Ауылдаштарыбыҙ Кәримә һәм Фәрит Аралбаевтар һөйөклө улдары Салауатҡа Әбйәлил яҡтарынан һылыу, уңған килен төшөрөп алдылар.
Халҡыбыҙҙың гүзәл ғөрөф-ғәҙәттәрен ололап, Аралбаевтар килен ҡаршылау йолаларын күркәм итеп атҡарҙылар. Килендең төшкән өйгә аҙымы ҡотло, тормошо татлы һәм еңел булһын тип бал менән май ҡаптырып:"һүҙең балдай татлы, майҙай йомшаҡ булһын"- тигән теләктәрен әйтеп,ап-аҡ яҫтыҡҡа баҫтырҙылар. Шулай уҡ Айгүзәл Киленгә "Ташкит" шишмәһенә һыу юлы күрһәтеп матур йолалар менән ҡаршы алдылар.
Йәштәргә тормош юлында саф мөхәббәт, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ! Бер-берегеҙгә терәк булып, тигеҙлектә, ата-әсәйҙәрегеҙҙең, ике яҡ туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белеп, бәхетле йәшәргә яҙһын!
Гүзәл Әминева, Буранбай ауылы