Хазина
Хикәйә
Мәфтүхәнең күңеле тыныс түгел, ирен халыҡ дошманы күреп алып киткәндән һуң йәненә урын тапмай, ҡулына эш бармай. Аңлай былай йәшәүе мөмкин түгел икәнлеген, үҙен ҡулға алып тырышып донъяһын көтөргә тырыша, йәне әсеткәндә лә түҙергә, сабыр булырға кәрәклеген белә.
Шөкөр ҡыҙҙары ҡул араһына инеп килә, йәй тырышып бергәләп бесән әҙерләнеләр, имен-һау тәләфләмәй ташып алһалар, кәзә-һарығын ҡыш сығарыр, иншаллаһ. Йәнен әсеткәне артелгә тартып алынған аттарын, һыйырҙарын күреү. Көн дә уларҙы ҡурсалап, дөйөм аҙбарға барып әйләнеүен күреп, ҡарауылсы ошаҡлаған. Хәҙер Мәфтүхәне аҙбарға яҡын да ебәрмәйҙәр, йәнәһе зыян һалыуы мөмкин.
Төштәрендә гөбөрләтеп һыйыр һауыуын күреп уяна, өндәрендә май тасҡауын һағына, үткән ғүмер булып һағынып һөйләргә генә ҡалырмы ошо мәлдәр?! Эшкә әрһеҙ ул, нимәгә тотонһа – шул ҡулынан килә, әле лә үҙен ауыр уйҙарҙан араларға теләп, әсе ҡатыҡҡа батырылған тиреләрҙе сығарып тарарға кереште.
- Әсәй, тағы өйҙө һаһытаһың шул тиреләрең менән? Башҡаса кешенән тире алма! -- ҡыҙы Заһира танауын сирып һуҡырана башланы.
- Сараһыҙҙан инде балаҡай, сараһыҙҙан. Ошоно иләп бирһәм, бүтән алмаҫмын. Хаҡына картуф бирермен тине белеш, урыҫтың картуфы уңа шул, әҙерәк өҙөккә ялғау булһа тинем дә.
Йәй мунсаларында әсетә ине тиреләрҙе, бөтә бысырағы, еҫе өйгә инмәй. Теге юлы алғанын һыуыҡ мунсала эшкәрткәнлектән аҙаҡ оҙаҡ ауырыны, яғырға утынын йәлләгәнлектән мейесен яҡмағайны шул, һыуыҡ алдырғандыр, әле башынан сыҙамай.
Алда ҡыш бауыры оҙон, ҡара көҙ генә булһа ла байтаҡ утындары һеүләне, ҡыҙҙарҙы эйәртеп барып, ҡар тәрәнәйгәнсе сыбыҡ- сабыҡ ташып алмай булмай, аты булһа йөкмәнеп ташыр инеме, аттарын тартып алдылар, мөстәндәр.
Эшләмәй ҙә сара юҡ, үлән сәйе янына ла сәйнәрлек берәй нәмә кәрәк, үҫкән балаларға ололарҙан күберәк ашарға китә.
- Был тирене иләгәнгә картуф алһаҡ, Сәбилә инәйеңә иләгән йөн өсөн атын һорап торорға һөйләштем, бесәнде ташып бөтөрөп ҡуйырбыҙ. Һин йөндө сиратып бөтөп, төҙәкләп ҡуйырһың инде, бынауыны бөткәс үҙем сайып элермен, бер бысыранғанда. Һыуҙы күберәк ташыһын Зарифа, сығып әйт.
Мәфтүхә ҡатыҡланған шыйғалаҡ тире өҫтөндә тубыҡланып ултырған килеш беләгенә башын терәне, баш өйәнәге көсәйеп, ҡолағы шаулағанлыҡтан, күҙҙәрен йомдо.
Әллә ниндәй зәхмәткә тарыны әйтәгүр, үтмәҫтәй булды был баш ауырыуы. Шәкирә әбейҙән мейеһен дә ҡаҡтырҙы, беләүҙе ҡырып һыуға болғап та эсте, әсеүташты ла ялай, үтмәгәс үтмәне был баш өйәнәге. Яман ергә баҫҡанһың тиһә лә ҡәйенбикәһе, сәбәбен һиҙенә Мәфтүхә. Кешегә һөйләй алмаған сере ауырыу булып башына төйөлдө, әллә хазина эйәһенең сарпыуы ҡағылды, белмәҫһең.
Һыу индергән кесе ҡыҙы Зарифанан һалҡын һыу алып тамағын ебетте лә, күңеле болғаныуына түҙергә тырышып, тирене ҡыра башланы.
Етеш тормошта йәшәнеләр ире Солтанәхмәт менән, үҙе лә тырыш булды, Мәфтүхәне лә эшкә екте. Бергәләп утын-бесәнен әҙерләнеләр, ҡайныһы башҡаланғанда биргән мал-тыуары ишәйҙе, бер эштән дә сикәнмәй үҙ эштәрен үҙҙәре бөтөрҙөләр, кеше ялламанылар. Йәш саҡта тамағыңа нимә ашаһаң да аш булып һеңә, ашаһаң хәл инеп, арыуҙарың бөтә. Хәҙер генә ул, ашағансы арый Мәфтүхә, тәне ауырая. Элек эс тулһын тип ашаһа, ауырытһа барғанын, ашҡаҙанына ярағанын ғына ҡабаһың икән, баш өйәнәге баҫылыңҡыраһа һәр саҡ күңеле болғаныуҙан яфалана, ризыҡ тәмен тоймай.
Электән ҡулы эш белгәс, иренә толоп маҙарын, тун-көртөйҙө тирене иләп үҙе текте, ҡыҙҙарына ла тундар тегеп кейҙерҙе, тик тамаҡ хаҡына кешегә ялланманы.
Донъялар боларырын ҡайныһы Хәйретдин алдан һиҙенгәндер, бер саҡырғандарында тимерле ҡырандас арбаһын биреп ҡайтарҙы, йәнәһе балалары бәләкәй. Солтанәхмәте ауылға ҡайтҡас, һәр тимерен таратып тиреп, киндер тоҡҡа дегетләп һалып урманға илтеп ҙур ҡырмыҫҡа ояһы аҫтына күмде, электән старшина ҡартаталарынан ҡалған затлы эйәр-өпсөн, исемле семәрле ҡылыс, биҙәрле мылтыҡтар ҙа шул ысул менән йәшерелде, шулай килешкәндәрҙер, ҡырмыҫҡа майы һеңгән ерҙә серемәҫен беләләр, унда һәр саҡ ер ҡоро була.
Мәфтүхәне ҡаты тыйып, был түрала бер кемгә лә өндәшмәҫкә ҡушыуы артыҡ ине, белә заманалар үҙгәрәсәген, өмөт тигән осҡон һүнмәй күңелдә, ҡасан да булһа ла тормош элеккеләй әйләнеп киләсәк, донъя тынысланасаҡ, бәлки дауыл уларға ҡағылмаҫ та, ҡайныһы үҙ байлығын белеп тә урман төпкөлөндә ятҡан Солтанәхмәткә ышанып тапшыралыр, Хисмәт ауылы оло юлдан ситтә ята, әлегә тыныс иншаллаһ.
Уйламағанда ҡайныһы етмешен ыуаҡлағанда ҡапыл китеп барҙы, ир кеше эстән бөтөрөнгәндер, ауырып йөрөгәне һиҙелмәне, аттары араһында түшен тотоп ҡолаған, өс көн телдән ҡалып ятты ла уландарына текләп ҡарап йән бирҙе. Солтанәхмәт кенә аңлағандыр уның күҙ ҡарашын, атаһының ҡулдарын эштән ҡатҡан усынан ысҡындырманы, ҡустылары Солтанфәйез менән Солтанғәзизде сығарып ебәреп уға ниҙер һөйләне, вәғәҙә итте, нәҙер әйтте.
Атаһын ерләп ауылдарына ҡайтҡас үҙенә урын тапманы Солтанәхмәте. Ыуаланды, төндәрен йоҡлай алмай интекте, әлдән-әле ҡустыларына һыбай, туранан юл һуғып барып килде, әммә уларҙа ла күңел тыныслығын тапмағандыр, бик бошоноп ҡайтҡанлығы һиҙелә ине. Атаһын юғалтыуын ауыр кисерә тип уйланы Мәфтүхә, йә кинйә улында көн иткән әсәһен уйлайҙыр.
Ир-егеттең күкрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр тигәнгә, Мәфтүхә үҙе инанды. Кинйәбулат ауылынан Фәйзулланы алып киткәнде ишеткәс тә Мәфтүхәһен егелгән арбаға ултыртып, урманға алып сыҡты, иләүҙәр аҫтына йәшерелгән затлы ҡырандас, ҡылыс-мылтыҡтар күмелгән урындарҙы күрһәтте, билдәләрен аңғартты.
Ғәжәпләндергәне, өйҙә мейес кирбестәре араһына йәшерелгән хазина ятыуын белеү булғандыр. Мәфтүхә иренең элекке старшиналар тоҡомонан булыуын белә, зат-зәүере хәлле йәшәгәндәр, элек-электән абруйлы кешеләр.
Атаһы Хәйретдингә бер көршәк алтын атаһынан ҡалған, уға ла был хазина ҡартатаһынан күскән. Мираҫты тәләфләмәй, арттырһалар арттырып, тик кәметмәй һаҡлағандар. Хәйретдин был хазинаны һаҡларға Солтанәхмәт улына тапшырған, Солтанфәйездең балалары күплеген, үҙенең йомшаҡлығын белгәнгә, ә Солтанғәзизенең ҡатынына ышанмауҙан имеш.
Үҙенең һиҙемләүенән уны ла алырға килерҙәр, мал-тыуарын алһалар ҙа риза булыр, тик Солтанәхмәттең бурысы көршәктәге хазинаны һаҡлау, баш һау булһа мал табылыр, малды ирҙәр таба, мал ирҙәрҙе түгел.
Борсолоуы ҡустыларына әйтеп-белгертә алмауҙан. Солтанғәзиз ҡатыны һүҙенән сыға алмай сәүит яғына сыҡҡан. Солтанфәйез былағайыраҡ, ышанысһыҙ, әсәһенең ҡылын тартып ҡараһа ла, ул да хазина тураһында белмәй икән. Хәйретдин уның менән сер бүлешергә кәрәк тапмаған, Солтанәхмәткә таянған. Әгәр ошо бола сыҡмаһа, Мәфтүхә лә белмәҫкә тейеш сер булған, тик үҙенең өйҙә ҡалырына шикләнә. Шуға ҡатынына ышанырға мәжбүр була.
Үҙе әйләнеп ҡайтҡансы һаҡларға һүҙен алып, иң ауыр саҡтарҙа ғына әҙләп алырға рөхсәт итеп, үҙенең эсен бушатты Солтанәхмәт.
Шул китеүҙән юғалды ҡәҙерлеһе, хәбәр-хәтере ишетелмәне. Бына икенсе йыл инде үҫмер ҡыҙҙарына ла серен сисә алмай эсендә һаҡлай. Улғыналары йәшәп китһә, терәге-таянысы булып үҫерҙәр ине, юҡ, бәләкәй саҡтан сирләшкә булып үлеп торҙолар, ҡыҙҙары сөбханалла, тернәкләнеп үҫеп киләләр, оло ярҙамсылары Мәфтүхәнең.
Эшен бер аҙ ыңғайлатҡас, талған билен ыуып турайҙы, тик башы әйләнеүҙән ситырайып, өй мейесенә таянды. Бөгөнгә етер, көҙгө ҡыҫҡа көн ҡараңғыланған, һарыҡтарҙы ҡыҙҙары тәрбиәләгән, тире, әсе эркет еҫенән күңеле болғанғанлыҡтан ҡул бәйләмен алып күршеләренә инеп бер аҙ ултырып килмәксе булды, йоҡлар алдынан саф һауа һулаһа зыңҡыған башы яҙылмаҫмы.
Береһе йөн сиратҡан, икенсеһе йөн теткән ҡыҙҙарына ишекте элеп ултырырға ҡушып, күршеләренә йүнәлде. Көн һалҡын, ҡара һыуыҡ тәнде ҡура, күршеләрендә оҙаҡлап һөйләшеп, ҡул эштәрен ыратҡанда, Мәфтүхәнең башы яҙылғандай тойолдо. Өйөнә ҡайтҡас ишеген астыра алмай байтаҡ туҡылдатырға тура килде, ишеген астырып ингәс күҙ алдындағы күренеште күреп телһеҙ ҡалды.
Урындыҡ өҫтөндә ҡанлы кеше башы ята, ҡыҙҙары ҡурҡышып һикегә һырынғандар, эргәләрендә ҡанлы балта. Мәфтүхәне күргәс илап, уға һырынып ул киткәс булған хәлде һөйләнеләр.
Мәфтүхә сығып киткәс, ҡыҙҙар сәйләп алмаҡсы булалар. Тик көлөшә-көлөшә сәй эскәндә ишекте кемдер туҡылдата, индереүен үтенә. Заһира әсәһенең өйҙә булмауын, ишекте асырға ҡушмауын әйтһә лә, үҙен юлаусы тип танытҡан кеше ҡарындыҡ тәҙрәне йыртып өйгә инергә тырыша. Солтанәхмәт киткәндән алып һәр саҡ шикләнеп йәшәгән Мәфтүхә төндә балта индереп йоҡларға ғәҙәтләнгәйне, әле шул балта менән киҙәнеп Зарифа ҡурҡышынан тәҙрәгә тығылған башты муйынынан сабып өҙә, уның һелтәнгәнен күргән кешенең һуңғы һүҙе “тубыр ҡыҙым, тороп тор” була. Шаңҡыған ҡыҙҙар ҡурҡышынан һикегә һырыналар, йыртылған тәҙрәнән һыуыҡ һауа өйҙө һыуыта, тик ҡыҙҙар тәҙрә янына барырға ҡурҡалар.
Мәфтүхәнең башы ауыртыуынан аңы томаланды, тик ҡыҙҙарының яҡлау эҙләп уға һыйыныуы ғына бер аҙ ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты.
Кем ул билдәһеҙ юлаусы, үткенсеме, әллә Солтанәхмәттән хәбәр килтереүсеме? Бәлки уның мейес аҫтында хазина ятҡанын белеп таларға килеүсеме? Кеше үлтереүҙәрен белһәләр ҡыҙҙарын төрмәгә алып китерҙәрме, ни эшләргә?
Балаларын ҡурсалар өсөн Мәфтүхә бар хәлен йыйып бер ҡарарға килде, төндә йәшеренеп мәйетте күмергә, әлегә яҡын-тирәгә, яҙ ҡырға, урманға илтеп күмер.Тәҙрәне яҫтыҡ менән томалағас, ҡыҙҙарына урындыҡтағы ҡанды, урын-түшәкте йыуырға ҡушып үҙе кәртәләү эсендә соҡор ҡаҙырға кереште, бәхеткә ерҙең өҫкө ҡатламы ғына туңған ине, артабан еңел ҡаҙылды.Башһыҙ кәүҙәне соҡорға һөйрәп төшөргәс, янына башын һалып, ҡанлы тупраҡты ҡырып соҡорға төшөрҙө, өҫтөн яҡшылап күмеп ҡуйыуға таң һыҙылды.
Уларҙың сараһыҙҙан ҡылынған енәйәт эҙен юйырға теләгәндәй, ергә тәүге ҡар яуа башланы. Төнгө ҡунаҡты эҙләп йөрөүсе булманы, ҡыҙҙар еңел тын алдылар. Тик Мәфтүхәнең генә баш өйәнәге йышланы, түҙгеһеҙгә әйләнде. Уның яңылышып һөйләнеүенә, төндәрен һаташыуына, хәтере насарайыуына ҡыҙҙары өйрәнеп бөткәйнеләр, тик бер туҡтауһыҙ аталарын көтөүен, уға әйтәһе сере барлығын ауырыуға һылтанылар.
Яҙ сығыуға уның иҫе инәрле-сығырлы булып ауырыуын күптәр белде. Уға хәҙер элекке кеүек йомоштары, үтенестәре лә юҡ, өйҙәренә инһә, аңра Мәтүк әбейҙән тиҙерәк ҡотолорға тырыштылар, Мәфтүхә тигән исемен дә әйтергә теләмәнеләр.
Яҙ етеү менән өйҙәге мейесен боҙоп ташлауын да ауырыуына һылтанылар ҡыҙҙары, юғиһә атаһы сығарған мейес бик һәйбәт йылыны тота, төтәмәй ине. Үҙе ауырыған ваҡытында Мәфтүхә көршәктәге хазинаны өйгә бурҙар төшөүенән ҡурҡып, ҡыҙҙарын да ҡурсалауҙан икенсе урынға күсереп йәшергәйне, тик аҙаҡ үҙенең ҡайҙа күмеүен генә хәтерләмәне. Урманға ҡыҙҙарын эйәртеп алып барып ҙур ҡырмыҫҡа иләүҙәрен күрһәтергә теләне, урынын бутаны, баҡсаларын ҡаҙыны, көршәкте тапманы.
Тәүҙә үҙ алдына һөйләнеп кешегә өндәшмәй эҙләне, Солтанәхмәт алдында үҙен ғәйепле тойҙо, аҙаҡ уның хазина эҙләүен бөтә кеше белһә лә уны ахмаҡҡа һананылар.
Солтанәхмәттең ҡайтыр юлында Мәфтүхә күпме көтһә лә балаларының атаһы хәбәрһеҙ юғалды, хәйер уны юллап йөрөүсе лә булманы.Ике ҡустыһы үҙҙәренә уның шойҡаны тейеүҙән ҡурҡып, өндәшмәҫкә тырыштылар, заманы шундай ине.
Үҙ тиңдәрен табып ҡыҙҙар ҙа үҙ тормоштарын ҡорҙолар, тик әсәләре генә улар менән йәшәргә теләмәне, һәр саҡ хазинаһын эҙләне, урманда ҡырмыҫҡа иләүҙәрен соҡоно. Бер китеүҙән ҡайтмай оҙаҡлағас, уның кәүҙәһен табып алып ерләнеләр. Уның менән бергә 1679 йылда тыуып, волость старшинаһы булған, Һөйөндөков Аликаштың быуындан быуынға күсә килгән хазинаһы ла шулай итеп эҙһеҙ юғалды.
Гөлдәр Кәлимуллина.