Мәктәптә дәрестәр тамамланыуын белдереп ҡыңғырау шылтыраны. 6 дәрес буйы уҡып арманһыҙ булған уҡыусылар өйҙәренә ҡарай ҡайтыр юлға сыҡтылар. 10-сы класта уҡыусы Айсулпандың ҡайтырға ашыҡмағаны күренеп тора, йөҙөнә сыҡҡан. Дежур булыу сәбәпле, яйлап класс бүлмәһе йыйыштырҙы, шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәрҙе лә тәрбиәләргә лә онотманы. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булған ҡыҙыҡайға бүлмә эсе тағы ла нурлана төшкәндәй тойолдо. Әллә ниңә ошо наҙлы, эскерһеҙ тәбиғәт мөғжизәләре менән аулаҡта ҡалып серләшергә, күңеле бушағансы һөйләшергә ярата. Серләшмәҫ, уйҙарын бушатмаҫ ине лә бит, эскенәйе тулы ут-ялҡын. Өшөгән күңеленә, ярашлы йәненә йылы эҙләй ул. Юҡ, юҡ, Айсулпан бер ниндәй ғәрип тә, етем дә түгел. Атаһы Әхтәм ағай, әсәһе Зәйтүнә апай, туғандары - ағаһы Йәмил, апаһы Айсара бар. Төҫ-башҡа ла башҡа ҡыҙҙарҙан кәм түгел, саф күҙҙәренә иғтибарлыраҡ ҡараһаң, ундағы бөтмәҫ-төкәлмәҫ моңһоулыҡты, һағышты абайларға мөмкин.
Ҡыҙыҡай өйгә ҡайтырға ашыҡмай, дөрөҫөрәге, уны өйҙә бер кем дә көтмәй. Һап-һау, типһә тимер өҙөрҙәй йәп-йәш ата-әсәһенең -- замана сире-эскелек ауына ҡабыуын йөрәгенә ауыр алғанын, күңелен яралағанын бары ул үҙе генә беләлер. Түҙеп торғоһоҙ ауыр, бәхетенән башҡаларҙыҡынан кәм-ситен булыуында кем ғәйепле икән? Ата- әсәһеме,улар йәшәгән заманамы,тормоштоң ҡатмарлы булыуымы? Юҡ, заманалар бер ҡасан да еңел булмаған, һәр замандың үҙ көйө, үҙ йыры, үҙ зары. Ниндәй генә ауырлыҡтар килгәндә лә, элекке ата-әсәләр ғәзиз балаларын-йөрәк бәғерҙәрен тамуҡ уттарына һалмағандар, бала өсөн йән атып йәшәгәндәр.
Айсулпандың әле булһа хәтерендә, ул бәләкәй саҡта өйҙәрендә ниндәй күңелле була торғайны, әсәһе лә, унан бигерәк атаһы, "ҡыҙҙарым" тип өҙөлөп тора торғайны. Ул саҡта улар араҡыны бөтөнләй ауыҙҙарына алманылар, иркә гөлдәрҙәй наҙланып ҡына үҫтеләр өсөһө лә.
Ләкин, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, бер көн бөтә селпәрәмә килде, аҫты-өҫкә әйләнде. Айсулпан әле генә мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡайны, ауылдарына әсәһенең бала саҡтан бергә уйнап үҫкән әхирәте - Ғәзизә апай алыҫ тарафтарҙан ҡайтып төштө. Билдәле, әсәһе әхирәтен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Өйҙәренә биҙәнгән-төҙәнгән, зауыҡ менән кейенгән Ғәзизәнең килеп инеүен күргән атаһы бер аҙға аҙап ҡалды, күҙҙәрен унан айыра алмай, иҫәнгерәгән кеүек ҡатып ҡалғайны. Өҫтәл артында ҡоролған табын башта бик күңелле барҙы, аҙаҡ ҡунаҡ ҡатындың әйткән һүҙҙәре бөтәһенең дә тормошон аҫтан-өҫкә әйләндерҙе. Ҡунаҡ апай Айсараның әсәһенә шундай үпкә һүҙҙәрен дә еткерергә онотманы:
- Һин, Зәйтүнә, Әхтәм менән матур итеп донъя ҡорғанһың, алма кеүек өс бала үҫтереп ятаһығыҙ, ә беләһеңме, һин бит минең өлөшөмә төшкән көмөшөмә мине ялғанлап, алдаҡ һүҙҙәрең менән үҙеңә ҡаратып, ҡулыңды һуҙҙың. Әхтәм менән беҙ бер-беребеҙҙе ярата инек, һин шул саҡта гел генә көнләшә торғайның. Һиҙә инем, эстән генә Әхтәмде яратҡаныңды, ундай юлға баҫырһың, тип уйламағайным. Әхтәм һинең ниндәй эскерле булыуыңды белеп тә етмәгәндер ул ваҡыт та, йәш саҡ - йүләр саҡ. Юҡты бар итеп, Әхтәмгә армияға мине яманлап хаттар яҙып ятыуыңды кисә генә, ауылға ҡайтҡас, ишетеп белдем. Мин Әхтәмде саф намыҫ менән көттөм, көн дә хаттар яҙа торғайным, ҡайтырға ярты йыл ҡалғас, кинәт кенә хаттар килеүҙән туҡтаны һәм аҙаҡтан Әхтәмдең ҡыҫҡа ғына хаты бөтәһенә лә нөктә ҡуйҙы: "Ғәзизә, мин һинең турала тик яҡшы уйҙарҙа ғына инем, ә һин бөтәһен дә юҡҡа сығарҙың, яратыуың алдаҡ ҡына булған икән, теләгән кешең менән бәхетле бул, минән хаттар көтмә, онот!" Ошо хатты уҡыу менән ситкә сығып киттем. Ғәзизә шул ваҡыт та мине ҡалайтып йыуатҡайның, эстән генә минең китеүемә ҡыуанғанһың, тимәк. Китеүен киттем, ә йөрәгем, йәшлек мөхәббәтем ауылда ҡалды, инде нисәмә йылдар буйы ғазап диңгеҙендә яңғыҙ ҡаҙ шикелле йөҙәмен. Эх, Зәйтүнә, кеше мөхәббәтен урлап, бәхет хыялдарын емереп төҙөгән ғаиләң нигеҙе ныҡлы булырмы икән? Һеҙгә яманлыҡ та, насарлыҡ та теләмәйем, тик Әхтәмдең генә күҙҙәрен асҡым, уның алдында бер ғәйебем юҡ икәнен генә әйткем килде.
Ғәзизә үҙе менән бергә ғаиләләге бәхетте, бар шатлыҡты бөтөнләйгә алып китте. Атаһы́ бына кемде өҙөлөп яратҡан икән, әсәһе көсләп яраттырырға теләгән дә, тик көсләп асылған күҙҙең нуры була тимер ни?! Ошо осрашыу ваҡиғаһынан һуң ғаилә аҫҡа ҡарай тәгәрәне, атаһы менән әсәһен алмаштырып ҡуйҙылармы? Атаһы үҙ эсенә бикләнде, йыш ҡына уйҙарға бирелеп тәмәке төтәтер булып китте. Әсәһен әйтеп тораһы ла түгел, әйле-көйө әхирәттәре күбәйә төштө. Өҫтәүенә, аталарының дә иҫерек ҡайтыуҙары йышайҙы. Ғаиләләге татыулыҡ, бәхет урынын араҡы биләне. Тормош үҙ ағышы менән дауам итә-итеүен, таң ата ла кис була, ғаиләлә көн дә ыҙғыш-талаш, әр һүҙҙәре яңғырап тора.
Ауылда эшһеҙлектең килеп сығыуы-эскелек сәскә атыуға этәргес көс кенә булды. Эшһеҙлектән йонсоған кешеләр күмәкләшеп, өйкөмләшеп күңел асыуҙы мәртәбәгә әйләндерҙеләр. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ кешеләр күңелендәге өмөт-ышанысты һүндерҙе, бик һирәктәр генә гөрләтеп донъяһын көтә, тик улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Көпә-көндөҙ оло йәштәгеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, ә кис, төн етеүе менән ошо уҡ кешеләрҙең ҡыҙ-улдары, әбей-бабайҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре шайтан туйы ҡоралар, көн дә тиерлек эсергә ҡайҙан табаларҙыр инде, бер алла үҙе генә беләлер. Әсәһе уның менән ҡасанэс серҙәрен уртаҡлашҡанын да Айсулпан иҫләмәй. Үҫмер балаға әсә наҙы бик кәрәк тә бит.
Йәмил ағаһы ла, Айсара апаһы ла бигерәк йәл ҡыҙыҡайға. Ағаһы 9-ҙы бөттө лә, артабан уҡыу, һөнәр алыу кәрәклеген уйлап та бирмәне. Хәйер ата-әсә улдарының киләсәге өсөн һис тә борсолманылар, араҡы кешеләрен балаларына артыҡ күреп яратҡанғалыр инде. Бар теләктәре - нисек тә булһа эсергә, эсергә һәм тағы бер тапҡыр эсергә. Хәҙер ауылда эскелек һаҙлығына батҡандар быуа быуырлыҡ. Йәмил дә ҡулына рюмка алыуҙы мәртәбә итеп алды хәҙер. Эсһен, бер Йәмил генә түгел, бөтә ауыл, дөрөҫөрәге, бөтә ил менән эсәләр. Кемдә кемдең эше бар? Һәр кем үҙ майеленса йәшәй. Теләһәң-эшлә, теләһәң-араҡы, сәмәй һатып, кеҫәңде ҡалынайт. Теләгең юҡ икән-эшләмә, бер көнлөк тормош менән йәшә-был бер кемде лә борсомай. Элек кенә ул бөтә ауылға бер-ике эске кеше булған. Бөтәһе лә эшләгән, совет осоронда эш хаҡын, аҙ ғына булһа ла,айына ике тапҡыр түләгандар, кешеләр маҡсат менән йәшәгәндәр, улар ояла, кешеләрҙе оялта белгәндәр.Ә хәҙер кем өсөн, нимә өсөн эшләргә, барыбер тейешле эш хаҡын түләмәйәсәктәр. Ғаилә ҡороп, кәләш алып, бала көтөп йәшәмәһәң дә, көн итергә була. Йәш ҡыҙҙар үҙҙәре үк эсергә алып килеп һине һайларға, аҙаҡ йокларга ла әҙерҙәр. Ҡыҫҡаһы, иман да, намыҫ тә аяҡ аҫтына һалып тапалған замандар ҙа килде. Самагонщиктар сәмәйҙәрен ҡоялармы -- ҡоялар; магазиндарҙа
һыраның, араҡының ниндәйе генә юҡ, аҡсаң ғына булһын, рәтенә юҡ икән, яҙып бирәсәктәр. Сөнки тауҙарында ваҡытында үткәрмәһәң, иҫкерәсәк, шуға барыбер һалалар.
Йәштәр тип кемдең үҙәге өҙөлөп тора әле.
Эскелекте, аҙғынлыҡты юғарынан килеп, һирәк-мирәк тикшереп киткән булалар, ә кискә урам тулы иҫерек, кемеһе ҡосаҡлашып, кемдәрҙер өйөрө менән күңел аса, кемдәрҙер "һуғыш яланы"нда көс һынашалар.
Айсулпандың күңеле өшөй,яғылмаған, төшкө аш әҙер булмаған өйгә ҡайтып ингеһе лә килмәй. Әллә өләсәһе Ләбибәләргә барырғамы? Унда барыуҙан ни фәтеүә, өләсәһе лә иҫеректер инде, кисә генә пенсия алдылар, уның дә айныҡ көнө юҡ кимәлдә, ауылда үҙе кеүек биш-алты "эскесе" мөһөрө алған әбей- һәбейҙәр күптән шайтан туйҙарын башлағандарҙыр, ә ул туйҙың туҡтаған ла юҡ...
Әбейҙәр янына оло йәштәге бабайҙар ҙа, йәп-йәш кенә егеттәр ҙә барып ҡушылып шайма-шай эсеүҙән бер ҙә тартынмайҙар ҙа, оялмайҙар ҙа. Ниңә һыйлаусыһы булғас, эсеүсеһе лә табылалыр инде?
Биш-алты көн элек өләсәһенән ремонтҡа тип аҡса һорағайны, бирмәне өләсәһе, ата-әсәң бар, тапһындар, миндә әллә "Әндрәй ҡаҙнаһы" бармы, үҙемдең бирәсәгемә етмәй, магазиндарға түләүем бар, йөрөмә кеше башын ҡатырып. Иң ғәзиз, яҡын кешеһе ҡыҙҙың битенән алып, әрләп сығарырға да оялманы.
Айсулпан куҙ йәштәренә быуыла-быуыла өйҙәренә ҡайтып инеүгә, ике иҫерек әхирәте менән уны әсәһе ҡаршыланы. Шәп кешеләй, уны борҡотоп ташланы:
- Ни эшләп өй һыуыҡ? Ашарға-эсергә бер нәмә лә юҡ, һеҙҙән миңә ни файҙа? Бар күршеләрҙән ярты икмәк алып ин, ҡапҡыларға кәрәк.
Айсулпан әсәһенә:
-Әсәй, етәр, башҡа инмәйем күршеләргә, былай ҙа Хәлиҙә апай ураған һайын бөтә нәмәһен биреп тора, яңыраҡ алған ондо кемдәргә алып барып самогонға алмаштырҙығыҙ? Бына һуң ике аяғымдың береһен йомош һорап баҫмаясаҡмын. Ә, апайҙар, һеҙгә ҡыйын булһа ла ҡайтырға тура килер, һеҙҙе өйҙә йәш кенә сабыйҙарығыҙ көтә.
Иҫерек ҡатындар ах та ух кейенеп сығып китеүҙән башҡа сара тапманылар, ә әсәһе ятҡан ерендә хырылдап әүен баҙарына китеп тә барҙы, көнө-төнө сабып
арығандыр инде. Әсәһен дә, атаһын дә ярата, яҡындарын шул тиклем йәлләй, тик әлегә улар менән көрәшергә көс-хәл генәһе етмәй шул ыуыҙ ғына ҡыҙ баланың. Апаһы Айсара 11-ҙән һуң эш таба алмағас, шәхси эшҡыуарҙың магазинына һатыусы булып эшкә урынлашты. Апаһы эшләй башлағас , тормоштары бер аҙ яйланғандай тойолғайны Айсулпанға, тик ата- әсәһенең туҡтамай эсеүенә йәне көйгән Айсара магазиндан аҙыҡ-түлек ташыуын туҡтатты. Яңы эш башлаған апаһынан ҡалайтып аҡса һорамаҡ кәрәк. Һорауҙар, һорауҙар... Һуңғы арала унан да һыра, араҡы еҫе сығыуына йәне үртәлде һеңлеһенең.
-Апаҡайым, һин дә атай-әсәй кеүек рюмкаға үрелә башланыңмы, эсмә берүк, киләсәгеңде уйла!
Айсулпандың күҙҙәренән субырлап йәштәре аҡты ла аҡты, тик бар нәмәгә битараф , бар донъяға ҡул һелтәгән апаһы бер нәмә лә өндәшмәне, һеңлеһен йыуатыуҙы кәрәкле тип тә тапманы, телефон аша кем менәндер һөйләште һәм биҙәнеп-яһанып, ҡайҙалыр ашығып, ҡараңғы төн ҡосағына инеп юғалды.
Эй,был донъя, партаға башын һалып, уйҙарға сумған ҡыҙ янына шым ғына йыйыштырыусы Әлфиә апай килеп инде:
- Айсулпан һеңлем, һин һаман ҡайтмағанһың икән, әйҙә булмаһа, икәүләшеп сәй эсеп алайыҡ, төшкө сәйҙе эсергә ваҡытым булманы, эшләп йөрөгәс ни, һыуһаттырҙы, бергә-бергә сәйләүе күңеллерәк булыр.
Айсулпан был донъяла уны аңлаусы кеше барлығына ҡыуанып, ҙур күҙҙәрен асып, ҡатып ҡалды. Әлфиә апайҙың ни тиклем һәйбәт, кешелекле кеше икәнен бөтәһе лә беләләр. Ире Әлмөхәмәт ағай бынан биш йыл элек аварияға эләгеп һәләк булып ҡуйғайны. Ике балам тип йән атып йәшәп ятыуы апаһының. Ҡайғым бар, яңғыҙ тип бер ҙә рюмкаға үрелмәне ул. Сәй янында Әлфиә апай балалары тураһында оло бер яратыу менән һөйләне лә һөйләне:
- Балаҡайзарым бәхетле булһын өсөн бар көсөмдө биреп йәшәргә һүҙ бирҙем мин. Атайҙары рухына тап төшөрмәйәсәкмен, сөнки мин - әсә, ҡатын- ҡыҙ тигән изге исемде ғүмерем буйына аҡларға бурыслымын. Балалар йортонда әсә наҙы күрмәй үҫкәнгә, йәшәү йәшен башҡаларға ҡарағанда ла нығыраҡ тоям мин. Айсулпан һеңлем, һин дә бирешмә, ана ҡалай исемең матур, тормош ул төрлө кәртәләр ҡорор, ә һин ғорур бул!
Ошо һөйләшеүҙән һуң, өшөгән күңеле йылына китте, күңелендә өмөт нуры барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлағас, һис шикһеҙ, доктор буласаҡ. Бөгөндән башлап тормошта маҡсат менән йәшәү морон төрттө йәш ҡыҙ күңелендә. Киләсәктә замана сире менән көрәшәсәк ата-әсәһен, туғандарына да, ғөмүмән, ауылдаштарын, бар кешелекте йолоп ҡаласаҡ ул был сирҙән. Ергә кеше булып тыуғас, кеше булып йәшәргә кәрәклеген төшөндөрәсәк, күңелдәрен дауалаясаҡ. Ә хәҙергә уҡырға, төплө белем алырға! Шундай изге, яҡты уйҙар менән күңелендә рух ныҡлығы тойоп, ышаныслы аҙымдар менән йәһәт-йәһәт атлап, өйҙәренә табан юл алды Айсулпан.
Фәниә Шәйәхмәтова.
Байыш ауылы.