Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Таулыҡай ауылы һылыуы Байегетова Зөлхизә Радик ҡыҙы менән Ишбирҙе ауылы егете Иҫәндәүләтов Тимур Ғәлим улын ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көндәре - законлы никахтары уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Таулыҡай ауылы һылыуы Байегетова Зөлхизә Радик ҡыҙы менән Ишбирҙе ауылы егете, кейәүебеҙ Иҫәндәүләтов Тимур Ғәлим улын ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көндәре - законлы никахтары уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле йәштәр! Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡ, бәхетегеҙ ғүмерлек, мөхәббәтегеҙ мәңгелек булһын. Бер-берегеҙҙе һөйөп, ихтирам итеп, ата-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып, ике яҡ туғандарығыҙға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, матур балалар үҫтереп, татыу-тиң, оҙон ғүмер итегеҙ. Саф мөхәббәт, һөйөү хистәренә ҡоролған ғаиләгеҙ күркәм, ныҡ, ырыҫлы, бәхетле булһын. Бер-берегеҙгә булған мөхәббәтегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, йөҙҙәрегеҙ бәхет нурынан балҡыһын.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр
Ҡотло булһын туйығыҙ.
Бәхет менән балҡып торһон,
Һеҙҙең тормош юлығыҙ.
Изге мөхәббәт хистәрен
Ваҡламайса һаҡлағыҙ.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә атлағыҙ.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас