Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Август 2022, 17:00

Ҡунаҡ ҡыҙы

Оҙағыраҡ торғанда тағы әллә нәмәләр һөйләшер инек, көтмәгәндә ысын ҡала ҡыҙы күренде. Һеңлем:-Ана, сиңерткәң килә, ҡаршы ал, - тине.Миңниса:Уның исеме - Дилә. Һин үҙең ҡара сиңерткә...Шул саҡ йүгереп килгән Дилә:- Өләсәй ! – тип күләүеккә тайып йығылды. Беҙ өсәүләшеп уның эргәһенә йүгерҙек.- Уф, хәҙер өләсәйемә нимә генә әйтермен икән?Дилә тороп баҫты, һыуланған өҫтөнә күҙ йүгертте. Беҙҙең күҙҙәр маңлайға менде.- Әллә башҡортса белә инде был тип, һеңлем менән бер-беребеҙгә ҡараныҡ. Дилә бер нимә лә һиҙмәне. Яғымлы тауыш менән, ни өсөн былай ашыҡҡанын аңлатты:- Өләсәйем менән бергәләп еләккә барабыҙ, һеҙҙе саҡырырға килдем, - тине ул.

Ҡунаҡ ҡыҙы
Ҡунаҡ ҡыҙы
Миләүшә Ғәйфуллина
Ҡунаҡ ҡыҙы
Хикәйә
Сәй эсеп ултырған һеңлем тәҙрәгә ымлап:
- Ҡара, әллә Миңнисаларға ҡаланан ҡунаҡ ҡыҙы килгән инде? – тип, мине эргәһенә саҡырып алды.
- Үткән йәй ҙә килгәйне ул. Әйҙә, урамға сығайыҡ, - тим, һеңлемдең еңенән тарттып.
-Ҡуй әле, шул маҡтансыҡты маһайтып йөрөмәйек. Ана бит, беҙҙең өй алдында уйнаған булалар. Әйтерһең башҡа урын юҡ. Берәүгә ҡала ҡыҙы килгән икән! – тине һеңлем, Миңнисаны үсекләп.
Үҙе һаман да тәҙрә төбөнән китмәй.
- Ә ниңә беҙгә бер ҙә ҡунаҡ ҡыҙҙары килмәй икән? Апай-ағайҙар килә, тик береһе лә үҙҙәре менән бәләкәй ҡыҙҙарын алып килмәйҙәр.

Сәй эсеп, сынаяҡтарҙы сайып ҡуйғас, тегеләрҙең күҙҙәренә салынмаҫҡа тырышып, картуф баҡсаһы артындағы мунса бураһына уйнарға киттек. Көнө буйы шунда уйнаныҡ. Кис еткәс тә, әсәйҙең тауышы ишетелмәһә, ҡайтырға ашыҡманыҡ.
Ҡайтып киске аш артына ултырғас һеңлем:
- Әсәй, ниңә беҙгә ҡала ҡыҙҙары ҡунаҡҡа килмәй ул?
Әсәйем башта аңламай торҙо, шунан:
- Ниндәй ҡунаҡ тағы? – әсәйемдең йөҙөндә аптырау ҡатыш йылмайыу сатҡылары сағылды.
- Ана, Миңнисаларға һәр йәй килә.
– Ә-ә... – тип һуҙҙы ул. –Бына һеҙҙе нимә борсой икән, - тип беҙҙе арҡаларыбыҙҙан йомшаҡ ҡына итеп һөйҙө лә, - килер-килер, тик беҙгә килә торған ҡыҙ әлегә бик бәләкәй, бишектә ята. Бер аҙ үҫә төшкәс мотлаҡ килерҙәр,- тип беҙҙе йоҡо бүлмәһенә оҙатты ла, үҙе сығып китте.
- Аяҡтарығыҙҙы йыуырға онотмығыҙ! - тип тә өҫтәне.
Күпмелер ваҡыт һөйләшеп ятҡандан һуң, татлы хыялдарға бирелеп, йоҡоға киткәнбеҙ.

Иртәнге ҡояш нурҙары яҡтыһына уянып киттем. Һеңлем эргәлә юҡ...
- Был ҡайҙа булды икән? - тип уйлап та өлгөрмәнем, теге йүгереп килеп керҙе лә:
-Тиҙерәк тор ! Мә, кейен! – тип минең байрамдарҙа ғына кейеп йөрөй торған күлдәгемде, аҡ гольфиҙар менән сандалиҙарымды һондо.
- Ана, Миңниса килеп тә еткән. Тик ниңә бер үҙе генә икән? – тип тәҙрәгә ҡапланды. Шунан:
- Йәһәтерәк бул, әйҙә инде, - тип мине ашыҡтырҙы.

Миңниса һүҙ әйтеп өлгөрмәне, һеңлем:
- Беҙгә лә ҡалалағы апайымдың ҡыҙы ҡунаҡа килде, - тип миңә төртөп күрһәтте.
Миңниса бер миңә, бер һеңлемә ҡарап, күҙҙәрен таҫырайтып ыҡ-мыҡ итте, тик бер нәмә лә әйтә алманы.
Һеңлем :
-Теге ваҡытта мин өйҙә булманым, хәтерләйһеңме? – тине ул. Миңниса иҫләмәһә лә: Эйе, - тигәнде аңлатып башын ҡаҡты.
- Ана шул ваҡытта мин ҡалала инем бит ул, - тип бөтөнләй шаштырып ебәрҙе.
Миңниса үҙенең шиген белдерергә теләгәндәй:
- Ҡунаҡ ҡыҙығыҙ бик таныш кеүексе,- тип шиген белдерҙе. Ҡала ҡыҙҙары оҙаҡ йоҡларға ярата, ә ниңә һеҙеке былай иртәләгән? – тип ҙур, аптырауҙан тағы ла ҙурайған күҙҙәрен миңә төбәне. Һеңлем:
- Беҙҙең ҡунаҡ ҡыҙы һеҙҙеке кеүек йоҡосо түгел шул ул, - тип ҡәнәғәт йылмайҙы.

Оҙағыраҡ торғанда тағы әллә нәмәләр һөйләшер инек, көтмәгәндә ысын ҡала ҡыҙы күренде. Һеңлем:
-Ана, сиңерткәң килә, ҡаршы ал, - тине.
Миңниса:
Уның исеме - Дилә. Һин үҙең ҡара сиңерткә...
Шул саҡ йүгереп килгән Дилә:
- Өләсәй ! – тип күләүеккә тайып йығылды. Беҙ өсәүләшеп уның эргәһенә йүгерҙек.
- Уф, хәҙер өләсәйемә нимә генә әйтермен икән?
Дилә тороп баҫты, һыуланған өҫтөнә күҙ йүгертте. Беҙҙең күҙҙәр маңлайға менде.
- Әллә башҡортса белә инде был тип, һеңлем менән бер-беребеҙгә ҡараныҡ. Дилә бер нимә лә һиҙмәне. Яғымлы тауыш менән, ни өсөн былай ашыҡҡанын аңлатты:
- Өләсәйем менән бергәләп еләккә барабыҙ, һеҙҙе саҡырырға килдем, - тине ул.

Бер аҙҙан ҡыҙҙар көлөшә-көлөшә урман яғына китеп бара ине инде. Дилә башҡортса шиғырҙар һөйләне, беҙгә ҡушылып йырҙар ҙа йырланы.
-Ҡала ҡыҙҙары ла башҡортса һөйләшә икән, - тинем һеңлемә. Ул яурындарын ғына һикертте.
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: