуға тартым, ары былай дауам итһә, йыйылып килгән асыу, үпкә, күрәлмаусанлыҡ, нәфрәт шешенә әүрелер ҙә бер килеп һытылыр. Ары көтөргә, кисектерергә ярамай. Ҡасып-боҫоп юлға төйнәнә башланы. Хәйер, иркенләп йыйынырға мөмкин, ире былай ҙа көндәр буйы эштә, шулай ҙа был шөғөлөн уғрылай ҡыланып башҡарҙы. Әйберҙәрен берәмтәләп дәү спорт сумкаһына тыңҡыслай ҙа шаңҡығандай ултырғысҡа сүгә. «Нимә эшләй ул?.. Ҡайҙа ҡаса? Етеш тормоштан туйып һикереүеме, әллә маңлайына яҙған яҙмышты ҡыуып йөрәкһеүеме?»
Ете төн уртаһында түшәгенән аяҡтарын һалындырҙы ла билдәһеҙлеккә төбәлде. Оҙаҡ һерәйҙе ҡымшанмай. Ҡаршылыҡлы уйҙарҙан булмышы ҡап-уртаға ярылғандай, мейеһен бер фекер быраулай, йөрәген икенсе теләк елкетә, йәне тәнендә урын тапмай үрһәләнә. Ҡайырылып йоҡлап ятҡан иренә текәлде. Ул устарын сикәһе аҫтына ҡуйып рәхәтләнеп йоҡлай. Ваҡыт-ваҡыт ирендәрен сәпелдәтеп ала. Әйтерһең дә, күкрәк һөтөнә туйған бәпес бер хәсрәтһеҙ сәңгелдәгендә маҙрай. Аҡ тулы биттәрендә һаҡал-мыйыҡ ишараты беленер-беленмәҫ кенә, ҡара ҡыйғас ҡаштары туғарлана биреп юғарыға сөйөлгәндәр. Балауыҙҙан әүәләгәндәй матур танауы нишләптер тотош йөҙҙән айырылып остайған, сит кешенекен килтереп һылағандармы ни! Уң яҡ сикәһендәге тары бөртөгөндәй ҡара миңе ул мөрхәтһенмәгән йөҙгә ҡәтғи, кире ҡаҡмаҫлыҡ нөктә ҡуйғандай ҡалҡып күренә. Һылыу, ләкин ят йөҙ. Нишләп шуны элегерәк күрмәгән? Күрҙе, иғтибар итте, тик һуңғы мәлдә, туй алдынан... Хәҙер шул екһендергес һыҙаттар, күҙгә төшкән дегәнәктәй, аҙым һайын ҡарашына төртөлә, күҙҙәрен ҡыра, сыҙарлыҡ әмәле ҡалманы.
Һаҡ ҡына торҙо ла улы йоҡлаған бүлмәгә ҡарай атланы. Ул бәләкәй карауатын тултырып ҡоласын ташлап йоҡлап ята. Уға оҡшаған бигерәк, һуйған да ҡаплаған. Тотош бүлмә балаға ғына хас хуш еҫ менән тулған. Күҙҙәрен йомоп ирекһеҙҙән шул еҫте ҡомһоҙланып еҫкәргә тотондо. «Ҡайһылай итеп балаһын ташлап китер?.. Улы көн һайын йоҡоһонан уяныр ҙа мамыҡтай йомро ҡулдары менән күҙҙәрен ыуа-ыуа уны таптырыр. Улының ебәктәй йомшаҡ сәстәрен, һоро күҙҙәрен, бәрхәттәй тәнен, тәненән аңҡыған ошо еҫте һағыныр бит. Айырым-айырым ғына һағынмаҫ, тотошлайы менән һағыныр, юҡһыныр. Бында ҡалды ла икән, ти, әлегә – Ғәзим генә, ғаиләләре тағы артһа, ҡайһылайтыр? Кәримде яратмай бит, яратмай. Яратмауы хәҙер күрә алмауға әүерелә бара. Ҡайҡая биреп ултырыуы, ҡабаланмай, тоноҡ тауыш менән һөйләшеүе, арҡыры баҫып атлап йөрөүе, хатта тәм-томдо ләззәтләнеп, ҡабыҡ кимергән ҡуяндай ауыҙын мөйтәңләтеп ашауына ҡәҙәр оҡшатмай... Сикәһенә сабып ебәреүҙән саҡ тыйыла, шуға өҫтәл артынан тороп китә лә сәбәпһеҙгә сыпраңларға тотона. Ә бит тупаҫ мөғәмәләгә сәбәп юҡ. Уйҙарының ҡабаттан иренә килеп ялғаныуына эсе күмһене, ҡулына улының осраҡлы килеп эләккән уйынсығын атып бәрҙе лә үрһәләнеп бүлмәне үрле-ҡырлы кәлепләргә кереште. Ары былай йәшәргә, бында ҡалырға ярамай! Ғәзиме? Уны ҡайһылайтыр? Бынау уйынсыҡтай еңел генә ситкә быраҡтыра алмай ҙа инде. Нимә эшләргә, ни ҡылырға?..»
Карауатҡа яҡынланы, улын үрелеп алырға һонолғайны, ҡулы кинәт хәлһеҙләнеп, сыбыртҡылай һалынып төштө. Бармаҡтарын зымбырҙап ауыртҡансы йоҙроҡҡа йомарланы: «Хәл итте, хәҙер, кисекмәҫтән китә. Көн яҡтыһында быны ул эшләй алмаясаҡ, әле икеһе лә бер ни ҙә белмәй тыныс ҡына йоҡлайҙар. Улын, бик теләһә лә, үҙе менән билдәһеҙлеккә алып китә алмай. Ваҡытлыса. Шәхси тормошон яйға һалғас, килеп алыр».
Залға сығып утты ҡабыҙҙы, шыпырт ҡыланып шифоньер эсенә йәшергән сумкаһын тартып сығарҙы, плащын кейҙе, башына косынкаһын ябынды, шул арала көҙгөгә күҙ атырға ла онотманы. Унан уға йөҙө йонсоу, яурындары һалынҡы ҡатын ҡарай ине. Әҙерләнеп бөттө, шикелле. Сумкаһын аяҡтары араһына ҡуйып, диванға ултырҙы. Йоҡо бүлмәһенә ҡабаттан сыҡманы, Ғәзименең бүлмә ишегенә ҡарамаҫҡа тырышты, ул яҡҡа һирпелһә, ниәтенән кире һүреләсәк. Сумочкаһынан авторучка килтереп сығарҙы ла журнал өҫтәлендә ятҡан гәзиттең ситенә сыймаҡланы: «Китәм. Ғәфү ит һәм дөрөҫ аңларға тырыш. Үҙ ишеңде табырһың һәм матур йәшәрһең, мин быға ышанам. Һин бәхеткә лайыҡ кеше. Бер генә үтенесем бар: Ғәзимде ярат, етемһерәтмә. Эҙләмә, таба алмаҫһың!» Торлағы менән хушлашып, битараф ҡарашын тағы ла бер тапҡыр зал буйлап йүгертте...
3
Мәскәү уны ҡырыҫ, төмһөрәп ҡаршы алды. Килеү менән быҫҡаҡ ямғыр яуа башлағайны, әле туҡтарға уйламай ҙа. Тотош күк йөҙөн ауыр ҡурғаш болоттар ҡаплап алған. Бөләңгертлектән йән иҙелә, күңел иңрәй. Август урталары ғына булыуға ҡарамаҫтан, тротуар ҡырлатып үҫкән ағастарға беленеп һары ҡунған. Улар ҙа еүеш-һалҡындан тәлгәштәрен аҫҡа һалындырғандар, ел иҫһә йәшәйештәренә зарланғандай дәррәү шаулап алалар ҙа тағы баштарын түбән эйәләр. Фәриҙә ҡунаҡхананың тәҙрә төбөнә ултыра ла урамда мыжғышҡан халыҡты, оло юлдан ағылған машиналарҙы күҙәтә. Кешеләр ҡайҙалыр ашыға, тимәк, барыр ерҙәре, көткән яҡындары бар. Ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән ҡалала ул ғына яңғыҙ. Кәрәкһеҙ, онотолған кеше. Хәҙер үк ятып үл, берәү белмәйәсәк, берәү ҡайғырып иламаясаҡ. Шул тиклем дә яңғыҙлыҡ булыр икән... Килгәндең икенсе көнөндә үк үткәндәренән ҡотолорға, артҡа сигенергә күпер ҡалдырырға теләмәй, телефон картаһын форточканан тышҡа ырғытты. Яҡындарының, таныштарының номерҙарын һаҡлаған, тиҫтәләгән элемтә, мәғлүмәт ептәре менән араларын бәйләгән бармаҡ башындай ғына ҡатырға киҫәге киҫкен елгә эйәреп өйрөлөп-өйрөлөп юғары ға сойорғоно ла ҡайҙалыр осоп китте. «Ошоғаса шылтыратыуҙарға яуап бирмәй ине, хәҙер эҙләһәләр ҙә таба алмаясаҡтар. Ә ул үҙе башлап шылтыратмаҫ, нисек тә сыҙар». Шулай ҙа бер көнө телефон-автомат эргәһенән үтешләй аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре шул яҡҡа ҡарай тартып өйөнөң номерын йыйҙы. Белә, трубканы ире аласаҡ, тик шул мәлдә Ғәзименең тауышы ишетелеп ҡалмаҫмы? Тик өмөтләнеп ҡәҙерле тауышты аңдыһа ла, трубканы ҡалҡытыусы булманы. Хәҙер малайы өҫтәлгә ултыртмалы рамдағы фотонан уға үпкәләгәндәй итеп ҡарай... Ғәзиз балаһын ташлап сығып китергә көс тапҡас, ул шул тиклем дә бәғерһеҙ микән ни?! Әллә ҡатылыҡ, миһырбанһыҙлыҡ балалар йортоноң тәрбиәһеме? Унда ла уны иркәләүсе, наҙлаусы, яҡлаусы, ҡурсалаусы булманы. Ғаилә йылыһын, ҡотон белмәй үҫте. Хәҙер килеп үҙе иҫән- һау килеш балаһын етемһерәтә... Башы тубалдай ҡатты инде.
Кис еткәс кейенде лә икенсе ҡаттағы буфетҡа төштө. Тамағына аш үтмәй. Барыбер ҙә тәғәмләнергә кәрәк. Шулай тейеш. Сиратҡа баҫҡан бер нисәүҙе иҫәпкә алмағанда, буфетта артыҡ кеше күренмәй. Сиратын еткереп алырын алды ла стена ҡырына барып ултырып ҡарашын ямғыр тамсылары арҡҡан тәҙрәгә йүнәлтте.
– Можно, тут не занято? – Ҡолағы төбөндә тиерлек ҡалын, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы тауыш ишетелде. Тертләгәндәй ҡайырылды. Эргәһендә тороҡ яғалы свитер кейгән ялбыр сәсле һаҡалтай баҫып тора.
– Тут свободных столов много.
– Ә мин һеҙҙең янда ултырырға теләйем! – Башҡортсалап яуаплаған ир батмусындағы тәрилкәләрҙе өҫтәлгә урынлаштырырға кереште. Баш ҡала һынлы башҡалала үҙ телен ишеткәнгә аптыраңҡырап ҡаһа ла, үҙен тиҙ ҡулға алды: «Илгиҙәрҙәр, мажара артынан ҡыуыусылар бөткәнме донъяла, шуларҙың береһелер. Хәҙер яйын тура килтереп бәйләнә башлар...» Ир ихласлап ашай, эргәһендә ҡатын-ҡыҙ барлығын онотто ла шикелле.
Ҡаршыһындағы иргә һиҙҙермәҫкә тырышып керпек остарын сәнсте лә тертләгәндәй итте. «Туҡта-туҡта быны ҡайҙалыр күрҙе бит ул, яҡындан күрҙе, йөҙө шул тиклем дә таныш. Тик ҡайҙа, һәм ҡасан?» Хәтерләй алманы. Бәлки, башҡортса өндәшкәнгә арбалғандыр ҙа яҡынлыҡ эҙләүелер. Тәрилкәләрен йыя башлағайны, Һаҡалтай йөҙөн нурландырып уға ирәбе ҡараны:
– Ә мин һеҙҙе беләм, Өфө ҡыҙы!
– Ә мин һеҙҙе, ғәфү итегеҙ, юҡ!
– Иҫләгеҙ әле: Ағиҙел яры, пляж, һары сәсле ҡыҙ һәм һеҙ. Көнө буйы мин картина яҙҙым, ә һеҙ ҡояшта ҡыҙындығыҙ, һыу индегеҙ. Кис етеп ҡайтырға йыйынғас һоранығыҙ: «Картинағыҙ ҡасан әҙер була?» – «Бер аҙнанан. Һеҙҙе ҡайҙан табырға?» – «Эҙләгән кеше һәр ваҡыт таба!» Ысынлап та, эҙләп ҡараным, тик миллионлы ҡалала ҡайһылайтып тапмаҡ кәрәк! Хәйер, осраттым тағы ла бер тапҡыр, кис, Салауат әйкәле янында, әммә ул саҡта яңғыҙ түгел инегеҙ, минең дә парым бар ине.
– Ҡыҙыҡ. Ә мин ысынлап та таныманым, бына хәҙер әйткәсегеҙ, иҫләнем.
– Әйҙәгеҙ, танышайыҡ: Танһыҡ.
Ғәжәпләнгәндәй төбәлеүҙе күргән Һаҡалтай аңлатыуҙы кәрәк тапты:
– Атай менән әсәй өйләнешкәс оҙаҡ балалары булмаған, шунан уларҙы зар-интизар көттөрөп мин тыуғанмын. Шунан, сәйерерәк ишетеләһлә, Танһыҡ тигән дә ҡуйғандар. Бындағы халыҡ өсөн мин бары Толик.
– Мин – Фәриҙә Юлдашбаева. Ауылсараҡ яңғыраған исем. Кем ҡушҡандыр, белмәйем, балалар йортонда үҫтем. Иҫ белгәндә шунда инем. Һуңғараҡ, ата-әсәйемде эҙләп ҡараһам да, таба алманым, улар ҙа ауылдан булғандарҙыр, тип фаразларға ғына ҡала. – Яҡын кешеһенә серен өйләгәндәй асылды ла киттесе.
– Исемегеҙ иҫ китмәле матур, Фә-ри-ҙә! Унан ҡояш наҙы, йылылыҡ бөркөлә төҫлө!
– Һеҙ рәссам ғына түгел, шағир ҙа икән! Ҡайһылай матур һөйләп ташланығыҙ. Ялғанлаһағыҙ ҙа, һүҙҙәрегеҙгә нишләптер ышанам!
– Ялғанламайым! Аллам һаҡла ын! Әпәкәй алдында ант итәм!
– Шулай уҡмы?! Улайһа, ышандырҙығыҙ минең исемем донъяла иң матуры икәнде.
– Исемегеҙ генә түгел, үҙегеҙ ҙә!
– Бына быныһы артыҡ. – Таныш түгел кешегә саманан тыш илгәҙәкләнеп китеүенә уңайһыҙланған Фәриҙә бүлдерә алды. – Ғәфү итегеҙ, миңә ҡайтырға кәрәк. Табындаш булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Хушығыҙ!
Һаҡалтай ҙа ҡуҙғалды:
– Машина менән килдем, бәлки, һеҙҙе оҙатып ҡуйырғалыр?
– Борсолмағыҙ, миңә йыраҡҡа түгел.
– Шулай ҙа. Өфөлә юғалтҡан ҡыҙҙы шаулы Мәскәүҙә юғалтып ҡуймаҫмынмы?
– Юғалтһағыҙ ҙа үкенесле түгел.
– Бәйләнсек ҡыланыуым өсөн ғәфү үтенәм, ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
– Ошонда. Һау булығыҙ.
Ҡабаланып асыҡ ишектән коридорға сыҡты. Ҡайырылманы. Ҡайырылһа, Танһыҡтың йөҙөнән йылы сатҡыларҙың йүгереп үтеүен, һоро күҙҙәрҙең осҡонланып китеүен күрер ине.
Номерына инеп бикләнде, биниһая ваҡыт трюмо ҡаршыһында онотолоп ултырҙы, бармаҡ осо менән ҡыйғас ҡаштарына, янып барған бит алмаларына, сәс бөҙрәләренә ҡағылды ла көҙгөләге ишенә мөрәжәғәт итте: “Әлегә һин ир-ат иғтибарын йәлеп итерлекһең икән әле!” Тегеһе ғәйепле кешеләй башын эйҙе. «Дөрөҫ уңайһыҙланаһың, яттарға ымһыныуҙан ни файҙа? Һин бит бала әсәһе, ир ҡатыны».Үҙен үҙе шулай битәрләне лә тумбочка өҫтөндә ятҡан ялтырауыҡ тышлы китапты алып түшәгенә һуҙылды, тик арзан мөхәббәт мажараларына ҡоролған әҫәр башына инмәне. Ҡулындағын ситкә һалды ла утты һүндерҙе. Түшәгендә әйләнгеләһә лә, йоҡлап китә алманы. Теге Һаҡалтай һөйкөмлө йылмая биреп күҙҙәре алдына килә лә баҫа. Әҙәм балаһы шулай яратылған инде: һәр ваҡыт нимәлер көтә, нимәгәлер өмөт итә. Хыялдары ҡомдан эшләнгән һарайҙай ишелеп төшкән хәлдә лә, тырышып-тырмашып яңыһын әүәләргә тотона, уға бар тырышлығын ҡушып, дәртен, көс-дарманын һала. Бына ул да үткәндәрен үҙ ҡулдары менән емереп, киләсәк көндәренә ышанып алыҫ баш ҡалаға килде. Көткәндәре аҡланырмы? Билдәһеҙ. Тормош даръяһына батып барыусы ла һалам осмотона йәбешеп ҡотолоп ҡалырға маташа. Бында килгәс танышҡан тәүге кешеһе ошо Һаҡалтай булды – баш ҡаланың бер ваҡытта ла тынмаған ығы-зығыһында осраҡлы ғына уға килеп юлыҡҡан һалам киҫәге, юҡ, саң бөртөгө. Ҡайһы ере менән ылыҡтырҙы һуң ул уны? Ылыҡтырғандыр, юғиһә, әле уның хаҡында уйлап ятмаҫ ине. Нимә тине әле: «Исемегеҙҙән ҡояш наҙы, йылылыҡ бөркөлә!» Кәрим уға бер тапҡыр булһа ла шундай үҙҙәр әйттеме икән? Әйткәндер бәлки, тик нишләптер хәтерендә ҡалмаған. Һүҙҙәр бөтәһе лә бер иш әйтелә, тик уның кем тарафынан әйтелеүе мөһим. Шуғалыр ҙа Һаҡалтайҙың әйткәндәре күңелен иләҫләндереп ебәргәндер. Былай төҫ-башы ҡатын-ҡыҙ иғтибарын йәлеп итерлек түгел: суҡыш һымаҡ аҫҡа кәксәйеберәк торған танау, ас сикәле биттәр, ослайыбыраҡ күренгән эйәк. Моғайын, шул етешһеҙлектәрен йәшерер өсөн һаҡал-мыйыҡ ебәргәндер. Тотош фиғелен ҙур, һоро күҙҙәре йәмләй. Унан өҙлөкһөҙ яҡтылыҡ, һөйкөмлөлөк, миһырбанлыҡ һирпелә төҫлө. Тағы ҡайһылай башҡортса һөйләшә! Тыуған ереңдән йыраҡлашҡан һайын, үҙ телең ҡәҙерлерәк була бара, әллә шул яғы менән үҙенә арбанымы? Танһыҡ. Исеме шулай ине бит әле. Исеме ят булғанға иҫенән сыҡмайҙыр, бәлки.
Нишләп өҙлөкһөҙ уның хаҡында уйлай әле, бер өҫтәл артында 10–15 минут самаһы ғына әңгәмәләштеләр бары. Башҡа бер ваҡытта ла осрашмаясаҡтар.
«Ос-раш-ма-я-саҡ-быҙҙ...Танһыҡҡҡ...» Күҙ ҡабаҡтары ауырайҙы, ул, тыныс йоҡо теләгәндәй, малайының фотоһына ҡараны.
Ә улы, мине оноттоңдамы ни тигәндәй, уға рәнйеп текәлгәйне.
Иртәгәһен иртә менән түшәгенән ниндәйҙер еңеллек тойоп килеп торҙо ла душ аҫтына баҫып йыуынып алғас, көҙгө алдына ултырып ентекләп биҙәнергә тотондо, шунан документтарын сумочкаһына һалып, йүгерә-атлай сығыу яғына йүнәлде. Бүлмәлә саҡта ҡыйыу, тәүәккәл ҡыланһа ла, өҙлөкһөҙ ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡ араһына барып ингәс, юғалыңҡырап ҡалды. Ҡайһылай йүгерешәләр, уны күрмәйҙәр ҙә хатта. Кемгә кәрәге бар? Бер кемгә лә! Уның ымаҡ эш, баш осона ҡыйыҡ даулап йөрөүселәрҙән бында быуа быуырлыҡ.
Мәскәүҙе ҡыҙырыу үтә лә ауыр һәм һөҙөмтәһеҙ шөғөл икән дә баһа, килгәндән алып эш эҙләй, таба алмай. Әле лә төшкә саҡлы мөрәжәғәт иткән ерҙәрҙә йүнләп тыңлаусы табылманы.Тыңлағанға һалышып ҡыланалар шунда, ә йөҙҙәре битараф, уйҙары ситтә. Тик кискә ҡарай ғына бер дауахананың кадрҙар бүлеге начальнигы ҡыҙыҡһынғандай итте лә йәшәр ере юҡлығын ишеткәс: «Беҙгә педиатрҙар кәрәк тә ул, тик йәшәргә урын тәҡдим итә алмайбыҙ, уның өсөн баш ҡала пропискаһы кәрәк», – тип өмөтөн һүрҙе.
Арып- талып ҡунаҡхана фойеһына килеп ингәйне, администратор ҡатын туҡтатты:
– Юлдашбаева, Вас можно на минуточку?
Үҙенең фамилияһын ишетеүгә ғәжәпләнеп ултырғысына йәйелгән туптай тумалаҡ, быжыр битле, ирендәрен килешһеҙ итеп асыҡ ҡыҙыл төҫкә буяған ҡатынға ҡараны:
– Да... слушаю...
– Вам оставили картину.
– Извините, я тут никого не знаю.
– Вы из 505 комнаты? – Администратор номерҙар, фамилиялар теҙмәһен компьютер экранынан барланы ла ҡағыҙға төрөлгән рамды уның алдына ҡуйҙы. – Да, это Вам! Еще вот записка.
– Спасибо.
Бүлмәһенә ингәс, иҫен йыя алмай аңҡы-тиңке килде, ғәҙәтенә әүерелә барған хәрәкәт, тумбочка өҫтөндәге фотоға һирпеләһе урынға, картинаны стенаға һөйәне лә ашығып ҡағыҙ киҫәгенә текәлде:
«Һеҙҙе оҙаҡ көттөм. Ары ҡала алмайым, тағы ла ике сәғәттән Берлинға осам, унда беҙҙең картиналар күргәҙмәһе асыла. Быны теге ваҡыт, ҡояшлы Өфөлә яҙғайным. Шуны бүләк итәм. Минең өсөн бик тә ҡәҙерле картина ул. Тағы ла бер үтенесем бар. Юғалма!
Танһыҡбай».
Әллә көтөлмәгән хат киҫәгенә ҡыуанып, әллә ят исемде тағы ла бер тапҡыр уҡыуына кинәнеп селтерәтеп көлөп ебәрҙе:
– Һин Танһыҡ ҡына түгел, Танһыҡбай икәнһең! Был донъяла ундай шәп исем бары һиндә генәлер. Танһыҡ-бай! Танһыҡтарға бай, тимәк! – Аяҡ кейемдәрен елкеп ырғытып, ҡоластарын йәйеп түшәгенә ҡоланы. Бөгөнгө арыуҙары, борсолоуҙары, эстән яныуҙары һыпырып алғандай юҡҡа сыҡҡайны.
Бер килке шулай онотолғас, үрелеп, һаҡ ҡына, мөғжизә көткәндәй картина төрөлгән ҡағыҙҙы һыҙырҙы, һыҙырҙы ла күргәне тәьҫиренә арбалды.
Күк йөҙөндә туҙышып йөҙгән болоттарҙай аҡ күлдәк кейгән һомғол буйлы ҡыҙ ҡая ситенә баҫҡан да алыҫтарға төбәлгән. Ҡая тигәне лә аҡ суйыр таштан хасил икән. Сөм-ҡара, үрелмәгән сәстәрҙе, киң күлдәк итәктәрен талғын ел һөйөп тартҡылай. Һылыу йөҙ илаһилыҡтан тулышҡан, күҙҙәрҙә асылмаҫ сер төйнәлгән, ҡыйғас ҡаштар һораулы сөйөлгәндәр. Ҡайҙа ҡарай был ҡыҙ? Бәй, алыҫта, шаулы тулҡындар аръяғында аҡһыл ер киҫәге төҫмөрләнә икән дә. Төҫмөрләнеп кенә ҡалмай, нурҙарҙан туҡылып балҡый. Уны йәйғор күпере ҡайыған.
Картинаның мөйөшөнә: «Хыял утрауы» тип яҙылған, йәнә бәләкәй генә хәрефтәр менән «Танһыҡбай Аҡсурин» тип тә өҫтәлгән.
– Рәхмәт... – тип әҫәрләнеп шыбырҙаны, йөрәге күкрәген дөбөрҙәтеп, ярып тибә, керпектәре осона шатлыҡ йәштәре эленгән. Була бит шундай кешеләр, аҙ ғына ваҡыт эсендә онотолмаҫлыҡ булып хәтергә уйылалар, күҙгә бәрелеп бармаған ҡылыҡтары, эштәре менән үҙҙәрен яраттыра, юҡ, үҙҙәренә мөкиббән ғашиҡ иттерә беләләр. Был да шундайҙар затынандыр.
Аҙнаның өс көнөн ҡоштай осоп үткәрҙе, гүйә, аяҡтары ер өҫтөнән атламай, оса төҫлө. Көндәр буйы эш эҙләп таба алмаһа ла, артыҡ борсолманы, был мәшәҡәтте лә шулай кәрәккәнгә генә башҡарҙы. Бүлмәһендә «Хыял утрауы», уйына кинәт кенә Танһыҡ килеп төшә лә, донъяһы теүәл кешеләй бәхетле йылмайып ебәрә. «Бер күреүҙә ғашиҡ булыу тигәндәре ошо микән әллә? Булмаҫ, булыуы мөмкин түгел!» Бәйләнсек, иләҫ-миләҫ уйҙарҙы башынан ҡыуырға тырыша, тик файҙаһыҙ... Бына ул Германиянан ҡайтып төшөр ҙә тура ҡунаҡханаға килер. Шунан аңлашырҙар ҙа бергә, бик бәхетле итеп йәшәй башларҙар. Эше лә табылыр, тормошо ла яйға һалыныр. Ошонан аҙаҡ яҙмышҡа ышанма инде: башта ул уларҙы Ағиҙел ярында осраштырған, шунан хистәренең тәрәнлеген һынар өсөн бында, Мәскәүгә, алып килгән. Улар бит бары күҙ асып йомған арала ғына бергә булдылар. Уйлап ҡараһаң, бер-береңде табыр, яҡынлыҡты тойор өсөн шул арауыҡ та етә икән. Ул уны тапты, хәҙер бер ҡасан да айырылмаясаҡ. Таптым, ти ҙә ул, әллә, киреһенсә, Танһыҡ уны эҙләгәнме?
Хәҙер иртән сығырҙан алда администратор эргәһенә бара ла сәғәт нисәлә ҡайтырын хәбәр итә. Танһыҡ килеп көтөр-көтөр ҙә йәнә оҙайлы командировкаһына юлланыр төҫлө. Тағы күпме көтөргә мөмкин?
Кис түшәгенә сумды ла татлы хыялдарына бирелгәйне генә, күрше номерҙа бала илауын ишетеп, тетрәнеп китте, кинәт алһыу күлдәген һалдырып, көтмәгәндә фанилыҡҡа ҡайтарып гонаһлы ергә баҫтырҙылармы ни! «Ошо мәлдә Ғәзиме ни эшләй икән? Йоҡлаймы, әллә уны һағынып илаймы. Ә ул, йәш ҡыҙҙай, ҡыҫыр бәхеткә ымһынып, ят ирҙе көтәүелләй. Ни тиклем елбәҙәклек! Ул бит әсә! Иң элек ғәзиз балаһын ҡайғыртырға бурыслы түгелме? Ҡайһылай ҙа ҡаты бәғерле, миһырбанһыҙ, выжданһыҙ...» Ә күрше бүлмәләге һыҡтау дауам итте. Фәриҙә, итәгенә ут ҡапҡандай, сәбәләнеп ырғып торҙо, ҡорғанды тартып тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты. Тәҙрә яңағына терһәкләнеп оҙаҡ торҙо һеңгәҙәп. Бер аҙҙан: «Улым, Ғәзимем...», – тип иңрәне лә түгелеп илап ебәрҙе.
Бер аҙна тигәндә ҡайтып төштө Танһыҡ. Фәриҙә ғәҙәтенсә төшкө ашты буфетта ашаны ла әҙерәк ял итеп алыу уйы менән бүлмәһенә күтәрелгәйне, тумбочка өҫтөндәге телефон зыңғырланы. Көтөлмәгән хәлгә аптырап ҡалды, номерҙы бутағандарҙыр, тип һаҡ ҡына трубканы ҡалҡытҡайны, администраторҙың тауышы ишетелде: « Вас внизу ждут».
«Танһыҡ!» Ҡайһылыр мәлгә баҙап ҡалды. Китсе, онотмаған, килгән бит әле. Хәҙер аҫҡа төшөр ҙә эргәһенә барыр, нимә тураһында һөйләшерҙәр? Улар бит бөтөнләй ят кешеләр, бүлешер яңылыҡтары, серҙәре юҡ. Һынын ҡатырып ҡәнәфигә һеңде лә тынып ҡалды. Теге ғазаплы төн иҫенә килеп төштө. Әллә төшмәҫкә лә ҡуйырғамы? Һуңлаған мөхәббәт уйыны нимәгә һәм кемгә кәрәк?! Былай ярамай, кешене көттөрөп ҡуйыу – тәрбиәһеҙлек, әҙәпһеҙлек. Бер аҙ әңгәмәләшерҙәр ҙә, икеһе ике яҡҡа китер. Бары шул ғына.
Баҫҡыстан төшөп килешләй Танһыҡты шундуҡ абайланы, ана, майҙансыҡтың ҡап уртаһында әйберҙәрен аяҡ аҫтына ҡуйып, ярпайып баҫып тора. Ул да күрҙе, күрҙе лә күптәнге танышын ҡаршылағандай ҡулын болғаны:
– Һаумы, Фәриҙә! – Йүгерә-атлай эргәһенә килде лә, күркәм раузалар гөлләмәһен тотторғас, битенән үбеп алды. Көтөлмәгән мөғәмәләнән ғәфү үтенгәндәй өҫтәне. – Һаумы, яҡташ!
– Һаумыһығыҙ... – Тегеһе тулҡынланыуын йәшереп, йөҙөн үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы ла, ниңә ваҡытһыҙ йөрөйһөң, тигәндәйерәк ҡиәфәт алды.
– Бына ҡайтып килеш әле, Германиянан. – Күршеһенә йомошҡа инеп сыҡҡан кешеләй, ғәҙәти һөйләнде Танһыҡ. – Бына, һеҙҙе күрәйем, тип боролдом.
– Нисек йөрөп ҡайттығыҙ?
– Бик уңышлы. Европа ла Европа тип ауыҙ һыуыбыҙҙы ҡоротабыҙ, миңә ҡалһа, иҫ китмәле бер ни ҙә тапманым. Киреһенсә, уларға беҙҙән өйрәнергә кәрәк. Авангард йүнәлешендә эшләгән картиналарыбыҙға иҫтәре китһә, пейзаждарыбыҙ хайран итте. Ер йөҙөндә ундай ожмахҡа тиң мөйөштәр ҙә бар икән, тиҙәр. Тағы ла саҡырҙылар. Был юлы Римға. Живопись үҙәге Италияға, Рафаэль, Леонардо да Винчи, Микеланджело ижад иткән ергә. Унда барғанда икеләтә әҙерлек кәрәк буласаҡ. Үҙем хаҡында ла үҙем хаҡында, бында нисек йәшәнегеҙ?
– Насар, тип зарлана, шәп, тип маҡтана алмайым.
– Әйҙәгеҙ, барыһын да яҡшыға юрайыҡ. – Кәйефе күтәренке Танһыҡ илтифатһыҙ тыңланы әллә, үҙенекен теҙҙе. – Һеҙҙе бөгөн кис ресторанға саҡырырға мөмкинме?
– Ниндәй тантана хөрмәтенә?
– Тантана тип, тәьҫораттар алып сит илдә йөрөп ҡайтылды, тағы беҙ яҡташтарҙың һөйләшер уртаҡ темалары ла барҙыр.
– Ғәфү итегеҙ, бара алмайым. Эштәрем күп.
– Беҙ бит эштән һуң, оҙаҡ та ултырмабыҙ.
– Барыбер. Хушығыҙ. – Фәриҙә инеү яғына йүнәлде лә боролоп әйтте, – Сәскәләр өсөн рәхмәт.
Тегеһе айырылырға теләмәй ҡабаланды:
– Бәйләнсек кешеләй ҡыланам, кисерегеҙ. Шулай ҙа визиткамды алығыҙ. Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай, ул ҙур ҡала, бәлки, ярҙамым кәрәгер. Шылтыратығыҙ...
Үтенес яуапһыҙ ҡалды, осло тағалар таш баҫҡыстарҙы сүкеп юғарыға күтәрелде.
Эш эҙләп тағы ла аҙна самаһы ваҡыт үтте. Ҡайҙа ғына барһа ла, ҡырҡ һылтау табалар. Алырға теләмәүҙәренең төп сәбәбе – прописканың юҡлығы. Аҡсаһы ла бөтөү яғына бара. Былай дауам итһә, бер тинһеҙ урамда тороп ҡаласаҡ. Әгәр Танһыҡҡа мөрәжәғәт итһә, моғайын, ярҙам итер ине, ни тиһәң дә – ул бындағы кеше.
Шул мәл, уйын ҡеүәтләгәндәй, телефон шылтыраны:
– Һаумыһығыҙ! – Трубкала таныш тауыш. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, сәбәп тә юҡ, былай ғына, сәбәпһеҙ генә шылтыратырға иттем. Туҡта, мин әйтәм, яҡташтың хәлен беләйем әле.
– Һаумыһығыҙ. Яҡшы. – Фәриҙә ҡыуанып китһә лә, рыя ҡыланып, шатлығын йәшерҙе.
– Тыуған яҡты һағындыралыр? Унан киткәнемә әллә күпме ваҡыт үтте, барыбер йыш иҫкә төшә.
– Һағындыра инде.
– Улай а, минең бер тәҡдимем бар.
– Ниндәйерәк тәҡдим икән ул?
– Бында, шәхси коллекциямда, Башҡортостанға бағышланған байтаҡ картиналар бар. Шуларҙы ҡарарға саҡырам. Бәлки, аҙаҡтан фекерегеҙҙе лә әйтерһегеҙ. Мәҫәлән, сит-ят кеше беҙҙең тыуған ер, уның кешеләре хаҡында нимә әйтә ала, шулай түгелме?
– Ҡиммәтле иҫкәрмәләр яһай алмамдыр, мин бит сәнғәт өлкәһенән алыҫ. Һөнәрем – педиатр.
– Киреһенсә, аҡ халатлылар йырға-моңға, шиғриәткә, ғөмүмән мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләр.
– Улайһа, ризамын, – шулай ҙа сигенерлек арауыҡ ҡалдырҙы, – тик оҙаҡҡа түгел.
– Көтөгөҙ, хәҙер килеп етәм!
Ҡабаланып кейенә башланы ла, көҙгө ҡаршыһына баҫып төҫ-башына күҙ һалғас, уйынан кире ҡайтты. Нишләп осрашыуға барған йәш ҡыҙҙай ҡуҫтарлана? Һайлана торғас, джинсы салбарға һәм аҡ футболкаға туҡталды, аяҡтарына килешле кроссовкалар ҡатты, көн аяҙға ултырыуына ҡарамаҫтан, беләгенә плащын элде. Көҙгө ҡаршыһына ултырып беленер-беленмәҫ биҙәнде, ҡолаҡ һырттарына хушбый ышҡыны, сығыр алдынан ҡояштан һаҡлағыс ҡара күҙлек кейҙе.
Танһыҡ ҡунаҡхананың фойеһында көтә ине инде. Ул үткәндәге кейемендә: бөҙрә сәстәре таралып төшкән, һаҡал-мыйығы ла тырпайыңҡырап күренә, кәүҙә торошонда шамтырлыҡ* һиҙелә. «Башҡорт балаһы тип кем әйтһен инде быны? Торғаны замана берәҙәге... Үҙем һуң, үҙем...» Фәриҙә бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә атлай, үҙе шулай уйлай.
– Хәйерле көн! – Уға ҡаршы йүгерә-атлай яҡынлаған Танһыҡ килешле итеп етәкләй һалып алды. – Киттекме?
Иномарканың эсе уңайлы, еләҫ. Машина тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып киткәс, салон эсенә талғын башҡорт көйө ағылды:
Үҙең генә белгән юлдар менән
Төштәремә килеп керәһең...
– Һеҙгә бер орау бирергә мөмкинме?
– Берҙе генә түгел. Һорағыҙ.
– Башҡортса матур һөйләшәһегеҙ, өҫтәүенә, беҙҙең көйҙәрҙе тыңлайһығыҙ, һеҙ бит ауылда тәрбиәләнмәгәнһегеҙ?
– Бында бер ниндәй ҙә сер юҡ. Атай-әсәйем ауылдан сыҡҡан кешеләр ине. Шуға телем дә башҡортса асылды, өйҙә һәр ваҡыт башҡорт китаптары, гәзит-журналдары, башҡорт көйҙәре яҙылған кассеталар булды. Аралашыуыбыҙ ҙа үҙебеҙсә, ауылса. Өҫтәүенә, каникул етһә, атайым-әсәйем ауылдарға фольклор экспедицияһына сығып китә, мине ауылдағы ҡартатайым, ҡартәсәйем ҡарамағына оҙаталар. Көҙ, уҡыу еткәнсе. Башҡортлоҡ шулай еңде. Тәбиғәткә яҡынлығым да мине рәссам иткәндер, бәлки.
– Улайһа, һеҙ Өфөнән?
– Эйе.
– Ҡайтып йөрөйһөгөҙҙөр?
– Ҡайта торғайным. Хәҙер атай-әсәй юҡ инде. Автокатастрофаға юлығып, бер төптән киттеләр. Ул саҡта сәнғәт институтының һуңғы курсында уҡый инем. Күп кенә картиналар яҙырға ла өлгөргәйнем. Улар Мәскәү рәссамдарын ҡыҙыҡһындырҙы. Саҡырғастары, оҙаҡ баш ватмай киттем дә барҙым. Хәҙер ҡайтҡылайым, тик ижади командировкаларға, кемгәлер төбәп түгел. Ҡартатай менән ҡартәсәй ҙә күптән гүр эйәләре.
– Улай икән. Ә ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Ирекле рәссам. Шулай ҙа башҡалар ише эшкә барып ҡайтыу кәрәклеген иҫәпкә алып, Рәссамдар союзында эшләйем. Бына килеп тә еттек. – Машина башҡаларынан айырылып ҡалҡҡан йорт янында туҡтаны. – Ошонда, ун өсөнсө ҡатта, йәшәйем: торлағымдың бер яғы – оҫтахана, икенсе яғында йоҡо бүлмәһе.
– Оҫтаханағыҙ айырым түгелме ни? Ҡатынығыҙ ни тиер?
– Минең сиам бесәйем һәм бик күп картиналарым бар. Байлығым – шулар.
Элекке һалынған йорт булғанғамы, фатир эсе артыҡ иркен түгел, тар туннелде хәтерләткән ярым ҡараңғы ишек төбө залға алып сыға, һулаҡай яҡта – аш бүлмәһе, ҡаршыла – зал. Уң яҡтағы ишек ябыҡ, уныһы, моғайын, йоҡо бүлмәһелер. Кроссовкаларын һалған Фәриҙә зал яғына ыңғайлағайны, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан ҡоромдай ҡара бесәй уның юлын ҡыйып үтте лә, күҙҙәрен хәтәр ялтлатып, аш бүлмәһе яғына шылды.
– Был ниндәй тәрбиәһеҙлек, ҡунаҡ тәүге тапҡыр килә, ә һин уны асыулы ҡаршылайһың! – Хужа бесәйен шулай шелтәләп алды ла, төпкө яҡҡа үтеп, төрлө буяҡтар менән тулы ултырғысты бушатҡас, уны ең һырты менән һыпырып, урын тәҡдим итте. – Бына ошонда уңайлап урынлашығыҙ. Мин хәҙер. – Стеналарға ҡатлап һөйәгән картиналарын теүәлләп соҡона ла башланы. Ҡунаҡ ҡыҙыҡһынып фатирҙы байҡаны.
Зал ысынлап та оҫтахананы хәтерләтә: тәҙрә төбөнә, иҙәнгә эреле- аҡлы, аллы-гөллө буяҡ кәнсирҙәре ҡуйылған, бихисап тюбиктар вайран килеп сәсрәп яталар, бил быуарынан ҡырҡылған һыра ауыттарында суҡтары өҫ яҡҡа ҡаратып тығылған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бумалалар тырпайған. Стеналарға сәселгән буяҡ тамсылары йондоҙло күк йөҙөн хәтерләтә. Ҡаршы яҡ стенаға мольберт өйәлгән, унда яртылаш яҙылған ниндәйҙер картина, картина эргәһендәге тәпәш өҫтәл өҫтөндә төпсөктәр тулған кәнсир һауыты күренә, иҙәнгә тәмәке көлө һибелгән.Тағы фатирға елләтеп тә бөтмәҫлек ыҫ һеңгән. Фәриҙә танауын йыйырғайны, уның хәлен аңлаған хужа балконға сыҡҡан ишекте асып ҡуйҙы ла ҡоласын йәйеп мольбертҡа, теге эшенә яҡынланы:
– Был әлегә киндергә буяҡ булып төшә башлаған идея. Һыҙма, эскиз... Күккә ашҡан таш йорттар, ҡорос күперҙәр, тимер юлдар, ғөмүмән, дәү тимер-томорҙар ҡоршауы фонында бөгөнгө көндөң арыған, талсыҡҡан кешеһе күренә. Беҙ уны ҡайғыртмайбыҙ, уның хаҡында бөтөнләй онотҡанбыҙ. Ҡара, ул бер яҡ ситтә, бахыр ҡиәфәтендә баҫҡан. Беҙҙең төп хыял – киләсәккә, сит галактикаға юл алыу, сәфәр ҡылыу. Күрәһеңме, тимер юлдар йыһанға ҡарай йүнәлгән, ҡорос күпер ҙә шул яҡҡа ҡарай тартылған. Бынау күп ҡатлы йорттарҙың шәүләһе кешегә яҡынлашып килә. Тиҙҙән кеше лә ошо цивилизация шәүләһе менән бергә буталасаҡ, юҡҡа сығасаҡ. Ике донъяны контрастлыҡ айырып тора: һалҡын ҡаяны хәтерләткән йорттар, төрмә рәшәткәһе рәүешендә эшләнгән ҡорос күпер, һигеҙаяҡ һымаҡ донъяны ҡармаған тимер юлдар һәм ыуалырға, юғалырға әҙер көңгөрт кеше шәүләһе. Дөйөм алғанда, авангард стилендәге фәлсәфәүи әйбер. – Эргәһендәге әҙер картиналарҙы берәм-берәм алға ҡуйҙы. – Был – Шүлгән мәмерйәһе эрһгәенән төшөрөлгән Ағиҙел йылғаһы, быныһы – Арҡайым. Картина «Тыуған ер һаҡсылары» тип атала. Уның мәғәнәһе шунда: тәү ҡарашта ғәҙәти тәбиғәт күренеше һымаҡ ҡабул ителгән картинаға иғтибарлап ҡараһаң, Арҡайымды мәғрур тауҙар уратып алған. Улар уны сит-ят күҙҙәрҙән, ел-дауылдарҙан һаҡлай төҫлө. Ысын һаҡсылар, ҡалҡан кеүек баҫҡандар бит улар...
Күпселек әйберҙәр тәбиғәт күренештәренә арналған. Шуларҙы ҡарап хайран ҡалды Фәриҙә. Ябай кеше был матурлыҡты күрмәй үтеп китер ине, ә Танһыҡ уларҙы тотоп алған да киндергә төшөргән.
– Иҫ китмәле. Тыуған яҡҡа ҡайтып урағандай булдым.
– Ошо картиналарҙың ҡайһыныһы оҡшай? Тик ихлас, йәшермәй әйт.
– Бөтәһе лә матур.
– Шул матурҙар араһынан күңелеңә ятҡаны?
– Бынау «Моңһоулыҡ» тип аталғаны бигерәк шәп.
Рәссам йәнләнеп китте:
– Насар тәнҡитсемен, тиһең, ә күҙҙәрең осло, һиҙгер. Бөтә эштәрем дә үҙем өсөн ҡәҙерле, шулай ҙа ошо картина ысынлап та уңышлы сыҡты. Әле студент саҡта яҙ көнө кәмәләрҙә Һаҡмар йылғаһы буйлап йөҙҙөк. Ярға сығып, ялға туҡтағайныҡ, яҡындағы ауыл малайҙары беҙҙе уратып алды. Сыр-сыу киләләр, кәмәлә йөрөтөп алып кил әле, тип ялыналар. Уларға ни, ҡыҙыҡ. Араларында ошо малай ҙа бар ине. Башҡаларға эйәреп килгән дә бер яҡ ситкә баҫҡан. Яҡынларға ҡыймай. Эргәһенә барҙым да аптырап текәлдем – малайҙың тотош фиғеле моңһоулыҡ, күҙҙәрендә һағыш. Шунда уҡ ҡулыма альбом бите, ҡәләм эләктерә һалдым. «Һине төшөрәйемме?» – тим. Яурындарын йыйыра, миңә барыбер, йәнәһе. Эшкә керештем. Юлдаштарым тамаҡ ялғап, бер аҙ ял итеп алдылар ҙа, эңергә ҡәҙәр үтәһе байтаҡ, тип ҡабаландыралар. Ә эш яңы башланып ҡына тора. «Егеттәр,– тим, – мин ары йөҙмәйем, ошонда ҡалам. Эҙләгәнемде таптым, шикелле». «Һин нимә, арыраҡ ожмахтай тәбиғәт, үкенерһең һуңынан». «Хәл иттем. Ҡалам, егеттәр». Ауылға барып, бер әбейгә фатирға төшөп, шул малайҙы өс көн рәсемгә төшөрҙөм. Уның тураһында фатир хужабикәһе лә әллә күпме һөйләне. Уға моңһоуланырға сәбәп бар икән. Шул сәфәрҙә тыуған картина инде ул. Эскиздарын ҡағыҙға төшөрөп алып ҡайтҡас, бында киндерҙә эшләүе артыҡ мәшәҡәт булманы.
Шулай әңгәмәләшеп апаруҡ ултырып ташланылар. Фәриҙә урынынан ҡалҡты:
–Саҡырыуығыҙға рәхмәт, миңә ҡайтырға ваҡыт.
– Һеҙҙе улай ғына ебәрмәйем. Хәҙер үк кафеға йә берәй ресторанға барабыҙ, шунан һуң ғына хушлашырбыҙ.
– Улар ҡалып торһон, әҙер түгелмен.
– Әҙерлек кәрәкмәй ҙә, һеҙ былай ҙа сибәр, гүзәл!
– Бара алмайым, зинһар, дөрөҫ аңлағыҙ.
– Улайһа, кофе, миндә шәп кофе бар! Рәхим итегеҙ аш бүлмәһенә. Тик ундағы тәртипһеҙлекте күреп тәнҡитләмәгеҙ, йәме. Берәҙәк тормошо...
– Кофе, улайһа. Ҡунаҡ булһаң тыйнаҡ бул, тиҙәр, тәнҡитләмәм.
Аш бүлмәһендәге ултырғысҡа йәйелгән бесәй, уларҙы күргәс, тағы ла иҙәнгә һикерҙе лә зал яғына һыпыртты.
– Ятһына. Йәнә көнсөл тоҡомдан.
Өҫтәлгә емеш- еләкле ваза, ҡаплы кәнфит, печенье, һыуытҡыстан май ҡуйылды. Кофе шәп ине. Ләззәтләнеп эсемлек тәмләгән, донъяһы теүәл кешеләй ҡыланған Танһыҡты йылмайып күҙәтте Фәриҙә. Ул да быны тойҙо шикелле, һауытындағы эсемлекте уртлағас, хәстәрлекле һораны:
– Инеп, күҙлегегеҙҙе алғас уҡ, шуны абайланым: һеҙҙә лә моң оулыҡ бар. Ни булды? Бәлки, мин берәй нисек ярҙам итә алырмын?
– Кәрәкмәй. Бына әйберҙәремде төйнәйем дә ҡайтам кире.
– Йомоштарығыҙҙы теүәлләп бөткәнһегеҙҙер, улайһа?
– Бөттө, тип, эш эҙләп килгәйнем бында. Таба алманым. Бөтә урында ла прописка таптыралар.
– Мәскәүгә килеп төпләнеү еңелдән түгел.
– Шулай икән шул.
Танһыҡ уйланғандай итте:
– Әле генә ҡырҡа вәғәҙә бирә алмайым, шулай ҙа тырышып ҡарармын. Таныш табип бар-барлыҡҡа. Ябай түгел, дауахананың баш табибы. Бәлки, уға педиатрҙар кәрәктер...
– Ҡала алмайым, юллыҡ ҡына аҡсам ҡалды, урынлашҡан хәлдә лә бер ай самаһы үҙ иҫәбемә йәшәргә тура киләсәк.
– Уныһы... ваҡ мәсьәлә.
– Ышанып, эш юлламаҡсыһығыҙ, минең турала бер ни ҙә белмәйһегеҙ, бәлки, бер аҙғынмындыр.
– Улайһа, мин Бармалей! – Йорт хужаһы рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. – Һеҙ ҙә бит әле пиратҡа эйәреп килеп, уның шикле, сүп-сар тулы фатирында ултыраһығыҙ.
Тағы ла бер нисә көндән ауырлыҡһыҙ эшкә урынлашты, ятаҡтан, тарыраҡ булһа ла, үҙенә айырым бүлмә алды. Башкөллө мәшәҡәттәргә сумды. Иртәнге алтынан сығып китә лә кис арып-талып ҡайтып инә, инә лә түшәгенә ауа. Өфөнө мегаполис тип атау үтә лә шартлы икән, бындағы шау-шыу, урамдағы, йәмәғәт транспортындағы этке-төрткө бар көсөн ала. Эшкә барып ҡайтыуға ла өс сәғәт самаһы ваҡыт кәрәк. Танһыҡҡа килгәндә, ярҙам итеүенә һылтанып әрһеҙләшмәне, шулай ҙа даими һуғылып хәлен белешеп торҙо, хатта алыҫ Италияға киткәс тә бер нисә тапҡыр шылтыратырға форсат тапты. Ә инде унан ҡайтып төшөү менән тура дауаханаға барҙы. Кис бергә ял иттеләр, һәм... Фәриҙә Танһыҡтың фатирында ҡуна ҡалды, иртәгәһен әйберҙәрен алып уға күсенде. Был ғәҙәти, шулай булырға тейеш кеүек, ығы-зығыһыҙ башҡарылды. Күсенергә әйберен төйнәгән мәлдә улының фотоһына ҡарамаҫҡа тырышты, ул ғына ла түгел, күҙ йәшерергә теләгәндәй, сумаҙанының иң төбөнә йәшерҙе.
Китек тормошо түңәрәкләнде һымаҡ: эргәһендә уны яратҡан, уны хөрмәт иткән ире бар. Ул үҙе лә ҡайтырға ашҡынып ҡына тора. Һөйөү тигәнең иң әүәл йән һәм күңел бөтөнлөгө, яҡыныңды һүҙһеҙ аңлау, бер-береңде күрергә ынтылыуҙыр, моғайын. Йәшәүҙәренең тәүге көнөнән үк үҙе хаҡында һөйләне, Танһыҡ хаҡында ла белде: Мәскәүгә килгәс, рус ҡыҙына өйләнгән, тик бер йылдан һуң бала табыу йортонда ҡатынын да, тыуасаҡ сабыйын да юғалтҡан. Шунан бирле яңғыҙы икән.
Йән яратҡан кешең янында ҡыуыш та ожмахтай, тигәндәй, Фәриҙәгә яртыһын оҫтахана биләгән йорт та үтә яҡын. Бында килгәс торлаҡҡа яңы тәртип, бөхтәлек өҫтәлде. Хәҙер унан тәмәке ыҫы түгел, тәмле аш еҫе аңҡый, ҡот бөркөлә. Тик нимәгә генә тотонһа ла, күңеле тыныс түгел нишләтер, йөрәк аҫтын нимәлер әрнетеп ҡыра төҫлө. Сәбәбен үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәй.
Әле бына төн уртаһы ауышҡан, ул рәхәтләнеп йоҡлаған иренең күкрәгенә башын һалған да күҙҙәрен шар асып түшәмгә текәлгән. Уйҙары сыуалышлы, йәнендә аңлашылып бөтмәгән хәүеф. Көтмәгәндә аҫҡы ҡатта сабый илауы ишетелде. Мыжып башлаған бала торған һайын ярһый бара, ярһый бара. Нишләп уны әүрәтмәйҙәр, әллә, әүрәтһәләр ҙә, туҡтар яйы юҡмы?
«Уны өҙлөкһөҙ бала илауы эҙәрлекләй, тегендә ҡунаҡханала, ары дауаханала – көндәлек эшендә, әле килеп бында. Нимә хаҡында иҫкәртә һуң улар?»
Торҙо, ҡорғандарҙы тартып, тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты. Йоҡоноң ни икәнен белмәгән ҡала, ут диңгеҙенә күмелеп, ҡорт күсендәй геүләй, оло юлдан елгән машиналар күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә аҡҡан йылғаны хәтерләтә. Ҡарашын көнсығышҡа йүнәлтте. Унда, алыҫта офоҡ ситендә, башҡаларҙан айырылып, беленер-беленмәҫ йондоҙ тимгелләнә. Шул яҡта бит Ғәзиме, берҙән-бере. Бында килгәс ул уны бер минутҡа ла хәтеренән сығарманы. Ҡунаҡханала, шунан ятаҡта йәшәгәнендә улының теге фоторәсеменән айырылманы, Танһыҡ менән йәшәй башлағас, ҡәҙерле нәмә дауаханалағы эш өҫтәленә күсте. Алтын һырлы рам эсенән бөҙрәләнгән йомшаҡ сәстәрен туҙҙырып, бәхетле йылмайып баҡҡан улы тормошона йылылыҡ, яҡтылыҡ, йәшәүенә мәғәнә бирә төҫлө. Танһыҡҡа күрһәтмәне уны, күрһәткән хәлдә лә бер ни ҙә әйтмәҫ, ризаһыҙлығын белдермәҫ ине. Барыбер улы уның өсөн ят. Ят. Ғәзимен ныҡ һағынды, әммә былай, әлеге мәлдәгеләй үҙәгенең өҙөлгәне юҡ ине әле. Тимәк, шик-шөбһәнең нигеҙендә балаһын юҡһыныуы ята. Әлеге һыҡтау шул быуылған хәсрәтен йырып ебәрҙе.
Сикәһен ҡайнар йәштәре бешерҙе. Ул тауышланмай оҙаҡ иланы. Бөтә булмышы, күңеле иңрәй. Күрше бүлмәләге бала ҡайһылай ҙа йәнен телгеләй. «Балам, ғәфү ит, алдыңда ғәйеплемен, ғәйепле генә түгел – гонаһлы. Тик нимә эшләй ала инем?.. Мин бит ине билдәһеҙлеккә үҙем менән алып китә алманым...»
Ул биниһая ваҡыт таш балбалдай урынында һерәйгәс, шәүләләй ҡыймылдап кире түшәгенә барып ятты ла һалҡындан өшөгән бахыр бесәй балаһылай урынында йомарланды.
Иртәнге сәй янында йәшерергә тырышһа ла, Танһыҡ уның кәйефһеҙлеген күрҙе:
– Берәй хәл булдымы әллә?
– Булманы.
– Улайһа, нишләп күҙҙәрең ҡыҙарған?
– Зарар юҡ, бары насар йоҡланым ғына. Үтә ул...
– Иртәгә шәмбе, театрға йә киноға барып әйләнербеҙ, ә? Ял да иткән юҡ.
– Әлләсе, беҙҙең замандағылай кино күрһәтәләр микән? Онотола бара бит кинотеатр төшөнсәһе.
– Бар әлегә кинотеатрҙар. Тик башлыса унда совет киноларын күрһәтәләр һәм тамашасылары ла шул осор кешеләре. Ул кинолар бөгөн ысынлап та алтын фондты тәшкил итә.
– Ярай һуң.
Кинонан ял итеп түгел, киреһенсә, күңеле болоҡһоп ҡайтты. Бында, фатирҙарына «Моңһоулыҡ» картинаһы ҡуйылған, әле ҡарап ҡайтҡан фильмы Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход»ы... Беренсеһенән моңһоу ҡарашлы үҫмер ҡарай, икенсеһендә – тылсымға ышаныусан малайҙың фажиғәле яҙмышы.
Кинонан ҡайтышлай ҙа, фатирҙарына ҡайтып ингәс тә үҙен тарҡау тотто. Бөтөнләй шымтая, йә бирелгән һорауҙарға төшөнөп етмәгәндәй аңшайып ҡарай. Түшәккә ятыу менән иренә һыртын ҡуйып һаташа-баҫлыға йоҡлап та китте. Төшөнә әрем, шайтан таяғы баҫҡан ҙур ялан инде. Ҡара күлдәк кейеп шул яландың үләнен сабып йөрөй. Юнылмаған һаплы, йүнләп тапалмаған салғыһы йәнен ура, аҡтыҡҡы көсөн ала. Сабынлыҡ ҡырында сурайған ҡоромдай таш өҫтөнә ҡунаҡлаған ҡара бесәй, йәшел күҙҙәрен баҙлатып, уның ыҙаланыуын күҙәтә. Ул тырыша, эше генә ырамай. Сабылған әремдәр, шайтан таяҡтары – йығылыу менән кире ҡалҡып, оторо ҡотороп үҫә бирәләр. Сүп-сар кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара, шуғалырмы ҡый үләне тирбәлгән ялан да киңәйә, ҙурая. Бына йәнасыҡҡа ҡоласын киреп киҙәнгәйне генә, үлән араһында Ғәзимен күрҙе. Улы, салғынан аҡланырға теләгәндәй, йөҙөн ҡушусланы...
– Аййй!!! – Уяна алмай аҙапланып ҡул һырты менән тирләгән маңлайын, еүеш сикәһен һыпырҙы. Тыңланды. Күршеләге бала уянып илай икән. Нишләп тымыҙмайҙар уны? Ауыр ҡарашы менән ярым ҡараңғы йоҡо бүлмәһен байҡаны. Бәй, ана мөйөшкә Ғәзиме баҫҡан да туп-тура ҡарап уны күҙәтә. Күҙҙәрен дә йоммай. Йөҙөндә әрнеү, йәбер, ыҙланыу, хәсрәт бер юлы ярылып күренә. Иғтибарлап тексәйҙе. Шул, үҙе. Ғәзиме. Улына ынтылырға итә, булдыра алмай, тотош тәне тымбаҙаған, ҡулдары хәрәкәтһеҙ. Күҙҙәрен йомдо ла бар тырышлығын туплап, башын уңға-һулға борғосланы, яҙырға теләп ойоған ҡул бармаҡтарын йыбырлатты. Зиһене ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Ҡабаттан мөйөшкә ҡараны. Шул арала малайының һыны төн ҡараңғылығында иреп юғалғайны. Тамағы төбөнән саҡырыу өнө һығылды:
– Балам, һин ҡайҙа юғалдың? Кил.
Йоҡонан илергән ире, башта бер нәмә лә аңламағандай, ҡулдары менән тирә-яғын һәрмәне, шунан уның яурындарынан ҡосаҡланы:
– Кемде саҡырҙың ул? Әллә һаташып уяндыңмы?
– Улымды, Ғәзимемде, һағындым. Тәҡәтем ҡалманы. – Фәриҙә һулҡылдап иренә һыйынды.
– Мин дә уны һиҙенә инем, тик үҙеңдең башлап әйтереңде көттөм. Былай ҙа беҙҙең мөнәсәбәттәр ныҡлы түгел – иреңдән законлы айырылмағанһың, малайың унда. Ҡайтып иҫәп-хисабыңды өҙөп, бында пропискаға торорға ла ваҡыт. Минең дуҫымдың да гел генә баш табип вазифаһында эшләмәҫе билдәле. Барыбер бер ҡасан прописка талап итәсәктәр. һине юғалтыуҙан ҡурҡам, шуға иреңдән законлы айырылып, малайыңды бында алып килһәң, барыһы ла яйға һалыныр...
– Һинең былай әйтереңде көтөп йөрөй инем.
– Ҡайтып кил.
– Йә. – Фәриҙә түшәккә ятты ла танауын көслө яурынға терәне.
Наҙ көҫәгән ир шул ыңғайы һыйынып ҡатынын ҡосағына ҡыҫты, һаҡал-мыйыҡтар башта сәстәрҙе тараны, ары биттәрҙе ҡытыҡланы, шунан түштәрҙе еңелсә һыҙырҙы...
– Әллә миңә лә ҡыҙ табып бирәһеңме? Ҡурсаҡтай, һиңә генә оҡшаған ҡыҙый?
– Һине яратам. Ысынлап яратам. Ошоғаса ундай тойғоно кисергәнем булманы. Беләһеңме, ҡасан ғашиҡ булдым? Теге ваҡыт «Моңһоулыҡ» картинаһы хаҡында һөйләгәнеңдә. Һине шул яңғыҙ, моңһоу малай фиғелендә күрҙем.
– Ә мин ине тәү күргәндән алып. – Ҡыҙыша барған Танһыҡ, иркәләүен дауам итеп, ярһыулы бышылданы. – Тотош, тәнеңдең һәр күҙәнәгенә саҡлы яратам.
– Ҡыҙ табып бир, тиһеңме? Тик ул Ғәзимем булмаясаҡ бит! Ул беҙҙең икебеҙҙең мөхәббәттән яраласаҡ. Әллә алыҫта булғанға, улымды шул тиклем һағынаммы, әллә икенсе сәбәпме. Белмәйем.
– Бәлки, тәүге иреңдән булғанға ҡәҙерлелер? – Шул арала ярһыуы һүрелергә өлгөргән ир тәү тапҡыр тупаҫ һораны ла эргәһенә салҡан әйләнеп ятты.
– Мине дөрөҫ аңламаның!
– Аңланым, барыһын да аңланым. Иртәгә бараһы ерҙәрем күп, һиңә лә эшкә, йоҡлайыҡ.
Ошо кистән уң мөнәсәбәттәренә һалҡынлыҡ йүгерҙе, һиҙҙермәҫкә тырышһалар ҙа, элеккеләй иғтибарлы, ирәбе ҡалһалар ҙа, араларына күҙгә күренмәҫ боҙ шаршау тартылдымы ни, әңгәмәләре лә элеккеләй берегеп бармай, күҙҙәрендә үпкәләү шәүләһе. Иренең, ҡайтып кил, тигән тәҡдиме шулай, бары һөйләшеү кимәлендә ҡалды, уның тағы ла «улың, бәлки, тәүге иреңдән булғанға ҡәҙерлелер», тип әйткәндәре хәтеренә уйылды, ана шулар уны бәйләп тота, ары нимә булһа ла эшләргә мөмкинселек бирмәй.
Иртән эшкә китер алдынан Танһыҡ, эскән сынаяғын шылдыра бирһә лә, тороп китергә ашыҡманы:
– Ары былай йәшәргә ярамай, бер-беребеҙҙән бөтөнләй биҙеүебеҙ ихтимал.
Ҡашаяҡ йыуа башлаған Фәриҙә, шөғөлөн ҡуйып, өҫтәл артына килеп ултырҙы ла һынамсыл текәлде:
– Что предлагаешь? – Русса бирелгән һорау ҡоро һәм рәсми ишетелде.
– Үткәндә әйткәндәремде тағы ҡабатлайым: әгәр яратһаң, минең менән бергә ҡалырға теләһәң, иреңдән айырыл. Ғәзимде лә бында алып кил. Уны үҙ улым һымаҡ яратырмын. Бәхетле кеше – ғаиләлә генә бәхетле була ала. Үҙең күреп тораһың, йәшәүебеҙ ҙә, бәхетебеҙ ҙә ярты-йорто.
– Һин ысынлап әйтәһеңме, Танһыҡ, минең менән, Ғәзим менән бергә йәшәргә теләйһеңме?
– Әлбиттә! – Аяғүрә баҫҡан ир шатлыҡтан быуынһыҙланып ҡалған ҡатынын ҡосаҡланы, йөҙөн уның ҡуйы сәстәренә йәшерҙе.
Фәриҙә эшенән ике көнгә ебәреүҙәрен һорап ғариза ҡалдырҙы ла ҡойондай өйөрөлөп юлға йыйына башланы: аэропортҡа барып ике тарафҡа ла билеттар алды, тура өйөнә ҡайтып төшә алмаҫы билдәле, «Ағиҙел» ҡунаҡханаһына шылтыратып, урын хәстәрләне. Яурындарын баҫҡан ауыр йөктән арындымы ни, әйтерһең, ул ошоға тиклем сисә алмаған ауыр мәсьәләне бер ултырыуҙа хәл итте.
Башҡа юлаусыларға эйәреп аэропорт майҙансығына сыҡҡан Фәриҙә ҡалаға йүнәлеүсе автобусҡа инеп ултырҙы ла, телефонын сығарып, Кәримдең номерын йыйҙы.
Теге оста ҡырыҫ тауыш ишетелде:
– Алло!
– Кәрим...привет! – Ары ни әйтергә белмәй, хистәренә быуылып туҡтап ҡалды.
– Һаумы! – Теге оста оҙайлы пауза.
– Хәлдәрең нисек?
– После всего этого спрашиваешь? Иҫ китмәле шәп!
– Беҙгә һөйләшергә ине.
– Кәрәкме икән?
«Хәҙер трубканы ташлаясаҡ!»
– Беҙгә аңлашырға кәрәк.
– Нимә тураһында?
– Бөтәһен дә телефон аша һөйләп булмай. «Ағиҙел» ҡунаҡханаһына кил әле. Үтенәм!..
– Нейтральная зона, значит? Аңлашылды. Бөгөн бара алмайым.
– Улайһа, иртәгә, ҡунаҡхананың ресторанына. – Ни тиклем генә һағынһа ла, Ғәзимде лә алып кил, тип әйтергә баҙнат итмәне, ул барҙа һөйләшә-аңлаша алмаясаҡтар. – Килереңме?
Яуап урынына ҡыҫҡа гудоктар ишетелде.
Билдәләнгән ваҡытҡа ресторанға инде лә ҡабаланып ҡарашын тотош залдан йүгертте. Күңелен ҡурҡыу ипһеңдерә: «Килһә генә ярар ине! Әгәр килмәһә?..» Түрҙе биләп тыныс ҡына гәпләшкән өс -дүрт ирҙе иҫәпкә алмағанда, ресторан буш тиерлек. Төп яҡтағы өҫтәл артында Кәримде күрҙе. Күрҙе лә бер аҙға ғына юғала биреп ҡалды: ирекһеҙҙән сәстәрен төҙәтештерҙе, күлдәк итәген тартҡыланы.
Кәрим килешле ҡара костюмда, галстукта, аҡ күлдәк кейеп алған, рәсми килешеү төҙөргә килгән парламентер тиерһең. Ул да уны абайланы, мәгәр таш һындай ҡатып ултырыуында булды.
Фәриҙә ышанысһыҙ аҙымдар менән яҡынланы ла көсәнеп йылмайҙы:
– Һаумы? Һин һәр ваҡыттағыса пунктуаль.
– Мин шулай тәрбиәләнгәнмен. – Тегеһе урынынан ҡалҡып ултырырға ярҙамлашты.
Оҙайлы пауза. Алдан әҙерләп килгән һүҙҙәр онотолдо. Кәримгә һирпелде. Ә ул бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә ҡайҡайған, ҡарашы әллә ҡайҙа, билдәһеҙлеккә төбәлгән. Фырт, эре ҡыланһа ла, өҫ-башында, бит-йөҙөндә ҡатын-ҡыҙ хәстәре етмәгән әрпешлек һиҙелә: костюм кейерҙән алда щеткаланмаған, аҡ күлдәктең дә яға сите керләнгән, гел ыҫпай йөрөткән сәстәре лә өҙрәйгән, тулы биттәре һеңеп, тартылып киткән. Ир-егеткә һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ бағыуы кәрәк шул, шулай булмаһа, ҡарау етмәгән мал ише мөҙөрөп баралар. Ниһайәт, ни өсөн бында килгәнлеген иҫенә төшөрөп, беренсе һорауын бирҙе:
– Ғәзим нисек?
Кәрим, һөжүмгә йыйынғандай, кәүҙәһен алға ташлап, күҙҙәрен сетерәйтте:
– Әсәй кеше малайын ҡайғыртамы? Иҫ китмәле драматизм!
– Ирония урынһыҙ, үтенәм, тыныс ҡына һөйләшәйек. – Битәрләүҙән, этеп алып барған уҫал-саялыҡтан аҡланырға теләп, артҡа тартылғандай итте.
– Мин тыныс. Үтә лә тыныс. Һеҙҙе иғтибар менән тыңлайым!
– Ғәзим нисек, тинем?
– Арыу йәшәйме, тип һорамаҡсыһыңмы? Сағыштырмаса. Баланы әйбәт итеп тәрбиәләүҙең төп юлы – уны иң элек бәхетле итеү. Бәхет төшөнсәһенең тәүшарты – тулы ғаилә. Ә беҙҙең ғаиләне күреп тораһың.
– Һин философ.
– Ни хәл итәһең, тормош мәжбүр итә. Ҡоро өҫтәл артында ултырыу килешмәй бит, нимә ашайбыҙ?
– Миңә һут ҡына кәрәк.
– Ә минең араҡы эскем килә. Тик руль артындамын, ҡыҙғаныс. Әйҙә, һинеңсә булһын.
Официант килтергән һутты уртлаған Фәриҙә, тыныс ҡалырға тырышып, дауам итте:
– Кәрим, мин иһне бер ҡасан да насар кешегә иҫәпләмәнем, үҙем дә тоғро ҡатын булырға тырыштым... Тик эш унда түгел... Беҙгә айырылырға кәрәк... Мин шуның өсөн ҡайттым. Айырылырға рөхсәт бир.
– Һуң, киткәндә рөхсәт һораманың түгелме? Юғалғаныңа ла нисә ай. Шулай йәшәү һиңә оҡшамаймы ни?
– Официаль айырылышайыҡ. Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй. Мөлкәтеңә лә дәғүә итмәйем. Айырылырға рөхсәт ит, йәнә Ғәзимемде бир.
– Ғәзим? Ул һиңә кем ул?
– Уҫаллашма!
– Ҡасып сығып китеп йөрө-йөрө лә ҡайтып улыңды таптыр, имеш. Ошоға тиклем уның нисек йәшәүе менән, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла ҡыҙыҡһындыңмы?
– Ҡайһы әсә балаһын онота икән?!
– Әсә... Йәнең юҡ инең!
– Улай тимә, Кәрим.
Ары ялғап китә алмай һүҙһеҙ шымтайҙылар. Кәрим тәмәке тоҡандырып, тәрән һурып тартырға кереште.
– Тартмай инең бит. Килешмәй.
– Тартам да, иҫергәнсе араҡы ла эсә алам. Өйрәндем.
– Һин бит улың өсөн яуаплы, бөтә яҡтан да уға өлгө булырға тейешһең.
– Беләһең килһә, ата-әсә булараҡ, беҙ икебеҙ ҙә яуаплы уның алдында!
– Аңлайым.
– Их, нимә аңлайһың ин! – Ҡул һырты һауаны ҡыйҙы, яртылаш тартылған тәмәке көл һауытына тызып һүндерелде. Тағы ауыр тынлыҡ.
– Үткәндәрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгел, шулай булғас, бер-беребеҙҙе ғазапламай, барыһын да тыныс ҡына хәл итәйек.
Кәрим кәүҙәһен турайтты:
– Ғәфү ит, айырылырға рөхсәт бирә алмайым. Әгәр бик теләһәң, быны үҙең бер яҡлы ғына хәл итә алаһың. Ғәзимгә лә өмөт итмә, ул – минең улым!
– Бала иң тәүҙә әсәйҙеке. Ҡайһы судҡа мөрәжәғәт итһәм дә, мине яҡлаясаҡтар!
– Әҙәпле ҡыланһаң да, судлашырға ла яйың бармы ни әле? Браво! Әйҙә, судлаш. Тик шуны хәтереңдәң сығарма: бөгөн һин кем? Ҡайҙа эшләйһең, йәшәйһең? Пропискаһыҙ йүнле эш, йылы ҡыйыҡ таба алғанмын тиһеңме, көн итәһеңдер подвалда, осраҡлы берәй бомж йә берәҙәк менән.
– Улай мыҫҡылларға хаҡың юҡ!
– Ярай, мыҫҡылламайым, ғәфү ит. Ғәзимде бирмәйем. Ул тейешле шарттарҙа үҫергә тейеш. Только я могу обеспечить его будущее! Бары мин генә! Эшкә китергә ваҡыт, хуш! – Кинәт ҡалҡҡан Кәрим ултырғысын ҡабаланып төҙәтте лә сығыу яғына йүнәлде.
Көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалған Фәриҙә, залдағыларҙы аптыратып, өҙәләнеп ҡысҡырҙы:
– Ғәзим ҡайҙа, Кәрим? Ғәзимем ҡайҙа? Мин бит уға күстәнәстәр, уйынсыҡтар алып ҡайттым!..
– Машинала! – Ябылған ишектә һуңғы үҙҙәр ҡыҫылып ҡалды.
– Нишләп бығаса әйтмәнең! Тороп тор, бер минутҡа, зинһар... – Эләгә-йығыла алға ташланды.
Машина кинәт ҡуҙғалып китте лә урамдан елгән башҡа машиналар ағымына барып ҡушылды. Шул арала алғы ултырғыста уға ынтылған ҡәҙерле һынды, йәнә тәҙрә быялаһына терәлгән биттәрҙе, бәләкәс устарҙы абайлап өлгөрҙө.
5
Ҡайтҡас, ире уның нисек йөрөп ҡайтыуы менән ҡыҙыҡһынманы. Былай ҙа ҡанаттары ҡайырылған ҡоштай йөрөгәнен күргәнгә, яраһына тоҙ налырға теләмәгәндер.
Элеккеләй йәшәп алып киттеләр. Иртә таң менән ҡабаланып иртәнге сәйҙе эсәләр ҙә икеһе ике яҡҡа эшкә ашығалар. Кис ҡайтышлай берәй кафеға һуғылып киске ашты ашайҙар, шунан фатирҙарына ҡайталар. Бында ла Танһыҡты яҙа башлаған картинаһы көтә. Фәриҙә иһә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл: йыуа, үтекләй, йыйыштыра, аш бүлмәһендә һауыт-һаба шылтырата. Ҡайһы ваҡыт ҡулына китап алып уҡырға керешеп китә йә ҡыҙыҡһынып зал уртаһына ҡуйылған мольбертҡа төбәлә.
Ирен эш өҫтөндә күҙәтеү мауыҡтырғыс: йөҙө илһамлы кисерештәрҙән яҡтырған, күҙҙәре осҡонланған, яҫы ҡаштары бирелгән һорауына яуап көткәндәй берсә төйөлөп, берсә яҙылып китәләр. Ул бумалаһын ҡуя ла, ситкәрәк китеп, ижадына баһа биргәндәй, картинаһын һынамсыл байҡай, унан ҡалһа уны янына саҡырып бәхәсләшкәндәй аңлатырға тотона. Шулай ҙа күп ваҡыт Фәриҙә иғтибарҙан ситтә ҡала. Ә уның уйҙары осһоҙ-ҡырыйһыҙ.
Бына йәне теләгән кешене осратты. Ул уны ярата. Ныҡ ярата. Шуға көндөҙ, эш мәлендә, юҡтан сәбәп табып, шылтыратып ала. Теге остан яғымлы һүҙ ишетһә, күңеле ҡанатланып, эше ырап киткәндәй, борсоулы тауышын ишетһә, кәйефе китә. Яратҡан ҡатынға һөйөү-һөйөлөүҙән башҡа тағы ни кәрәк? Нишләп һуң ул сағында йәне тыныс түгел, йөрәген ҡара бесәй тырнай? Үткәндә китап биттәрен аҡтарғанда «өйҙә бәхетле кеше генә үҙен башҡа урында ла бәхетле итеп тоя» тигән юлдарҙы уҡығайны. Уныңса, был аҙ. Бәхет өсөн тағы ла яратҡан кешеңдең яуап тойғолары ла кәрәктер. Ире уны ярата ла, яратмай ҙа һымаҡ. Ижадҡа мөкиббән кешенең йөрәгендә башҡа хистәргә урын ҡаламы икән? Ана бит, уның эргәлә генә икәнлеген дә абайламай, ғашиҡ кешеһенә ҡарағандай, йәнһеҙ киндергә төбәлгән. Үҙе ижад иткән таш һын Галатеяға йән өрөргә талпынған Кипр рәссамы Пигмалион тиерһең!.. Тағы бәхет өсөн һөйөүеңдең емеш биреүе лә кәрәктер. Ә мөхәббәт емеше – бала. Уларҙың балалары юҡ. Булмаҫтыр ҙа... Әле бына ярты йыл самаһы бергә йәшәйҙәр – Фәриҙә үҙендә үҙгәреш һиҙмәй. Был хаҡта теге саҡ бер тапҡыр тоҡанып киткәндән аҙаҡ Танһыҡ та үҙ ҡуҙғатып бармай. Бәлки, уға бала кәрәкмәйҙер ҙә. Ул бит Өфөнән йөрөп ҡайтҡас, ошоғаса эшендә һаҡлаған Ғәзименең фотоһүрәтен алып ҡайтып өҫтәлгә ҡуйҙы. Танһыҡ уға бер тапҡыр һирпелеп ҡарап, кем ул, тиһәсе! Хәҙер шул фото уларҙың араларын айырғандай, сик буйындағы иҫкәртеү бағанаһылай, өҫтәлдең ҡап уртаһында тора.
Ярты төн ауышҡас, түбәнге ҡаттағы илау тауышына һиҫкәнеп уянып китте лә, тороп ултырып, ҡулдары менән ҡолаҡтарын томаланы. Файҙаһыҙ. Тамаҡ төбөн ярып сыҡҡан һыҡтау һаман да асыҡ ишетелә. Фәриҙә ҡурҡа-ҡурҡа уң яҡтағы мөйөшкә төбәлде һәм ҡатты ла ҡалды. Унда йөҙҙәрен ҡушуслап тағы Ғәзиме һыҡтай ҙа баһа. Төшө менән өнө буталыуымы уның, әллә аҡылдан шашыуымы? Улы тағы килгән, был юлы уны айырым-асыҡ төҫмөрләй, шәүләһен күрә, тауышына ҡәҙәр ишетә.
– Балам, үтенәм, зинһар, илама!.. Танһыҡ, утты ҡабыҙ әле!
Бүлмә эсе яҡтырҙы. Мөйөштә бесәй ултыра ине. Ул тағы ла бер тапҡыр күҙҙәрен уҫал баҙлатты ла сығып ыҙҙы.
– Әллә нишләп һаташып уяндымсы... Тағы бынау бала нисәнсе көн тыммай.
Бүлмә ишеген япҡан Танһыҡ эргәһенә килеп ултырҙы:
–Ул өләсәһе ҡарамағына ҡалдырылған ташландыҡ; күкрәк һөтө таптырамы, әллә әсәһен һағынамы, белмәҫһең. Кисә шул хаҡта күрше апай әсенеп һөйләп торҙо.
– Нисек әсәһе ташлаған, йәлләмәйенсәме? Ул бит – яңы тыуған сабый?
– Уларҙың бәләкәйе-ҙуры булмай. Улар барыһы ла бала.
– Нимә? – Яуапты бөтә тәрәнлегендә төшөнһә лә, икенсерәкте ишетергә теләгән Фәриҙә күҙҙәрен ҙур асып шаңҡып текәлде лә кинәт йөҙтүбән ҡапланды. Ире уны йыуатманы, һорау билдәһендәй бөгөлөп тынып ҡалды.
Иртәнге сәй мәлендә өҙә-йырта һөйләшеп алдылар:
– Санкт-Петербургтағы танышымдың күргәҙмәһе асыла бөгөн, барып килергә ине шунда. Иртәгә кис ҡайтырмын.
– Хәйерле юл, матурлап йөрөп, ял итеп ҡайт.
– Бәлки, бергәләп.
– Юҡ-юҡ, минең бит эшем бар, былай ҙа үткәндә Өфөгә һорап киттем. Ҡабат-ҡабат уңайһыҙ.
– Үҙең ҡара. Бәлки, оҙата барырһың?
– Башта юлға әҙерләнәйек, шунан дауаханаға уғылып иҫкәртербеҙ ҙә.
Аэропортҡа бер сәғәт алдан килделәр ҙә, көтөү залына үтеп, ултырғыстарҙың
береһенә суҡайҙылар.
– Фәриҙә, төкөр донъяһына, ултырайыҡ та китәйек бергә.
– Ярамай, әйттем бит, бында ҡалам.
– Беҙ һинең менән хушлашабыҙ төҫлө.
– Улай тимә.
Уңғансы рейсҡа саҡырҙылар. Ишек ауыҙында туҡталдылар.
– Ошонда хушлашайыҡ, Танһыҡ.
Ир уны ҡосағына алды ла ҡайнар бышылданы:
– Мин һине яратам, Фәриҙәм!
– Мин дә.
Быяла ишек ябылды. Икеһе ике донъяла тороп ҡалдылар һымаҡ.
Самолет яй ғына урынынан ҡуҙғалды ла, тиҙлеген арттыра барып, юғарыға күтәрелде, шунан бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнә барып асманда иреп юғалды. Әйтерһең, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ төпһөҙ яҙғы күктә дәү самолет, уның эсендәге бихисап юлаусылар булмаған да. Юғарыла зәңгәр сатыр ҙа өйкөмләнеп йөҙгән аҡ болоттар ғына бар.
Аэропорттан сығып автобус туҡталышына йүнәлгәйне генә, кеҫә телефоны шылтыраны. Фәриҙә үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы: «Күккә яңы күтәрелде, һағынырға ла өлгөргән.»
Трубкала Ғәзимдең илау тауышы ишетелде:
– Ҡасан ҡайтаһың, әсәй, атайым көн һайын иртәгә ҡайта, ти, һин һаман да юҡһың.
– Балам, бәпесем, һин?.. – Көтөлмәгән хәлдән ары ни әйтергә лә белмәне. – Атайыңа трубканы бир әле?.. Кәрим, ни эшләүең был?
Иренең ғәйепле тауышы ишетелде:
– Ҡайһылай итәйем. Ошоғаса онотоп ҡалдырған беретыңды еҫкәп йоҡлай ине, үткәндә ине күргәс, тынғылыҡ бөттө.
– Номерымды ҡайҙан таптың?
– Һуңғы тапҡыр шылтыратыуыңды һаҡлағайным, Ғәзим, шылтырат әсәйгә, тип...
Мейеһен йәшен тиҙлегендәге уй ярҙы:
«Тимәк, улы ла теге бала ише төндәрен илай... Әгәр бөгөн ҡайтмаһа, башҡаса һис ҡасан ҡайта алмаясаҡ. Ул Ғәзимһеҙ аҡылдан яҙасаҡ. Нишләргә, нишләргә?..»
– Тәҡәтем ҡалманы, әгәр ҡабул итһәгеҙ – ҡайтам. Бөгөн поезға ултырам.
Трубкала яңынан илау ишетелде:
– Ҡайт, әсәй, беҙ һине һағындыҡ. Ҡайт!..
6
Йоҡонан һуң ғына уянған Фәриҙә, урынынан ҡабаланмай ғына ҡалҡып, күҙҙәрен ыуа-ыуа, тәҙрә аша поезд артынан сапҡан сауҡалыҡтарҙы, бил быуарынан яҙғы һыуға батып һап-һары бөрөләрен бүрттергән талдарҙы, яңы ғына ҡарҙан әрселгән тәпәш ҡалҡыулыҡтарҙы берауыҡ күҙәтте лә яурыны аша таҫтамал һалып килеп ингән Гөлбаныуҙы сәләмләне:
– Хәйерле иртә!
– Хәйерле иртә, балаҡайым, уяндыңмы? – Әллә ҡасан уҡ юл төйөнсөктәрен урынлаштырып ҡуйған ҡарсыҡ, еүеш йөҙөн таҫтамал менән ҡорот -ҡорота, эркет гөбөһөләй кәүҙәһен урынына ялпаштырҙы. – Үҙебеҙҙең ерҙәргә яҡынлашабыҙ бит, шуға алдан әҙерләнеүең хәйерле.
– Иртәрәк йыйынғанһың түгелме, инәй, кискеһен генә Өфөгә етәбеҙ.
Ҡарсыҡ бирешергә теләмәне:
– Көн тыуҙы инде күптән, таң менән кис – күҙ асып йомған ара. Ә бына аҙыҡ-түлекте, аҙым һайын кәрәк башҡаһын ҡул аҫтында ҡалдырҙым, хәҙер тәғәмләнеп алырбыҙ, бабайың сәй хәстәрләп ҡайнар һыу артынан китте.
– Сәйҙе бында, купеға, килтерәләр ул, инәй.
– Уларҙың аҡсаға һатылған ҡаралай сәйенең ни йәме лә, ни тәме. Бисмиллаһыҙ, тәһәрәтһеҙ бешерелгән аҙыҡтан бәрәкәт ҡаса. Сәйҙе вагондың бер башынан икенсеһенә еткергәнсе һыуынып та бөтә, ә ул ауыҙҙы ғына түгел, йәнде лә ҡайнарландырһын! Тегендә Мәскәүҙәге килен өҫтәл тултырып әллә нимәләр бешереп-төшөрөп ташлай, иллә ашҡаҙанға йоҡмай гурыт ризығы, әйләнгәнсе-тулғанғансы асыҡтыра ла ҡуя. Өйҙә ни, Алаҡайҙың ҡуйы һөтө алынған сәйҙе емереп ебәрһәң, йоғомо ҡеүәте, һиңә әйтәйем, көнө буйына етә.
Уңғансы ҡулына термос тотҡан Фәтхи бабай күренде. Ул да һалпыш ҡаштарын ирәбе яҙылдырып ихлас лауылданы:
– Ҡыҙым, нисек йоҡланың?
– Арыу, олатай.
– Йәш кешегә арыуҙыр ҙа, тик мин генә йоҡоноң рәт-сүрәтен тойманым. Өйҙәге ҡаҙ мамығынан яһалған күпмәне ҡайҙан алаһың! – һүҙгә әүәҫ Гөлбаныуҙың ҡыҫылып ултырған көнө.
– Түшәнер-яҫтанырыңды юлға артмаҡлап сыҡ, тинем түгелме, тыңламаның. – Фәтхи бабай, шуҡ йылмайып, мыйыҡ остарын семетте.
– Кәзекләргә алай ҙа мин бармын, юғиһә кемгә бәйләнер инең. – Ундай шаяртыуҙарға күнеккән ҡарсыҡ әйтелгәндәрҙе хаялы кисерҙе лә, сымыры ҡыланып, табын әҙерләргә керешеп китте, шул арала кире ҡаҡҡыһыҙ күрһәтмәһен бирергә лә өлгөрҙө:
– Ҡыҙым, бар, битеңде сай ҙа Хоҙай ебәргәнгә етешербеҙ.
Фәтхи әбейенең эргәһенән урын алды ла йыйырсыҡтар сыбарлаған маңлайын ҡул һырты менән һыпырҙы:
– Ҡарсыҡ, һин йылы һәндерәлә йоҡлай алманым, тиһең, ҡырҡ икенсе йылдың ноябрь айында беҙҙе тауар вагондарына тейәп Сталинградҡа оҙаттылар. Ятып түгел, ултырып өшөнөрлөк, електәрҙе зымбырлатҡан һалҡын; иҙәнгә һалам йәйгәндәр, тишек-тошоҡтарҙан ел үтәнән-үтә уға, өҫтәүенә йүнләп ашарға бирмәйҙәр, фашист самолеттары ҡара таңдан өҫкә бомбалар ырғыта. Составты туҡтатыу тураһында уйлап та ҡараусы юҡ, ундай күрһәтмә бирергә береһенең дә башы икәү түгел, Сталиндың «Бер аҙым да сигенмәҫкә!» тигән 227-се бойороғон үтәргә кәрәк. Әйткәндәй, ул аҙағынаса уйланып етмәгән бойороҡ бик күп аҫыл егеттәрҙе харап итте. Бына беҙҙең рота командиры арыҫлан йөрәкле ине, шуны ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләп хәрби трибуналға бирҙеләр. Уның ҡаһарман яугир икәнен белә тороп, береһе яҡлап сыҡһасы!? Бына ҡайһылай аяуһыҙ ине заманалар... – Бабайҙың төҫһөҙ күҙҙәре бер аҙға уйсанландылар. – Тимер юлға бомба төшһә, тиҙ арала төҙәтәләр ҙә, ары ҡуҙғалабыҙ. Көнө бөтмәһә, үлмәй икән кеше, шулайтып, туп-тура фронтҡа барып индек.
Был тарихты күп тапҡыр ишеткәнгәлер, Гөлбаныу ҡылъяйманы ла, ҡартын ҡабаландырҙы:
– Хәбәр бутҡаһы бешергәнсе, бар, сығып тор, белекһеҙ, ҡыҙымдың кейенә алмай аҙапланғанын күрәһең.
Тегеһе тыңлаулы бала ише ишек артында юғалғас, ҡарты башлағанды дауам итте ҡарсыҡ:
– Ҡуй инде, күрҙе олатайың, күрҙе нужаны. Йәш саҡта һуң, ҡайһылайыраҡ ут егет ине! Знамы бәһлеүән ине: ул буй-һын тиһеңме, ул төҫ-баш тиһеңме, ул егәрлелек тиһеңме – ауылдың бар ҡыҙҙары уға ғашиҡ, теге һайыҫҡан Бибиғәйшә бигерәк тә. Бөгөн дә бит уны осратһа, күҙҙәрен тупайтып ҡарай һымаҡ. Әллә көнләгәнгә шулай тойоламы икән, ҡыҙым, ә? – Яулыҡ сите менән ауыҙын ҡаплап кеткелдәне. – Шул мирауай егеттең күҙе миңә төштө бит, остаңлаҡ Бибиғәйшәгә түгел. Бына ғәжәп! Шул хәлде аңлатып ҡара, ғишыҡ-мишыҡ тигәне Алланың әшкәртеүелер, моғайын, йән тартыуылыр, яҙмыш бүләгелер. Һөйөшөп туя алмай йөрөгәнебеҙҙә һуғыш сыҡты. Өйләнеп кит, тип инәлһәм дә, тыңламаны: шәһит була ҡалһам, тол ҡалмаҫһың, имен-аман ҡайтһам, никахлашырға өлгөрөрбөҙ, тине. Ҡайтып төштө был ҡырҡ дүртенсе йылдың көҙөндә һөйәк тә тире, һиңә әйтәйем, йәҙрә үпкәһен үтәләй тишеп үткән, ҡан төкөрә лә ҡан ҡоҫа. “Ирегеҙ фронтта хәбәрһеҙ юғалды” тип ҡара ҡағыҙ алған йылы әсәйем дә ҡар аҫтында ҡышлаған ашлыҡтан бешерелгән икмәкте ашап яҡты донъя менән хушлашты, ә мин, йәш булғанғалыр, бирешмәй тере ҡалып яңғыҙым көн итә инем. Ҡайтып баш-күҙ алышҡас, яусы ебәреп тормай, ҡәйнә булаһы кешем үҙе килеп һөйләшеп-килеште лә йоманан уң бата уҡыттылар ҙа ҡушылдыҡ инде. Ҡушылдыҡ тиеүен дә ташҡа үлсәйем, арыҡ арҡаларҙы терәшеп көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп таң аттырҙыҡ. Ҡайны йортона алып барырлыҡ бирнә-таҫтарым да юҡ ине хатта. Шул хәлдә лә үтә бәхетле инек.
Үпкә сиренә бит иң әүәл ҡымыҙ кәрәк, ә уны ҡайҙан тапмаҡ, бөтә ат-бейә фронтҡа оҙатылған, ҡалғандары ла көнө-төнө колхоз эшендә. Кәзә һөтө эсереп дауаланыҡ олатайыңды. Нығынды, шунан колхоз эшенә сығып китте. Һуғыш бөткәс, умартасылыҡты башлап ебәргәйне районда, пинсейәгә сыҡҡансы шунда йөрөнө. Мәскәү хәтле Мәскәүгә күргәҙмәгә саҡырып, алтын миҙал тағып ҡайтарҙылар. Шулай эшөйәр кеше олатайың, һау ғына була күрен. Хәҙер Хоҙай Тәғәләнән, әхирәткә икебеҙҙе бер төптән алып кит, тип бер генә нимәне һорайым. Тормошҡа килгәндә, Аллаға шөкөр, донъябыҙ, мал-тыуарыбыҙ бар, бер улыбыҙ Мәскәүҙә, ҙур уҡыуҙы бөтөрөп шунда ҡалды, өлкәне ауылда уҡытыусы, беҙҙе һыртыбыҙҙан ҡарап, хужалығыбыҙҙы бөтәйтә-хәстәрләй. Киленебеҙ ҙә медпунктта филшер, сырхап китһәк, йүгерә һалып килеп етә.
Табын артында Фәриҙә Гөлбаныу менән Фәтхи бабайға ҡарап уларҙың бер-береһенә булған йылы, наҙлы мөнәсәбәттәренә һоҡланып та, бер аҙ көнләшә биреп тә ултырҙы. Әле генә Гөлбаныу инәһе мөхәббәт хаҡында ҡайһылай ҙа тәрән мәғәнәле үҙ әйтте: «Һөйөү ул – яҙмыш бүләге». Ә бала? Йөрәкте ярып сыҡҡан бала йәнеңдең яртыһылыр. Уға булған һөйөү башҡа бөтә тойғоларҙан да көслөрәк, бөйөгөрәк... Юҡҡамы ни яҙмыш бүләгенән ваз кисеп, балаһы хаҡына яратмаған иренә ҡайтып бара. Уны, елбәҙәк күбәләкте, өйҙә нисегерәк ҡабул итерҙәр? Ғәзиме муйынына килеп аҫылыныр, ебәктәй йомшаҡ сәстәре менән биттәрен ҡытыҡлар. Кәрим? Ире ҡабул итерме, хыянатты кисерә алырмы? Ғәфү итер, сөнки ире уны ярата, быны Фәриҙә яҡшы белә. Ары нисек йәшәрҙәр?
Ҡарашы өҫкө һәндерәгә күсерелгән ситлеккә төштө. Ҡош әллә йоҡомһорай, әллә бойоға, әллә битарафлығына ғарҡ булып күҙҙәрен йомған да ептәргә беркетелгән кетәгендә бәүелә. Ары уның көн итеүе лә ошо ҡоштоҡона оҡшап ҡаласаҡ. Затлы ситлеккә бикләнгән тормош.
Өнһөҙ кисерештәрҙе үҙенсә аңлаған Гөлбаныу, алдындағы шәшкеләге сәйен һемереп ҡуйғас, үҙ ҡатты:
– Ҡыҙым, төпсөнә был, тип уйлама берүк, һорайым әле: һеҙ ятажлы йортта көн итәһегеҙме ул?
– Эйе.
– Бәс, әләйгәс ҡош-ҡорт та юҡтыр әле өйөгөҙҙә?
– Иҫеңдән сығарҙыңдамы ни, ҡарсыҡ, ҡыҙым, фатирҙа бер өйөр итеп күркә аҫырайбыҙ, тигәйне лә кисә.
Фәриҙә йор үҙле бабайҙың мәрәкәләүенә пырх итеп көлөп ебәрҙе. Гөлбаныу ҡарсыҡ үпкәләүен белдерҙе:
– Ай ошоно, кисә әйтелгән хәбәрҙе бөгөн оноторға мине һармаҡ тиһеңме әллә? Таш йортта тереклек аҫырап булмағанын беләм мин.
– Өйөбөҙҙә ҙур аквариум бар. – Фәриҙә, көлөп ебәреүенә үкенгәндәй, әйтә алды.
– Башҡа йән эйәһе юҡ, тимәк? Әйтерем шул, ҡыҙым: ал һин ошо ҡошто. Бүләкте бүләк итмәһәләр ҙә – ҡабул ит. Ауылда ни ҡылырбыҙ уның менән? Зарыҡҡан ҡошҡа ҡарап бошаланғансы, үҙ ҡош-ҡортоңдо бағып ҡыуаныуың артыҡ.
– Бына быныһын әйбәт әйттең, ҡарсыҡ, ситлеккә бикләнгән ҡошто тотоп бөтә ауылды ҡаратып, хайран итеп ҡайтып инсәле. Ҡала ерендә генә ул быяла һауытта балыҡ, ситлектә ҡош аҫрау күнегелгән күренеш.
Фәриҙә аптырабыраҡ ҡалды:
– Әлләсе, уйламағанда. Килешер микән?
– Бик тә килешер. Бабайың да, мин дә ысын күңелдән бүләк итәбеҙ. Ошолай бергәләп килеүебеҙҙең иҫтәлеге итеп ҡабул ит.
– Затлы тигәйнегеҙ бит, ундай ҡиммәтле нәмәне ҡабул итә алмайым, уңайһыҙ.
– Шәһәр халҡы өсөн затлы, беҙҙең сама бизмәнендә бер йүнле шешәк ҡаҙға ла торошһоҙ. Хәл иттек, алаһың, ҡыҙым.
Өфө вокзалына етер-етмәҫтән, күршеләрен ғәжәпләндереп, Фәриҙә йыйынырға кереште, үҙе аҡланғандай аңлатты:
– Ҡайтҡас та ашығыс бараһы ерем бар. Әйберҙәрҙе өйҙә ҡалдырам да.
Ысынында иһә алсаҡ, татыу күршеләренең күҙенә артыҡ салынмай ғына китергә ине иҫәбе. Ул вокзалда ҡаршылауға иҫәп тотмай. Килгән хәлдә лә, ире ҡосағына алмаҫ: һалҡын һөйләшеү, рыя мөғәмәлә. Ҡасҡалаҡҡа лайыҡ мөнәсәбәт. Ошоларҙы күршеләре күреп ҡалһа ни уйлар?
Гөлбаныу ҡарсыҡ ысынлап хафаға ҡалды:
– Китсе, ҡыҙым, һинән шыпа айырылаһы килмәйсе. Ҡайтып, улай-былай итеп, эштәреңде яйла ла кейәү бала менән беҙгә, ауылға, ҡунаҡҡа кил. Кейәүҙәһеңдер бит?
– Эйе. Малайыбыҙ үҫеп килә.
– Әләйгәс, бик мәслихәт. Күмәкләп киләһегеҙ ҙә төшәһегеҙ инде. Олатаң һарыҡ һуйып ебәрер, күрше-күләнгә ҡунаҡ күрһәтербеҙ, шулай бит, ҡарт?
– Знамы, шулай. Беҙҙең ауыл баш ҡаланан ике сәғәтлек кенә юл, Йәнбирҙе тигән ауыл. Автобустары ла көнөнә әллә нисә тапҡыр елтерәтеп килеп әйләнә. Бара ығыҙһҙа, Яндырай Фәтхи ҡайҙа йәшәй, тиһәгеҙ, эте лә, бете лә төртөп күрһәтер.
– Иң башта һинең ише егәрле булһындар әле, янып торһондар, шунан ҡушамат тағырҙар. Фәтхи олатайға киләбеҙ, тиһәң дә еткән. – Ҡарсыҡ ҡартын яҡланы.
Ҡыҙарынып китте: «Ҡайһылай оят... Ә мин ҡасып сығырға йыйынам... Уларҙы саҡыра ла алмайым. Хәйер, ҡайҙа саҡырырға?..»
– Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, хушығыҙ. – Поездың тиҙлеге әкренләнә барыуын тойған Фәриҙә сығыу яғына ынтылды.
Вокзал ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай ҡайнай. Кемеһелер вокзалға йүнәлә, бәғзеләр трамвай, автобус туҡталышына ашыға, йылғыр таксистар машиналары яғына әйҙүкләй. Ҡаршы алыусылар бихисап. Шулар араһынан таныш тауыш йәнен өттө:
– Әсәй!!!
– Ғәзим, улым! – Үҙенә ҡаршы йүгергән малайын ҡосҡан Фәриҙә быуынһыҙланып асфальтҡа сүкте.
7
Оҙон төн таңға ауышҡан мәл. Ҡала уттарының тәҙрә аша һарҡҡан һарғылт нурҙарын иҫәпкә алмағанда, ҡараңғы әле. Күҙҙәренә тамсы ла йоҡо ҡунмай нишләптер. Башында уйҙар ҙа сыуалмай, аныҡ ҡына төйнәгән фекере лә юҡ. Күңеле буп-буш. Тәне йәнһеҙ ҡурсаҡтай. Ҡыҙыҡ. Ҡулдарын тағанлап ҡалҡты ла, карауаттан аяҡтарын һалындырып, йомшаҡ шипатайҙар ҡатты. Наҙ танһыҡлағандан аҙаҡ теләгәнен татып тынысланған ире арҡаһын ҡуйған да рәхәтләнеп мышнай бирә. Бөләңгертлек аша уның ҡырлас танауы асыҡ күренә, йоҡа ирендәре тәрән һулыш алған һайын дерелдәй биреп ҡуя. «Ҡыуыҡлы айғолаҡтарын ҡабартып баҡылдаған тәлмәрйен тиерең. Ағастай ҡатып, тырпырап ятты, йәндәре түгел, тәндәре ҡушылды бары. Уның һалҡынлығын тойманы ла шикелле. Нәфсеһен ҡайғыртып, ҡабалан-ҡарһалан ләззәт алды ла ҡанға туйған һөлөктәй ситкә шылды. Бәғерһеҙ йән!..»
Вокзалда ла ят кешеләрҙәй иҫәнләштеләр ҙә, сумкаһын артҡы багажникка урынлаштырғас, ҡуҙғалып киттеләр. «Бер киҫелгән икмәк кире ялғанмай» тип дөрөҫ әйткәндәр икән, йәнәш киләләр, тик һүҙҙәре берекмәй, ҡараштары битараф. Әйтерһең дә, осраҡлы таксиға һағып китеп барыуы. Ғәзимдең генә донъяһы теүәл, сыр-сыу килә, бер атаһына һүҙ ҡуша, бер әсәһенә төбәп ниҙер һорай.
Фатирға ҡайтып ингәс, киске табын йүнәтергә ашһ бүлмәһенә үтте. Ғәжәп, ул киткәндән алып бер ни ҙә үҙгәрмәгән һымаҡ.
Аш та тамаҡҡа таштай үтте. Йоҡларға теләмәй йүгергеләгән Ғәзимде көсләп тиерлек йоҡларға һалдылар ҙа залда йәнәш ултырып һерәйҙеләр. Алҡымына тығылған төйөрҙө йоторға тырышҡандай, тамағын ҡырған Кәрим һүҙ башланы:
– Минең нишләп ҡайтарырға теләгәнемде беләһең, Ғәзим генә түгел, мин дә. Һин киткәс, яңыса йәшәп ҡарарға маташып ҡараным, тик килеп сыҡмай. Эш ишемде таба алмағандан түгел, күңелгә ятҡандары юҡ. Мин һине кисерәм, Ғәзим хаҡына һәм... – Яндырайланып ҡулын елтәне. – Тағы ла ни өсөн икәнен үҙең беләһең! Ташлап сығып китер булһаң, килеп тә, күренеп тә йөрөмә башҡаса, ғәфү итмәйәсәкмен, бел уны! Мин иңә төрлөсә әүәләргә ҡамыр ҙа, эшкинмәгән боламыҡ та түгел.
Йәнен сараһыҙлаған хистәрҙе еңеп, көскә әйтте:
– Мин тырышырмын, Кәрим... Яҡшы әсәй, тоғро ҡатын булырға...
Ире ырғып торҙо ла, уны ла ҡалҡытып, күҙҙәренә һораулы төбәлеп тура ҡараны:
– Бер ни ҙә булмағандай йәшәп ҡарайыҡ әле, Фәриҙә, ә?
– Мин... мин тырышырмын.
Ҡулдары менән яурынбаштарын ҡосоп бер килке бәүелде, шунан иңенә ебәк халатын һалды ла балкон яғына ыңғайланы. Сыҡҡас, тәҙрәне асып ебәрҙе. Танауына һалҡынса, саф һауа бәрелде. Күҙҙәре ултырғысҡа ҡуйылған теге ситлеккә төштө. Ҡайтҡас та уны шунда урынлаштырғайны.
– Привет! Нишләп йоҡламайһың? – Ҡараңғыла ла күҙҙәре күкһелләнеп баҙлаған мәхлүккә мөрәжәғәт итте. – Яңы ергә өйрәнеүе ауырмы, әллә ситлегең тармы?
Ҡош, тештәрен шығырҙатҡандай, шыҡырыҡлап ҡуйҙы.
– Аңлайым... һиңә лә ҡыйын. Бар, иреккә сығып йәшәп ҡара. – Ситлектең ишеген асты. Тегеһе ҡымшанманы ла.
– Ҡурҡма. Урам яҡтыртылған бит. Бар, ос. Тиҙҙән таң атыр. Бар, бар!
Ҡош ҡыймай ғына ситлек ярығына ҡарай шылды ла, ҡапыл тышҡа ташланып, пырылдап осоп китте.
– Бына шулай. Бәлки, үҙ аллы оҙаҡ та йәшәмәҫһең, ғүмерең буйы ситлектә ыҙаланғансы бер мәл генә иректе тойоп ҡал!..
Кире залға сыҡты ла малайының йоҡо бүлмәһенә инде. Улы уның беретын ике ҡуллап ҡыҫҡан да рәхәтләнеп йоҡлап ята. Күңеле бөтөн уның: атаһы ла, әсәһе лә янында. Кисә нимә тигәйне әле? «Әсәй, мине башҡаса ташлап китмә!» Күҙҙәренә өмөт менән төбәлеп һорағайны: «Китмәҫһең бит?!» Нимә тип кенә яуап бирһен, ғәйепле кешеләй башын эйгәйне. Һаҡ ҡына малайының ҡулындағын алып, ситкә һалды:
– Хәҙер был нәмә кәрәкмәй инде һиңә, ысын әсәйең ҡайтты бит.
Сисенмәй кире түшәгенә ятҡайны, әүелйеп китте лә төшөнә Танһыҡ инде. Ул ап-аҡ ҡаяға аяҡтарын кирә баҫҡан да ихлас йылмайып ҡул болғай, уны саҡыра: «Бында кил, бында яҡты, йылы!..» – ти. Иләҫләнеп уянып китте. Тәҙрәләргә һаран яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунған. Тыны тарыҡҡас, барып балкон ишеген асып ебәрҙе. Күҙе ситлеккә төштө. Муйынын эскә тартып бөршәйгән ҡош урынында ине. Фәриҙә тубыҡланды ла үҙе генә ишетелерлек итеп бышылданы:
– Мин дә ҡалам. Улым, һинең хаҡыңа ҡалам. Тик үтенәм, мөхәббәтем, төштәремә кермә. Төштәремә кермә!..
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Фото: Ф.Набиуллина: makQB5MZ1Ga9kq6aSF8CTPS0quS978rMdUFh5RCNVCDzaRcFmDKImcyX9JIHfNlEWhd4vQh-m0vLmPHZNAP2XFMN